Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 21:48

Волга буйы федераль округына ингән төбәктәр Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын патриотик акция менән ҡаршылай

#нашденьпобеды #Ағиҙелжурналы

Сара «Еңеү көнө» йырын башҡарыуға ҡайтып ҡала һәм ул ошо шәмбе Мордовия республикаһынан башлана. Патриотик акция Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле башланғысында ойошторола. Ошондай уҡ видеороликтар Волга буйы федераль округына ингән башҡа төбәктәр ҙә төшөрөлөр тип көтөлә.
Патриотик акция эстафета рәүешле тапшырылып, интернет киңлектәренә ҡуйыла барасаҡ. Мордовия республикаһы мәҫәлән, төрлө быуын вәкилдәре бер ижади коллектив булып берләшеп милли һәм хәрби кейемдәрҙә сығыш яһаған. Ҡайһы берәүҙәр сараға һуғыш һәм тыл ҡаһармандарының фотоһын да тотоп килгән. Әйткәндәй, округҡа ингән һәр төбәк Еңеү көнөнә арналған йырҙы рус һәм үҙ туған телдәрендә башҡарыу бурысы ҡуйылған. Башҡортостан акцияны Удмурт республикаһынан ҡабул итә.

bashnews.ru

Читайте нас: