Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Апрель 2020, 14:57

Ҡурай атамаһы нимә аңлата?

Ҡурай атамаһы нимә аңлата? Ҡайһы берәүҙәр “ҡура”, “ҡурау”, “ҡорой”, “ҡыуара” һүҙҙәренән, тип аңлатма бирәләр. Беҙҙеңсә, был аңлатма нигеҙһеҙ. Мәғлүм булыуынса, үҫемлек орлоҡтан ярала, шыта, морон төртөп ер йөҙөнә сыға, сәскә ата, аҙаҡ ҡорой. Шыта, морон төртә, сәскә ата - ғәмәлде аңлатҡан был һүҙҙәр бер ниндәй үҫемлектең дә атамаһы була алмаған һымаҡ, “ҡорой” ҙа атама була алмай.Дауамы сайтта:

Ҡурай атамаһы нимә аңлата? Ҡайһы берәүҙәр “ҡура”, “ҡурау”, “ҡорой”, “ҡыуара” һүҙҙәренән, тип аңлатма бирәләр. Беҙҙеңсә, был аңлатма нигеҙһеҙ. Мәғлүм булыуынса, үҫемлек орлоҡтан ярала, шыта, морон төртөп ер йөҙөнә сыға, сәскә ата, аҙаҡ ҡорой. Шыта, морон төртә, сәскә ата - ғәмәлде аңлатҡан был һүҙҙәр бер ниндәй үҫемлектең дә атамаһы була алмаған һымаҡ, “ҡорой” ҙа атама була алмай. Ҡурай атамаһының сығышын беҙгә асыҡлайһы бар әле.
Халыҡ ҡурайҙа уйнаған һәр кемде ҡурайсы тимәгән, ҡурайсы исеме элек-электән оло дәрәжә һаналған. Боронғо классик ҡурайсы, тип, мәҫәлән, Ғәбит сәсәндең (1852-1921) исемен әйтеп булалыр. “Ул ҡурайсы, йырсы, сәсән ине, – тип яҙа Ғәбит сәсән тураһында мәшһүр фольклорсы, сәсән Мөхәммәтша Буранғолов. – Ниндәй генә көй уйнаһа ла, тәүҙә легендаһын һөйләп, һәр төрлө варианттарын уйнап, ул варианттарҙың ҡайһы ырыуға хас икәнен әйтер ине лә йырын йырлап тамамлай ине. Көйҙәр, легендалар, эпостарҙы Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаевтан өйрәнеүен һөйләне. Уны үҙенең остазы тип атай ине. (…) Әгәр ул совет осорона етмәй үлгән булһа, уның менән бергә фольклорыбыҙҙың 90 проценты ергә күмелгән булыр ине”. Мөхәмәтша Буранғолов, 20 йәшлек Ғәбит бер йыйында “Байыҡ” көйөн ҡурайҙа уйнағас, 90 йәшлек Ишмөхәмәт майҙанға сығып, улым, һин был көйҙө кешенән ишетеп уйнайһың, ә мин Байыҡтың үҙе уйнағанын үҙ ҡолағым менән ишеттем, бир әле ҡурайыңды, тип “Байыҡ” көйөн уйнағаны, ошонан һуң Ғәбит ете йыл буйы уға барып йөрөп, халыҡ сәнғәте буйынса һабаҡтар алғаны тураһында яҙған.
Ғәбит сәсән, уның остазы Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев, Байыҡ сәсән… Иң беренсе иғтибарҙы йәлеп иткәне шул: был мәшһүр ҡурайсылар тарихҡа сәсән исеме менән ингән. Күрәһең, беренсенән, замандаштары өсөн уларҙың сәсәнлек ижады, бәлки, әһәмиәтлерәк булғандыр. “Халыҡ сәсәндәре, хәҙерге тел менән әйткәндә, үҙ осоронда халыҡ тормошон сағылдырған, халыҡ дошмандарын фашлаған ваҡытлы матбуғаты ла, иҙеүсе синыфҡа ҡаршы көрәшкә өндәүсе агитатор-шағиры ла, уҙғандарын һөйләүсе тарихсыһы ла улар”, – тип яҙа Мөхәмәтша Буранғолов. Икенсенән, был азаматтар ҡурайҙа иң тәүҙә башҡорттоң ҡаны менән яҙылған тарихын һүҙ менән әйтеп бирә алмағанды көй аша бөтә тулылығында бәйән итә алыу мөмкинлеге биргән эпик ҡоласлы моңға эйә музыка ҡоралы, рух сығанағы күргәндәрҙер. Йәғни, улар өсөн асылда ҡурай моңо – көй аша әйтелгән сәсән һүҙе, ә үҙҙәре иһә ҡурай менән бер бөтөнгә әйләнеү ҡөҙрәтенә эйә илаһи заттар. Күңеле талап иткәндә ҡурайында уйнап, үҙ моңона үҙе әҫәрләнеп, ул үҙенә йән дауаһы ала. “Ул, һөйләгәндә, үҙен-үҙе онота, көлөр ерҙә көлә, илар ерҙә илап, әҫәрләнеп тора ла һалҡын һыу эсә, бик оҙаҡ һүҙһеҙ ҡала. Унан үҙе яратҡан көйҙө ҡурайҙа уйнай. Унан һуң: “Тағы ниндәй көйҙө уйнайым?” тип һорағас ҡына йөрәге баҫылғанын беләһең”, – тип яҙа Мөхәмәтша Буранғолов Ғәбит сәсән тураһында.
Был мәғлүмәттәрҙән сығып, башҡорт тарихында билдәле һәр сәсән ҡурайсы ла булған, тип һығымта яһарға мөмкин. Ғәҙәттә, оҫта ҡурайсылар йыраусы ла, йыш ҡына бейеү оҫтаһы ла булған. Ә бына шул уҡ ваҡытта һәр ҡурайсы сәсәнме? Әлбиттә, ҡурайсы исеменә лайыҡ булыр өсөн бик күп көйҙәрҙе, йырҙарҙы, уларҙың тарихтарын белеү менән бергә шул тарихты тасуирлап һөйләй алыу, тимәк, ниндәйҙер дәрәжәлә сәсәнлек ҡеүәһенә эйә булыу талап ителгән.
Читайте нас: