"Минеңсә, киләһе аҙнала беҙ Владимир Путиндың яңы сығышын тыңларбыҙ. Ул алдағы көндәрҙә беҙҙе нимә көтөүен һөйләр", - тигән Песков әфәнде. Матбуғат секретары шулай уҡ үҙизоляция тәртибенән сығыу бер нисә этапта буласаҡ, тип тә белдергән. Әллә, ниһайәт, хәлдәр яҡшырыуға табан барамы икән? Улай тиһәң, инфекция йоҡтороусылар һаны кәмемәй.
Әйткәндәй, Владимир Путин COVID-19 таралыуы һәм уға ҡаршы көрәш саралары хаҡында халыҡҡа йыш мөрәжәғәт итеп тора. Хәтерегеҙҙәлер, ул 25 мартта эшкә йөрөмәй торған режим индерҙе. Ул 30 апрелгәсә дауам итә. 8 апрелдә Президент коронавирус сирлеләр менән эшләүсе медицина персоналына өҫтәмә түләүҙәр тураһында белдерҙе. 15 апрелдә бизнесҡа һәм төбәктәргә ярҙам саралары хаҡында сығыш яһаны.
Ошо көндәрҙә эпидемияға бәйле яҡшы яңылыҡтар көтәйек...