Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Апрель 2020, 09:39

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта 305 600 кеше ҡатнашты

#башҡорттеле #Ағиҙелжурналы

25 апрелдә тарихта тәүге тапҡыр Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант тулыһынса онлайн-форматта үтте. Был сарала Башҡортостандың барлыҡ район һәм ҡалалары халҡы, Рәсәйҙең 18 төбәге, 24 яҡын һәм алыҫ сит ил вәкилдәре ҡатнашты. Дөйөм алғанда, Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант 305 600 кешене берләштерҙе. Былтыр иһә үткәрелгән Халыҡ-ара диктантты 69 687 кеше яҙғайны.
Башҡорт теленән быйылғы диктантҡа Башҡортостандан тыш, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәгән 39 214 кеше ҡушылды. Улар Мәскәү, Санкт-Петербург, Сорғот, Владивосток, Яңы Уренгой, Владимир, Ноябрьск, Анапа, Мурманск, Якутск ҡалаларынан, Силәбе, Ҡурған, Свердловск, Ырымбур, Һамар, Һарытау өлкәләренән, Пермь крайынан, Татарстан Республикаһынан ине. Шулай уҡ Ҡытай, АҠШ, Канада, Португалия,  Төркиә, Швейцария, Германия, Испания, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Польша, Эстония, Латвия, Литва, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан, Украина, Белоруссия, Абхазияла йәшәгән 3395 милләттәшебеҙ ҙә телһөйәрлек миссияһын ихлас үтәне.
Читайте нас: