Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2020, 07:37

Владимир Путин һәм Дональд Трамп уртаҡ ғариза ҡабул итте

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм АҠШ лидеры Дональд Трамп 1945 йылда Эльба йылғаһында ғәскәрҙәр осрашыуының 75 йыллығы уңайынан уртаҡ мөрәжәғәт сығарҙы.
"2020 йылдың 25 апрелендә Эльба аша һалынған емерелгән күперҙә бер-береһенә ҡул биргән совет һәм Америка һалдаттарының тарихи осрашыуына 75 йыл тула. Был ваҡиға нацист режимының тамам еңелеүенә сәбәпсе булды. “Эльба рухы” ике илдең ауырлыҡтарҙы еңеү, уртаҡ маҡсат өсөн ышаныслы хеҙмәттәшлек итеү миҫалы булып тора.
Эльбалағы осрашыу – беҙҙең илдәр араһындағы аңлашылмаусанлыҡты туҡтатып, бер маҡсат өсөн ышаныслы килешеү төҙөп буласағының бер дәлиле ул.
Бөгөн XXI быуаттың тағы ла көслөрәк хәүефтәренә ҡаршы торғанда ла беҙ фашизмды тар-мар итеүҙә ҡатнашыусыларҙың батырлығына ихтирам менән ҡарайбыҙ. Уларҙың ҡаһарманлыҡтары бер ҡасан да онотолмаясаҡ", – тиелә мөрәжәғәттә.
Читайте нас: