Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 18:38

МАРАТ БАБАЙ КӨЛДӨРӘ

Бер ваҡыт Мәскәүҙән минең фатирға телеграмма килеп төштө, ниндәйҙер кәңәшмәгә саҡырғандар. Киттем. Баш ҡаланың иң яҡшы “Мәскәү” ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар, барыһы ла өлтөрәп кенә тора, ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан тигәндәй. Бер заман минең арттан Мостай Кәрим килеп төшмәһенме!

Бер ваҡыт Мәскәүҙән минең фатирға телеграмма килеп төштө, ниндәйҙер кәңәшмәгә саҡырғандар. Киттем. Баш ҡаланың иң яҡшы “Мәскәү” ҡунаҡханаһына урынлаштырҙылар, барыһы ла өлтөрәп кенә тора, ашау байҙан, үлем Хоҙайҙан тигәндәй. Бер заман минең арттан Мостай Кәрим килеп төшмәһенме! Баҡтиһәң, Мостайға тигән саҡырыуҙы яңылыш миңә ебәргәндәр икән. Минән: “Телеграмманы бутаған ҡыҙға ниндәйерәк яза бирәйек?”, – тип һорайҙар. Мин уларға: “Киреһенсә, бүләкләргә кәрәк”, –тинем. Тегеләрҙең күҙҙәре шар булды. Бындай ҙа хөрмәтте тағы ҡасан күрер инем”, – тигәс, барыһы ла шарҡылдап көлөп ебәрҙе. “Вот настоящий юморист” , – тине кемдер.
Читайте нас: