Башҡортостан эстафетаны Удмурт республикаһынан ҡабул итә, иртәгә башҡорт телендә “Еңеү көнө” йыры телевидение һәм радиола башҡарыла. Волга буйы федераль округында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арналған был акция Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппараты башланғысы менән старт алды. Марафондың маҡсаты – төрлө төбәктәр халҡын берҙәм халыҡ коллективына берләштереү. Ҡатнашыусы төбәктәр барыбыҙға ла билдәле “Еңеү көнө” йырын башҡарып, эстафетаны бер-береһенә тапшырасаҡ.