Мәскәүҙән килгән танылған яҙыусыны Башҡортостан Яҙыусылар союзы алдында тулы, йыуан кәүҙәле Риф Тойғон менән сибек кенә Рәмил Ҡол-Дәүләт ҡаршы ала.
- Шағир Риф Тойғон, – тип күрешә ҡунаҡ менән Риф ағай.
- Шағир Ҡол-Дәүләт, – ти Рәмил ағай. Мәскәү ҡунағы быларға ҡарап тора ла сибек Ҡол-Дәүләткә ишаралап:
- Быныһының шағир икәненә ышанам... – ти.
Шағирә Тамара Ғәниеваны эҙләп, өйөнә баралар. Урам һепереүсенән һорайҙар:
- Тамара Ғәниеваның фатирын белмәйһегеҙме?
- Ә-ә-ә, теге бөйөк шағирәме?
- Эйе! Ә һеҙ ҡайҙан беләһегеҙ?