Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2020, 17:49

Ҡәҙерле бала. Хикәйә

#Ағиҙелжурналы

Сайран ҡарт хәбәрен һәлмәк кенә, тәмләп кенә тәфсирләүен дауам итте:
– Хәтерегеҙҙәме, Линарға биш йәш тулған йылда бер үҙен ауылға алып ҡайтҡайным? Автобус тәҙрәһенән күҙен дә алмай килә был. Яланда йөрөгән йылҡы көтөүен күреп ҡалды ла:
– Ҡартатай, мин ат яратам – үҫкәс, уларҙы кү-ү-үп итеп аҫырайым, – тип сәпәкәй итә.
– Хәҙер тырыштар заманы: Алла бойорһа, йылҡы үрсетербеҙ – йылҡысылыҡ заводы асып ебәрерһең, – тим, ифрат ҡыуанып. Ҡалала үҫкән баланың мал йәнле былыуы кемгә оҡшамаҫ. Бигерәк тә миңә, ауыл кешеһенә, оло шатлыҡ бит.
Линарының бала саҡта ҡылған ҡыҙыҡ хәлдәрен, ирмәк һүҙҙәрен ишеткәс, Рәфил дә ҡыҙып китеп, хәбәргә ҡушылды:
– Линарға ун йәш ине, Филә менән минең отпускылар бөткәнсе ауылда ял иттек. Шул йылда улым дан итеп йөҙөргә өйрәнде. “Йөҙөү буйынса спортсы булам – олимпиадаларҙа беренселекте бер кемгә лә бирмәйем!” тип хыялланды.
Балыҡ тоторға ла әүәҫләнгәйне. Бер көндө ҙу-у-ур шамбы эләктерҙе. Ауыл халҡы шаҡ ҡатты: “Бындай балыҡ беҙҙең ҡулға төшкәне юҡ. Сос малай үҙе оҙонлоҡ балыҡ ҡаптырған – уны һыуҙан һөйрәп сығарырға ла көс-ҡеүәт, таҫыллыҡ кәрәк!” – тиештеләр. “Үҫкәс, ”Балыҡсылыҡ хужалығы”н ойошторам!”– тине Линар.
Филә Рәфилдең һүҙен бүлдерҙе:
– Ҡайным, онотмағанһыңдыр әле: Линар бишенсе синыфты тик “бишле”гә тамамлап, беҙҙе бик һөйөндөргәйне. “Улыбыҙға бүләк булһын” тип, Кипрға алып китергә йыйынабыҙ. Юҡ, Линар риза түгел: “Ауылға, ҡартатай менән ҡартинәйгә, барабыҙ!” – тип ауыҙыбыҙҙы яба. Киттек ауылға. Шул саҡта ла бөтәбеҙҙе һоҡландырҙы – баҡсанан сыҡманы: йәшелсә түтәлдәрен утаны, бәрәңге күмде. “Үҫкәс, дан итеп дача һалам, ҙу-у-ур баҡса үҫтерәм!” тигән хыялдар ҡорғайны. Бесән эшендә лә ихлас ярҙамлашты: салғы тоторға, бесән күбәләргә өйрәнде.
Шул йылда бит, ҡайным, матур бейә һатып алдың.
Сайран ҡарттың ауыҙы ҡолағына етте:
– Эйе. Һеҙ ҡайтыр саҡтараҡ ул ҡолонланы. Линар көн оҙоно ҡолон янында уралана. Бейә тәүҙә аландап бер булды. “Ҡолонон ҡыҙғанып, тибеп ҡуймаһын” тип ифрат ҡурҡҡайныҡ. Яратҡанды хайуан да белә: тиҙүк тынысланды. Биш йәшендә үк йылҡы малына мөҡиббән киткән Линарыбыҙҙың был юлы түбәһе күккә тейҙе: “Һабан туйҙарында районда ғына ла түгел, республикала беренселекте бер кемгә лә бирмәм!” – тине. Булыр унан: егәрле, сәмсел. Бала саҡтағы ниәттәр бойомға аша бит ул. Өс йылдан артыҡ ваҡыт үтте. Шул дүнәнебеҙ* торғаны дөл-дөл. Уны мин ҡәҙерле балабыҙға инселәнем. Йәрингә бәйгелә ҡатнашыр өсөн дүнәнде* хәҙерҙән өйрәтергә кәрәк. Ейәнемде алып ҡайтырға килдем, – ҡарт кинәнеп кеткелдәне. – Әйткәндәй, үҙе өйҙә күренмәй, ҡайҙа ул?
Рәфил менән Филә бер-береһенә ҡарашты ла өндәшмәне.
Сайран ҡарттың һорауҙары бихисап:
– Һигеҙенсе синыфты нисек тамамланы? Гел отличник, уҡыуҙа алдынғы, булды: әле лә һынатмағандыр?
– Көскә – көскә осланы “өслө” гә... Хәҙер ул уҡыуҙы уйламай... – Филә ауыр көрһөндө лә улының бүлмәһенә ҡарап ҡуйҙы.
– Нимәштәгән? Бәй, әллә ауырыймы? Ашарға ла сыҡманы. Әлегәсә өйҙә һалып ҡуйҙығыҙмы? Табип саҡырманығыҙмы? Шифаханала дауаларға кәрәк! – Хафаланған ҡарт ейәненең бүлмәһенә йүнәлде. Ишеккә үрелгәс кенә Линарҙың яман аҡырыуы ишетелде:
– Дурак, нимә көтәһең?! Дөңкәйткәнсе тондор! Ә һиңә, дурочка, ялбырбаш, шул кәрәк!
Бүлмәлә ниҙер дөпөлдәне, кемдер ыңғырашты.
“Һуғышалар бит!” – Сайран ҡарт тәүәкәлләп ишекте асып ебәрҙе.
...Компьютер алдында ултырған Линар, ишек асылғанын ишетмәнеме, ҡымшанманы ла.
Сайран ҡарт, хайран-вайран булып, ҡаҡ һөйәккә ҡалған ейәнен бер килке күҙәткәс кенә телгә килде:
– Балам, мин килдем, күрешәйек!
– Күрешергә ваҡытым юҡ! Әх, яуаплы мәлдә ҡамасаулайһың! – Линар, компьютерҙан күҙен алмай, экранда бер-береһен баҫтырып атышҡандарға тағы фарман бирҙе, – сит планетанан килеүселәр, тиҙерәк ҡырығыҙ Ер кешеләрен, иҙегеҙ, бөтөрөгөҙ!
– Улым, теге айғыр ҡолон үҫте. Дүнән*, шундай матур – торғаны ҡанатлы толпар! Киләһе йылда ат сабышыуында ҡатнашырһың. Һине алып ҡайтырға килдем, юлға әҙерлән!
– Ниндәй дүнән* һөйләйһең, ҡарт йүләр?! Миңә бер нимә лә кәрәкмәй! – Үҫмер ҡартатаһына әйләнеп ҡараны.
Кәйефе ҡырылған, аяҡ быуындары бушаған Сайран ҡарт яй ғына ишеккә табан сигенде...
* дүнән – өс йәш менән дүрт йәш араһындағы айғыр малы.
Читайте нас: