Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2020, 17:30

Милли проект ярҙамында Өфө – Ноғай юлы төҙөкләндерелә

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү йылдан-йыл сифатлыраҡ һәм күләмлерәк башҡарыла. Республикала, алдағы йыл менән сағыштырғанда, быйылға юл эштәре күберәк планлаштырылған.
Башҡортостанда Владимир Путиндың май указдары менән тормошҡа ашырылыусы “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Өфө – Ноғай автомобиль юлын йүнәтә башланылар.
Бородинская урамынан М-5 трассаһына тиклем юлдың оҙонлоғо 11 километр тәшкил итә. Ремонт эштәре ваҡытында юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың именлеген тәьмин итеү маҡсатында транспорт хәрәкәте сикләнәсәк. Юлдың яртыһын асфальт йәйеү ваҡытында ваҡытында ябасаҡтар.
Быйыл Өфөлә дөйөм оҙонлоғо 20 километрҙан артыҡ булған 22 урам участогын ремонтлау планлаштырылған, ә республика буйынса – 300 километрҙан артыҡ юл.
Читайте нас: