Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Апрель 2020, 17:36

Айһылыу Йәғәфәрова: "БЕҘҘЕҢ КӨРӘШ – ИЖАД МАЙҘАНЫНДА"

“Ырғыҙ”, “Кәмһетелгәндәр” әҫәрҙәрен ҡат-ҡат уҡып елкенгән ҡыҙ: “Мин барыбер роман яҙасаҡмын!” – ти һәм 19 йәшендә “Килендәр”ҙе башлай.

Минең ҡыҙым яҙыусы булараҡ”, – ти кескәй Айһылыуҙың атаһы Шәйхетдин ағай, ҡыҙының китапты күп уҡыуына ҡарап. Юрағаны юш килә уның. Бөгөн Айһылыу Йәғәфәрова – ике тиҫтәнән ашыу китап авторы.
Пушкин ағай, ниңә һин башҡорт түгелһең? Ошо әкиәттәреңде беҙҙеңсә яҙыр инең...” – тип һамаҡлай өсөнсө класҡа күскән ҡыҙ, урыҫ классигы яҙғандарҙың барыһын да аңлай алмағаны өсөн күҙҙәренә йәш алып.
Йылдар үтер, һәм Айһылыу Йәғәфәрова Пушкиндың бөтә әкиәттәрен дә башҡортсаға тәржемә итер.
...Асҡарға яҙыусылар Мөхөтдин Тажи, Абдулхаҡ Игебаев, Марат Кәримов килгән тигән хәбәрҙе ишеткәс, уҡытыусы Нәбип ағайҙары, утыҙ саҡрым араны йәйәүләп үттереп, VII класс уҡыусыларын осрашыуға алып килә. (Ниндәй уҡытыусылар булған бит ул заманда!)
Арағыҙҙа яҙышҡан балалар бармы?” – тип һорай осрашыуҙа Абдулхаҡ ағай. Барыһы ла Айһылыуға төртөп күрһәтә. Ҡыҙҙың кескәйҙәр өсөн шиғырҙар яҙғанын белгәс, әҙип: “Берәй ваҡыт ҡулъяҙмаңды тотоп килерһең әле, китабыңды сығарырбыҙ”, – ти.
Байтаҡ йылдарҙан һуң балаларға яҙған шиғырҙарын тикшерткәндә Абдулхаҡ ағай ҙа була, әммә Айһылыу Йәғәфәрова үҙенең теге саҡ Асҡар клубында осрашыуҙа ҡатнашҡан ҡыҙ икәнен әйтергә ҡыймай.
Бәлки, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева апайҙар кеүек роман да яҙырһың”, – ти Мөхөтдин Тажи.
Ырғыҙ”, “Кәмһетелгәндәр” әҫәрҙәрен ҡат-ҡат уҡып елкенгән ҡыҙ: “Мин барыбер роман яҙасаҡмын!” – ти һәм 19 йәшендә “Килендәр”ҙе башлай.
Яҡшы уҡығыҙ, киләсәктә илгә терәк булығыҙ, тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн күкрәгегеҙҙә орден-миҙалдар ялтырап торһон”, – тип әйткән Марат Кәримовтың да теләге тормошҡа аша.
Айһылыу Йәғәфәрова – Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, шулай уҡ башҡа күп наградаға лайыҡ. Ҡырҡ йылдан ашыу бер урында – балалар баҡсаһында – эшләй.
Танылған балалар шағирәһе, прозаик, драматург Айһылыу ЙӘҒӘФӘРОВА менән әңгәмәбеҙҙә яҙыусы тормошонан тағы ла бихисап ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белерһегеҙ.
Күркәм юбилейығыҙ яҡынлашып килгәндә бала сағығыҙҙы иҫкә төшөрөп алайыҡ әле. Тәүге шиғырығыҙҙы ҡасан яҙҙығыҙ?
– Бик матур йәй көнө ине. Апайҙар Һаҡмар буйына еҙ самауырҙарын ҡомда ялтыратып таҙартырға, өлкәнерәк ҡыҙҙар кер йыуырға, минең кеүек әле уҡырға бармағандар һыу инергә, шаярырға, селтей тоторға килгән. Ә мин һәр саҡ сәскәле яр буйында йөрөргә, йә булмаһа аяҡты һыуға тығып, шым ғына тирә-яҡҡа ҡарап ултырырға яраттым. Күңелемә иҫ киткес наҙ тула, үҙем дә һиҙмәҫтән шиғыр һөйләй башлайым:
Беҙҙең Һаҡмар буйҙарында
Төрлө сәскәләр үҫә.
Аҡ сәскәләр, күк сәскәләр
Тәмле еҫтәрен сәсә.
Был юлдар – иҫемдә ҡалған иң беренсе шиғыр. Беҙ, ҡыҙҙар, Һаҡмар буйындағы сәскәләргә үҙебеҙҙең исемдәрҙе ҡуштыҡ. Мин көрән төҫлө боланутты һайланым. Уны һаман да “Айһылыу сәскәһе” тип йөрөтәләр.
Бер саҡ “Пионер” журналында Зәйнәб апай Биишеваның “Алты батырҙың ете ейәне” тигән әҫәре баҫылды. Ул тимурсылар хаҡында ине. Мин дә ауыл пионерҙарынан команда төҙөп алдым. Өлкәндәргә ярҙам итеү, клубты ҡарау, тирә-яҡты таҙа тотоу кеүек эштәр менән мәшғүлбеҙ. Минең һеңлем, әле матбуғатта әүҙем яҙышҡан Зөһрә Бәшәрова, “Һаҡмарҙы кем һаҡлар?” акцияһына бәйле уҡыу йылдарын иҫләп: “Айһылыу апай беҙҙе барабан һуҡтырып, һорнай ҡысҡыртып, Һаҡмар буйын таҙартырға алып сыға торғайны”, – тип яҙҙы.
Етенсе-һигеҙенсе кластарҙа, Ҡырҙаста уҡыған саҡта, пьесалар яҙырға әүәҫләндем. Клубта һәр байрамға концерт әҙерләй торғайныҡ. Бер аҙҙан мин яҙған пьесаларҙы ла ҡуя башланыҡ. Тамашаларға ауылдағы бар халыҡ йыйыла ине. Ултырғыс етмәһә, өйҙән алып киләләр, ә бәләкәй малайҙар сәхнә янындағы иҙәндә ултыра торғайны.
Геройҙар, әлбиттә, беҙҙең кеүек үҫмерҙәр. Бер мәл ҡыҙыҡлы урында иҙәндәге балалар шаулап көлә башланы. Уларға арттағы ололар ҙа ҡушылды. Сәхнәләге иптәшем менән беҙ ҙә, түҙә алмай, ауыҙыбыҙҙы ҡаплап шырҡылдарға тотондоҡ. Шаршау артында тексты әйтеп торған Йомабикә: “Ниңә үҙегеҙ көләһегеҙ? Хәҙер һүҙҙәрен онотаһығыҙ бит!” – тип тынысһыҙланып шыбырланы. Мин артыма боролоп ҡараным да: “Үҙем яҙғанды нисек онотайым?” – тип ҡул һелтәнем. Залдағылар тағы ла нығыраҡ көлөргә тотондо…
Әҙәбиәткә һөйөү ҡайҙан килде икән: атай-әсәй, олатай-өләсәйҙең һүҙ оҫталары булыуынанмы, әллә уҡытыусыларҙың мөхәббәт уята алыуынанмы?
– Мөхәррәм ағайымдың һөйләүе буйынса ғына иҫләйем: әсәйем Шәмсиямал миңә өс йәш саҡта һыуыҡ тейҙереп үлеп ҡала. Ул ауылда беренсе, иң оҫта йыраусы, сәсәниә була. Көйләп, бейеп торған, үҙ артынан башҡаларҙы эйәрткән.
Мине тыуҙырырға йөрөгән көндәрендә әсәйемә еңел эш бирәләр: бригадир уны колхоздың йәшелсә баҡсаһына төнгө ҡарауылға ҡуя. Айлы матур кис була. Бер мәл ауырый башлай әсәйем. Ҡайын янына ултыра. Шул саҡ һыйырын эҙләп йөрөгән Шәрифә өләсәйҙе күреп ҡала ла тиҙ генә бысаҡ алып килеүен үтенә. Моғайын, кәбеҫтә йә шалҡан бирергә теләйҙер, тип уйлай әбекәй… Әммә бер аҙҙан ул кендек инәйем була. Хажиәхмәт еҙнәм мине “Шалҡанбикә” тип мәрәкәләй торғайны.
Айлы кис, тинегеҙ. Айһылыу исеме шунандыр инде.
– Эйе… Сентябрь айы – ураҡ мәле. Әсәйем тағы эшкә сыға. Сабыйҙы ике сәғәт һайын имеҙергә кәрәк бит инде. Ун ике йәшлек Хәлимә апай мине ике ҡат йүргәккә урап көнөнә әллә нисә тапҡыр баҫыуға, әсәйем янына алып килә. Бригадир күренһә, Айһылыуҙы илатҡансы семте, тиҙәр. Ни өсөн, тиһегеҙме? Элек бер ус бойҙай алған өсөн дә төрмәгә ебәргәндәр бит. Туйыр-туймаҫ йөрөгән ауыл ҡатындары мине апайым баҫыуға алып килеүгә бойҙай ыуып әҙерләп ҡуя ла, уны ҡайтыр саҡта тышҡы төргәккә тултырып, бәйләп, беҙҙе кире өйгә оҙата икән. Ә инде бригадир күренһә, семтегәс, ҡысҡырып илағанмын – был үҙенсә сигнал булған ҡатындарға. Унан һуң бала йүргәген тентергә кемдең башына килһен, етмәһә, ҡысҡырап илап ятҡанда..
Кискеһен Нәзирә өләсәйемдең ҡул тирмәнендә тартып бешереп ҡуйған бойҙай бутҡаһын ашап, кеҫәһенә ҡурмас тултырған ҡатындар бүрәнә өҫтөнә теҙелеп ултырып, әсәйемдең моңон тыңлап, шаяртыуҙарына көлөп, оҙаҡ-оҙаҡ беҙҙең ишек алдында булған. Күмәкләп йырлауҙары урамға ишетелеп торған.
Күңелемә әҙәбиәттең илаһи нурҙары әсәйемдән күскән тип уйлайым. Ә атайым һүрәтте бик матур төшөрә ине. Кеше һынын ғына яһаманы. Уның ҡарауы, мин, ниңәлер, һылыу батша ҡыҙҙарын һүрәтләй торғайным. Бер мәл атайым Урал урманын төшөрҙө. Матур-матур ҡоштар, ағастар, кейек-йәнлектәр... Ҡараһам, бер ботаҡта асыулы һеләүһен һуҙылып ята. Мин атайыма был йыртҡыстан ҡурҡыуымды белдерҙем. Ә ул тотто ла йәнлектең ауыҙына ике яҡтан бәләкәй генә һыҙыҡ һыҙҙы. Бына мөғжизә: һеләүһен “көлдө” лә ебәрҙе! Осоп килгән ҙур күҙле өкөнән дә шөрләгәйнем, атайым уға күҙлек кейҙерҙе… Һүрәт төшөрөргә яратыуым – атайымдан ҡалған мираҫ.
Был һыҙаттар миңә тәрбиәсе булып эшләгәндә ныҡ ярҙам итте. Ә Ҡырҙаста уҡыған саҡта ике түңәрәккә яҙылдым: береһе – әҙәбиәт, икенсеһе һүрәт төшөрөү ине. Өсөнсөһөнә, шәл бәйләүгә, алманылар, икәү еткән, тинеләр. Әҙәбиәт түңәрәген башҡорт теле уҡытыусыһы Рәфҡәт ағай Мәхийәнов алып барҙы. Унда әкиәт, хикәйә, шиғыр яҙырға өйрәндек. Тик, ниңәлер, ижад емештәрен гәзиткә ебәрергә белмәгәнбеҙ. Мин II класта вожатый инем. Бәләкәйҙәргә үҙемдең яҙғандарымды һөйләй торғайным.
Бөгөн Һеҙ – егермегә яҡын китап авторы. Әҙәбиәттең төрлө өлкәһендә әүҙем эшләйһегеҙ – проза, шиғриәт, драматургия, тәржемә. Ошо жанрҙарҙың ҡайһыһы күңелегеҙгә айырыуса яҡын?
– Бала саҡтан әкиәттәрҙе ныҡ яраттым. Тәрбиәсе булып эшләй башлағас, һеҙ һанап киткән әҙәби жанрҙарҙың бөтәһенең дә кәрәклеген аңланым. Дөрөҫөн әйткәндә, балаларҙы матур әҙәбиәт көсө менән тәрбиәләнем. Кескәйҙәр әкиәт ҡанаты өҫтөндә ултырып үҫә. Мин улар менән бергә балалар әҙәбиәтенә үрмәләнем. Оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк, тиҙәр. Халыҡ ижадынан шиғри юлдар йыя башланым, уларҙы аҙаҡ үҙем төҙөгән “Йәйғор” хрестоматияһына ла индерҙем.
Балалар әҙәбиәтенең бөтөн төрө лә ҡәҙерле миңә, эсәр һыу, һулар һауа кеүек йәшәү сығанағы.
Хеҙмәт юлығыҙҙы тыуған яғығыҙҙағы “Ҡыҙыл Башҡортостан” совхозында ул ваҡытта яңы ғына асылған балалар баҡсаһында башлағанһығыҙ. Бер урында ҡырҡ йылдан ашыу эшләгәнһегеҙ! Кескәйҙәр өсөн ижад итеүгә тотоноуығыҙға бәләкәстәр донъяһы ла сәбәпсе булғандыр?
– Минең тәүге шиғырым 1967 йылда үҙебеҙҙең “Осҡон” гәзитендә баҫылып сыҡты. “Көтөүсе” тип атала ине ул. Шунан һуң миңә матбуғатҡа юл асылды. Балалар гәзитенә, журналына, “Ленинсы”ға, “Совет Башҡортостаны”на кескәйҙәргә арналған әҫәрҙәремде ебәрә барҙым, улар тиҙ арала баҫылып сыға ине.
Башҡарған эшем менән балалар әҙәбиәтен айырып ҡарай алманым. 1973 йылда С. Маршактың “Тирмәкәй” әҫәрен ҡуйырға булдыҡ. Өлкән һәм мәктәпкә әҙерләү төркөмдәре менән эште сентябрҙә башлағайныҡ, мартта, әсәйҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырып, пьесаны ҡуйҙыҡ. Шул тиклем шәп килеп сыҡты. Әсәйҙәр был пьесаны икенсе көндә лә уйнауыбыҙҙы һораны. Иртәгәһен нимә булды тип уйлайһығыҙ? Залда энә төртөрлөк тә урын ҡалмағайны!
Ярты йыл буйы үҙем дә ятлап бөттөм пьесаны. Әле булһа бер нәмәгә аптырайым. Балалар менән һөйләмдәрҙе ятлап йөрөйбөҙ, Маршак шиғыры үҙенән-үҙе башҡортсаға әйләнә бара:
Тирмә-тирмә-тирмәкәй,
Был тирмәлә кем йәшәй?
Хәҙер балалар баҡсаларының исемен ике телдә – “Теремок-Тирмәкәй” тип яҙалар. Был һүҙ минән иҫтәлек булып ҡалды.
Бер мәл “Тирмәкәй” пьесаһы ингән “Бөҙрәкәй” тигән китабымды тотоп, Сибайҙан “Сулпан” балалар театры режиссеры Әлмира Ҡыуатова килеп төштө лә әҫәрҙе ҡуйырға теләүен әйтте. Бик оҡшаған уларға. Алты-ете йәшлектәрҙең сәхнәләштергәнен ишеткәс, хайран ҡалды. Аҙаҡ ул театр артистары менән Әбйәлил буйлап халыҡҡа “Тирмәкәй”ҙе күрһәтеп сыҡты.
Бөгөнгө балалар баҡсаһы менән Һеҙ эшләгән осорҙағыһы айырыламы?
– Мин 1966 йылда Ишембайҙа мәғариф министрлығы тарафынан ойошторолған тәрбиәселәр әҙерләү курсында уҡыным. Дүрт ҡыҙ инек, районға бер үҙем генә ҡайттым. Ул йылдарҙа Башҡортостанда балалар баҡсалары күпләп төҙөлә башлағайны. Мин әле үҙем йәшәгән совхозды һайланым. Йылдар үтеү менән районда балалар баҡсалары ҡырҡҡа етте. Хәҙер иһә, ҡулайлаштырыуға бәйле, ҡайһы берҙәре эшен туҡтатты, йә үҙаллылығын юғалтып, филиал булып ҡалды. Әйткәндәй, мин уҡыған, 1912 йылда асылған мәктәп бер быуатлыҡ юбилейында ябылды. Һаҡмар башындағы Әхмәттә 70-кә яҡын өй бар ине, хәҙер – 42. Элек, ауылдарҙа тормош гөрләгәндә, балалар баҡсаларында ла эш йәнлерәк ине кеүек. Хеҙмәткәрҙәрҙе ҡағыҙ мәшәҡәте лә баҫты…
Сабый күңеленә бөтөн әхлаҡи, тәрбиәүи нигеҙҙәр биш йәшкә хәтлем һалына, тиҙәр. Һеҙ шуның менән килешәһегеҙме, әллә, үҙегеҙҙең күп йыллыҡ эш тәжрибәгеҙҙән сығып, бүтәнсә фекерҙәһегеҙме?
– Сабыйға буласаҡ ғәҙәттәре ҡан аша, ҡарында ятҡанда уҡ һалына. Шулай ҙа бала үҙен уратып алған мөхитте өйрәнмәйенсә, кешеләр менән аралашмайынса, нисә йәштә булмаһын, әхлаҡи тәрбиәне тулыһынса ала алмай. Әлбиттә, уға тәүге һабаҡты ата-әсәһе, балалар баҡсаһы бирә. Эйе, йәмғиәттәге бөтә нәмә лә тәьҫир итә балаға. Был йәһәттән бөгөн беҙҙең быуын совет тәрбиәһен һағына. Башҡа илдәргә лә өлгө була торғайны бит ул. Һәр ерҙә тиерлек “Кеше – кешегә дуҫ, туған һәм иптәш” тигән лозунг элеүле торор ине. Хәҙер иһә бала донъяла ниҙәр барғанын бәләкәйҙән үк төрлө сығанаҡтарҙан күреп үҫә, бер нәмәне лә йәшереп булмай. Ситтән ингән кире өлгөләр айырыуса хәүефле.
Тәрбиә биреүҙә әҙәбиәттең өлөшөнә килгәндә...
– Балаларҙы беҙ тормоштоң йәме, шатлығыбыҙ, киләсәгебеҙ тип атайбыҙ. Уларҙың физик һәм рухи үҫеше менән ҡыҙыҡһынмаған, яҙмышы тураһында борсолмаған кеше һирәктер. Йәш быуынға тәрбиә биреүҙә, әлбиттә, әҙәбиәттең, сәнғәттең өлөшө бик ҙур. Хөкүмәтебеҙ яҙыусыларҙы ошо эштә ярҙамсы, ныҡлы таяныс тип һанарға тейештер. Яҡшы әҙәби әҫәрҙәр балаға донъяны тәрәнерәк аңларға, ысынбарлыҡты аңларға ярҙам итә, зауығын үҫтерә, холоҡ-фиғелен формалаштыра.
Һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙ балаларға тәғәйенләнһә лә, уларҙа тотош халҡыбыҙҙы борсоған көнүҙәк мәсьәләләр ҙә күтәрелә. Мәҫәлән, “Шамил менән Шаҡшаҡа” тигән әкиәт-повесығыҙҙы алайыҡ. Унда бит аңлай, күрә, тоя белгән кешегә башҡорт ерҙәренә, бигерәк тә Әбйәлил төбәгенә сит-яттарҙың, атап әйткәндә, Магнитогорск байҙарының хужа булып бөтөп барыуы бәйән ителә... Ошондай эзоп теленә мөрәжәғәт итергә нимә сәбәпсе булды, тип һорамаһаҡ та, аңлашыла кеүек. Туранан-тура яҙһағыҙ, баҫмаҫтар, баҫһалар ҙа, бер ниндәй ҙә сара күрмәҫтәр, үҙегеҙгә ижадҡа юл ябырҙар тип уйланығыҙмы?
– Эйе, балалар гәзите “Йәншишмә”лә “Шамил менән Шаҡшаҡа” исемле повесым баҫылып сыҡҡайны. Дөрөҫ әйтәһегеҙ, бында эзоп теле ҡулланырға тура килде. Ҡайһы ерең ауырта, шуны уйлайһың, тиҙәр бит. Ысынлап та, Мәғнит байҙары райондың иң гүзәл, иркен урындарын һатып ала. Рәсәй законына ярашлы, аукцион бик шәп бара. Хәҙер үҙебеҙҙең совхозда ла килгән кешеләрҙең кем икәнен белмәйбеҙ…
Былтыр нәшриәткә “Дуҫыңдың ҡәҙерен бел” исемле хикәйәләр, әкиәттәр, пьесалар йыйынтығын тапшырҙым. Унда повесымды, балаларҙың һорауы буйынса, пьесаға әйләндерҙем. Китап донъя күрһә, Сибай, Учалы һәм башҡа урындарҙағы йәш тамашасылар театрҙары сәхнәләштерер тигән өмөттәмен.
А.С. Пушкиндың биш әкиәтен башҡортсаға тәржемә иттегеҙ. Әйтеүегеҙсә, быға ун йыл ваҡыт талап ителгән. Ни сәбәпле ошондай эшкә тотондоғоҙ һәм ул ижади яҡтан нимә бирҙе?
– Пушкиндың әкиәттәре хаҡында һөйләй башлаһам, оҙонға китәсәк, әңгәмә һуҙыласаҡ. Шулай ҙа ҡайһы бер ваҡиғаларҙы иҫкә төшөрмәй булмай.
Мин бәләкәйҙән әкиәт тыңларға, уҡырға яраттым. Һуғыштан һуңғы осорҙағы балаларҙы ауырлыҡтар ныҡлы һынаһа ла, тормош әкиәт йәйғоро нуры аҫтында еңеләйә барған кеүек тойолдо. Ни өсөн тигәндә, бындай әҫәрҙәрҙең аҙағы матур, бәхетле тамамланасағын, яҡты киләсәккә әйҙәүен беләһең.
Бер мәл миңә Мөхәррәм ағайым А.С. Пушкиндың ошо биш әкиәтенән торған, һүрәтле, урыҫ телендә яҙылған китабын тыуған көнөмә бүләк итте. Ул ваҡытта башланғыс мәктәптә белем ала инем. Ағайым: “Ҡырҙасҡа бишенсе класҡа барғанса уҡып бөтөрөрһөң әле. Урыҫса өйрәнә тор”, – тине. Әлбиттә, шатлығымдың сиге булманы. Көндөҙ Ҡаран йылғаһы буйында быҙау, кис иген баҫыуы янындағы туғайҙа һыйыр көтөргә сыҡҡанда ла китабымды ҡулымдан төшөрмәнем. Хатта урындыҡта бесәй балаһы кеүек йомарланып йоҡлағанда ла ҡосаҡлап ята торғайным. Эйе, оҙон һүҙҙәрҙе ижекләп, саҡ-саҡ уҡып сыҡһам да, барыбер һөйләмдең мәғәнәһен аңлағандай инем. Һүрәттәрен берәм-берәм һыйпап, асылына төшөнгән һымаҡ булам. Ә шулай ҙа бөтә нәмәне белгем килә. Бындай саҡта күҙҙәремә йәш тула. “Пушкин ағай, ниңә һин башҡорт түгелһең? Ошо әкиәттәреңде беҙҙеңсә яҙыр инең…” – тип һамаҡлайым. Бер саҡ йәндәй күргән китабым күҙ менән ҡаш араһында ғәйеп булды ла ҡуйҙы. Был минең иҫ белгәндәге иң ҙур ҡайғым ине.
Ҡырҙаста етенсе класта урыҫ әҙәбиәтенән Пушкиндың алтын балыҡ хаҡындағы әкиәтен уҡыныҡ. Аҙаҡ уҡытыусы Мария Осиповна: “Йә, балалар, һеҙ алтын балыҡтан нимә һорар инегеҙ?” – тине, йылмайып. Ҡыҙҙар – алтын йөҙөк, ебәк күлдәк, ә малайҙар велосипед теләгәнен белдерҙе. Минең фамилиям урыҫса исемлектә иң артта булғас, сират иң һуңынан етте. “Ә мин иҙәндән түбә таҡтаға тиклем өйөлөп ятҡан әкиәт китаптарын һорар инем, – тинем һәм өҫтәп ҡуйҙым. – Тағы ла Пушкин әкиәттәрең бөтәһенең дә башҡортса булыуын теләр инем”. Мария Осиповна бер аҙ уйланып ултырҙы ла: “Әлбиттә, алтын балыҡ бөтә нәмәне эшләй ала: кәритә, өй, хатта әбейҙе батшабикә итеп тәхеткә лә ултырта, – тине. – Тик һинең икенсе һорауың үтәлмәҫ шул. Ни өсөн тигәндә, шағир башҡортса белмәй. Шулай ҙа ҡайғырма. Берәй ваҡыт яҙыусыларыбыҙҙың берәйһе бөйөк Пушкиндың әкиәттәрен башҡортсаға тәржемә итер әле, көтәйек…”
Бер хрестоматияла Пушкиндың “Салтан батша тураһында әкиәт”е бирелгәйне. Шаҡ ҡаттым: мең юллыҡ әҫәр!.. “Методиканы белмәгән, кабинетта ғына ултырған кешеләр төҙөгәндер”, – тип уйланым. Мин булһам, алтын балыҡ тураһындағын ҡуйыр инем: унда геройҙар әҙ, теле ябайыраҡ, балалар холҡо ла сағыла: бир ҙә бир, тағы бир… Беҙ бөтөн уҡытыу-тәрбиә эшен урыҫса алып бара инек, башҡорт баҡсалары өсөн программа ла, хрестоматия ла булманы.
Һеҙ шул эште башҡарыуҙы үҙ өҫтөгөҙгә алдығыҙ түгелме?
– Бер мәл мине башҡорт балалары өсөн программа, хрестоматия төҙөү темаһы буйынса үткәрелгән кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн Өфөгә саҡырҙылар. Урыҫса программаны үҙебеҙҙең телгә әйләндереү ауыр булмаһа ла, әҙәбиәт бүлеген төҙөү еңел түгел ине. Бының өсөн башҡорт яҙыусыларының балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрен яҡшы белергә, уларҙы, йәшкә ҡарап, ниндәй бүлеккә индерергә (уҡыу, ятлау, һөйләү, үҙешмәкәрлек һ.б.) икәнен асыҡларға, тейешенсә төҙөп сығырға кәрәк. Программа буйынса был эште миңә тапшырҙылар. Хеҙмәтте атҡарыу өсөн үҙе балалар баҡсаһында мотлаҡ кескәйҙәр менән эшләгән, әҙәбиәтте ғәмәлдә файҙаланған педагог кәрәк булғандыр. Ә мин был ваҡытта бәләкәстәргә тәғәйенләнгән өс китап авторы инем, БДУ-ны тамамлағанда диплом эшем дә балалар әҙәбиәтенә арналғайны.
Тәүге программала әҙәбиәт бүлегенең исемлеген мин төҙөнөм һәм, хрестоматияға тотонорға ауырһынғандарын һиҙгәс, был иң ҡыйын эште лә башҡарырға баҙнат иттем. Ике китапҡа өсәр ай ваҡыт бирҙеләр. Ең һыҙғанып тотондом. 1995 йылда иң оҙон, ауыр “Салтан батша тураһында әкиәт”тән башланым. Шундай ғәҙәтем бар: һәр саҡ эштең еңелен аҙаҡҡа ҡалдырам. Кеше бит башта ғәйрәтле, түҙемле була, ауырлыҡ артта ҡалған һайын күңелләнә бара. Киреһенсә, ҡатмарлы эш алдыңда ҡая кеүек баҫып торһа, һүрелә төшәһең, уны тамамлай алмауың да ихтимал.
Әкиәттәр башҡортса, халыҡса башлана.
Борон-борон заманда
Батша торған ҡалала
Өс сибәр йәшәгән, ти,
Һәр кис йөн иләгән, ти.
Әкиәт әҙ ҙә, күп тә түгел – алты йыл ваҡытты алды. Тәржемәгә юл һалынды, ҡалған дүртәүһе берәр йылды “йотто”. Башҡорт балалар баҡсалары өсөн “Йәйғор” китабының икенсе баҫмаһына “Алтын балыҡ” ялтырап, башҡортса һөйләшә-һөйләшә килеп инде. “Бына бит, бала саҡтағы хыялыңды алтын балыҡ түгел, ә үҙең тырышып тормошҡа ашырҙың, – тип Пушкин ағай миңә йылмайып ҡарағандай булды. – Юғалған китабыңды ла таптың. Әйҙә, хәҙер башҡорт балалары ла уҡыһын”.
Өс китапта тәржемәләрем тупланды. А.С. Пушкин әкиәттәренән тыш, донъя халыҡтары ижадынан төҙөлгән “Ҡыҙыл ҡанатлы, алтын суҡышлы ҡошсоҡ” тигән китап, С. Маршактың “Кил һин беҙҙең тирмәгә”, “Кем таба йөҙөктө?”, “Тирмәкәй”, “Бесәй өйө”, К. Чуковскийҙың “Айболит”, “Телефон” әҫәрҙәре, А. Бартоның 32 шиғыры...
Үҫмерҙәр өсөн “Шүлгәнташҡа сәйәхәт” тигән әҫәрегеҙҙең өҙөктәре “Аманат” журналында, “Йәншишмә” гәзитендә баҫылды. Унда уҡыусыларҙы Тарауыл ҡарт менән осраштырып, ташбыуат осорона сәйәхәт иттерәһегеҙ, Аҡъял, Ҡамыр батырҙарға юлыҡтыраһығыҙ. Әле баҫмала донъя күрмәгән һуңғы өлөшөндә лә ҡыҙыҡлы мажаралар көтә, тиһегеҙ. Әҫәрегеҙҙә әйтергә теләгән фекерҙәрегеҙҙе, әкиәт жанрына мөрәжәғәт итмәй, бөгөнгө көн геройҙарының сәйәхәте итеп бирһәгеҙ нисек булыр ине?
– Тәүҙә шуны әйтеп үтәйем: әкиәт-повестың өсөнсө бүлегендә үҫмер геройҙарым Ҡамыр батыр менән көрәш майҙанында яуыз Ҡыҙ батшаның бөтә шарттарын бергәләп үтәп, аҙаҡ халыҡты иҙгән, Уралтауҙың ҡалҡаны булырҙай йәш егеттәрен арбатып, һылыу ҡыҙға әйләнеп, уларҙы һәләк иткән ошо Дейеүҙе дөмөктөрә.
Был әҫәрҙе өсөнсө йыл яҙам. Хыялым – боронғо дәүер менән хәҙерге заманды осраштырыу. Ундай алым тик әкиәттәрҙә генә була. Был бәйләнеште кем ҡулда тотоп тора һуң? Боронғо дәүерҙе – Тарауыл ҡарт, хәҙергене – сәйәхәтсе үҫмерҙәребеҙ. Улар элекке һәм әлеге Шүлгәнташта осраша, быуындар сылбырын бергәләп киләсәк быуатҡа бәйләй. Әҫәрҙә ваҡиғалар йәнәш бара. Әгәр бөгөнгө геройҙарҙы мәмерйәлә сәйәхәт иттереп кенә йөрөһәм, мин экскурсовод ролен генә үтәр, яҙмам тик публицистик әҫәргә тартым булыр ине. Балаларға ғына түгел, үҙемә лә оҡшамаҫ ине был күңелһеҙ торош. Икенсе бүлектә Айгөл ағаларынан: “Бөгөн бармы һуң Аҡъял батыр кеүек ағайҙар?..” – тип һорай. Үҙегеҙ уйлағыҙ, бармы улар?..
Повеста әйтә торған, йөрәкте әрнеткән фекерҙәремде боронғонан һоҫоп алып, әлеге көнгә ташланым. Н.Г. Чернышевскийҙың “Кеше үҙенең тәбиғәтенә яҡын булған нәмәне бик еңел аңлай” тигән һүҙҙәре бар. Быны йәш быуынға ҡарата әйтеү бигерәк тә дөрөҫтөр. Балалар өсөн яҙылған матур әҙәби әҫәрҙә бәләкәстәр үҙҙәре ҡатнашҡан ваҡиғалар, тормош күренештәре һүрәтләнһә, уларға еткерергә теләгән фекер аңлайышлы, яҡын образдар аша бирелһә, әҫәр тәьҫире көслө була һәм автор ҙа ҡуйған маҡсатына өлгәшә.
Әҫәрҙәрегеҙ өҫтөндә тиҫтә йылдар эшләүегеҙ мәғлүм. Был ижадығыҙға үтә яуаплы ҡарауығыҙҙан киләме, әллә ауыл ерендә, мең мәшәҡәт араһында яҙышырға бигүк форсат таба алмауҙанмы?
– Эйе, мин ижадыма бик яуаплы ҡарайым. Пушкин әкиәттәренең ҡарамаларын күрһәгеҙ ине һеҙ... Машинкала баҫҡас та ике-өс тапҡыр һүҙҙәрҙе алмаштырып, уңға-һулға бырғытып, ҡағыҙҙырҙан тау өйәм. Сөнки мин балалар өсөн ижад итәм. “Шүлгәнташҡа сәйәхәт”те яҙғанда ла йылға яҡын материал йыйҙым, кәрәкле һәр мәғлүмәтте, ҡулыма эләккән китапты ентекле өйрәндем – тарих бит, хаталанырға ярамай. Ғалим яҙмаһы – ололар өсөн, ә мин балаларға ябай, йәш йөрәктәрендә асыу ҡабартмаҫлыҡ, яғымлы итеп яҙҙырға тырыштым. Үҙҙәрен дә шул ваҡиғалар эсенә сәйәхәткә саҡырып, алдыма ҡуйған маҡсатыма өлгәшер өсөн бөгөнгөнө лә күҙҙән ысҡындырмай, башҡорт халҡының боронғо быуаттар тарихына алып киттем.
Минең хаҡта ирем “Һин үҙең батшабикә-крәҫтиән кеүекһең. Батшабикә булып ҡулыңа ҡәләм тотһаң да, крәҫтиәндәй һарай араһында йүгерәһең” ти ине. Ысынлап та, ауыл ерендә эш муйындан инде, әйтеп тораһы ла түгел. Һыйырҙарың быҙаулай башлаһа... әкиәтем – ары, үҙем бире киттем!
Һеҙ әҙәбиәткә аяҡ баҫҡан саҡта уҡ тиерлек “Килендәр” исемле роман яҙҙығыҙ. Йәш кенә көйө бындай ҙур күләмле әҫәргә тотоноуға нисек йөрьәт иттегеҙ, быға нимә этәргес булды, уның өҫтөндә нисә йыл эшләнегеҙ?
– Кеше ижадҡа төрлө юл менән килә. Ҡайһы берәүҙәр бәләкәйҙән шиғыр яҙыу менән мауыға, артабан ҡәләмен шымарта. Икенселәр иһә 40-50 йәштә генә ҡапыл асылып, тоҡанып китә. Унан, кеше донъяла яңғыҙ йәшәмәй. Тимәк, ата-әсә, уҡытыусылар, туған-таныштарҙың да һиңә йоғонтоһо ҙур була. Ошо йәһәттән мин атайымды оло һөйөү менән иҫкә алам һәм әле булһа аптырайым: күрәҙәлек ҡылдымы, әллә ныҡ ышандымы икән: бала сағымдан уның әйткән бер һүҙе гел алға әйҙәп, ышаныс-терәк булып, саҡырып торҙо.
…Кис эштәрен бөтөргәс, өлкәндәр беҙҙең баҡса буйындағы оҙон эскәмйәгә йыйылып, тормош хәлдәре хаҡында һөйләшеп, ял итеп ултырыр ине. Мин дә баҡсаға сығып, ҡарағат йыям, йәшелсәгә һыу ҡоям, ә үҙем иғтибар менән уларҙың әңгәмәһен тыңлайым. Ағайҙар бер ваҡытта ла насар һүҙ һөйләмәне. Бары мәрәкәләшкән мәлдәрендә генә үләндә ултырған йәшерәктәр урам яңғыратып көлөп ебәрер ине. Хатта, йәм китәреп, тәмәке көйрәтеүселәр ҙә булманы. Бер мәл Өфөнән яҡташ ағай килгәйне. Урам буйлап барышлай ағайҙар янына туҡталды. Һаулыҡ һорашып, тормош-көнкүреш менән ҡыҙыҡһынды, аҙаҡ:
– Балаларығыҙҙы уҡытырға тырышығыҙ, – тине. – Белемлеләр заманаһы килә.
Унан атайыма төбәлеп:
– Шәйхетдин ағай, уҡып йөрөгән балаларығыҙ барҙыр, кем булырға уйлайҙар? – тип һораны.
Атайым уйланып торғандан һуң:
– Минең ҡыҙым яҙыусы буласаҡ, – тине.
Ағай ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Балам табип, уҡытыусы, агроном була тигәнде аңларға була. Ә быны ҡайҙан алып әйтәһегеҙ һуң?
Атайым көлөмһөрәп яуапланы:
– Китапты күп уҡый…
– Эйе, эйе, – тип уның һүҙен ҡеүәтләне бүтәндәр ҙә. – Ауылда китапты иң күп уҡығандар – Хисам менән Айһылыу.
Ағай күңелле йылмайҙы ла үҙенсә аңлатырға тырышты:
– Яҙыусы булыу өсөн иң тәүҙә талант кәрәк. Китапты күп уҡыу ғына етмәй.
– Хоҙай биргән һәләт тип әйтмәксеһеңдер инде, – тине атай, уйсанланып. – Артабан уҡытырға һаулығым, көсөм генә булһын…
…Ошонан һуң миңә ныҡ тәьҫир иткән тағы бер ваҡиға булды. Йәй, районға яҙыусылар килгәнен ишеткәс, беҙ, етенсе класс уҡыусылары, уҡытыусы Нәбип ағай менән утыҙ саҡрым алыҫлыҡтағы Асҡарға йәйәүләп киттек. Яҙыусылар өсәү – Абдулхаҡ Игебаев, Марат Кәримов, Мөхөтдин Тажи ағайҙар. Абдулхаҡ ағай иҫкергән “Аҡбуҙат” исемле китабынан шиғырҙар уҡыны ла: “Баҫмамдың туҙып бөткәненә ҡыуанам. Был – яҙыусының бәхете. Балалар уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп, яратып уҡыған”, – тине. Мөхөтдин ағай “Тәлгәш ҡайын” поэмаһынан өҙөктәр бүләк итте, ә Марат Кәримов ағайҙы тыңлағанда көлә-көлә эс ҡатып бөттө – шиғырҙары бигерәк ҡыҙыҡ ине.
– Минең “Һәнәк”кә эләгеп ҡуймағыҙ, балалар, – тип һүҙен тамамланы ул. – Яҡшы уҡығыҙ, киләсәктә илгә терәк булығыҙ, тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн күкрәгегеҙҙә орден-миҙалдар ялтырап торһон.
(Бына бит ниндәй күрәҙәселек ҡылған яҙыусы: Айһылыу Йәғәфәрова, ғүмер буйы балалар баҡсаһында эшләп, тырыш хеҙмәте өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. – Авторҙарҙан).
Аҙаҡ Абдулхаҡ ағай:
– Балалар, бәлки, һеҙҙең арағыҙҙа шиғыр яҙған уҡыусылар ҙа барҙыр? – тип һораны. Һабаҡташтарым ялт итеп миңә ҡараны. Шул ваҡытта юғалдым да ҡалдым… Ҡыҙарҙым, ниңәлер, күҙемә йәш тығыла башланы. Ә Абдулхаҡ ағай үҙҙәренә яҡшыраҡ күренеүемде һораны. Урынымдан торғас, әйтерһең, эҫе көлдөксәгә баҫҡанмын, башымды күтәрергә лә баҙнат итмәйем. Минең өсөн яҙыусылар шул тиклем юғары, илаһи бейеклектә ине.
– Ниндәйерәк шиғырҙар яҙаһың? – тип һораны Мөхөтдин ағай.
– Кескәйҙәр өсөн шиғырҙар, әкиәттәр яҙа, пьесаларын сәхнәлә уйнайбыҙ, – тип минең өсөн яуап бирҙе әхирәтем Сулпан.
– Бик һәйбәт, – тип ҡеүәтләне Абдулхаҡ ағай. – Яҙыуыңды ташлама, дауам ит. Берәй ваҡыт ҡулъяҙмаңды беҙгә алып килерһең, тикшерербеҙ. Китап итеп сығарырбыҙ. Шунан яҙыусы булып киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың. (Аҙаҡ, балаларға яҙған шиғырҙарымды тикшергәндә, Абдулхаҡ ағай ҙа ҡатнашты. Тик мин уға Асҡар клубында осрашыуҙа булған, башын да күтәрергә оялған уҡыусы икәнемде әйтергә ҡыйманым, теләһәм дә, һис баҙнат итмәнем).
– Кем белә, бәлки, Һәҙиә апайҙар кеүек роман да яҙырһың… – Тажи ағайҙың был һүҙенә, бер-береһенә ҡарап, йылмайып ҡуйҙылар. Күрәһең, роман яҙыу еңелдән түгелдер… Ышаныс менән бергә бала күңелен күтәреүҙең хәйләһе лә һиҙелә ине әйткәндәрендә. Ә минең йөрәгем ярһып тибә башланы. Һәҙиә апайҙың “Ырғыҙ”, Зәйнәб апайҙың “Кәмһетелгәндәр” романдарын ҡат-ҡат уҡып елкенгән күңелде ниндәйҙер ашҡыныулы еңмешлек солғап алды. “Мин барыбер роман яҙасаҡмын! Бына, күрерһегеҙ, тиҙҙән яҙасаҡмын!” – тинем үҙ-үҙемә эстән генә.
…Миндәге дәрт-сәм һүрелмәне. “Ҡыҙым яҙыусы була”, – тине бит атайым. Әҙип ағайҙар ҙа: “Роман яҙыр әле”, – тине. Мәктәп партаһынан сығып, Ишембай ҡалаһында тәрбиәселәр мәктәбен тамамлағас, балалар баҡсаһында эш башланым. Рауза еңгәмдең йәшлек хәтирәләрен сисеүе, икенсе – Зәкирә әсәйемдең Ҡағы урмандарында утын ҡырҡыуҙарын һөйләүе (романда ул – Яңылбикә) буласаҡ әҫәремә нигеҙ һалды. Ун туғыҙ йәшемдә тәүге юлдарҙы һыҙҙым һәм… әҙәбиәт донъяһында наҙан икәнемде аңлап, БДУ-ның филология факультетына уҡырға индем. Йылдар менән бергә тыуасаҡ әҫәремә яҙыу оҫталығы, тормош тәжрибәһе, белем тупланым. Роман өҫтөндә ҡәләмемде алты йыл буйы, 25 йәшкә тиклем, тирбәттем. Минең өсөн иң ауыры яҙмамды ҙур дөйөм дәфтәрҙәргә кире күсереп яҙыу булды. Йыллыҡ отпускымды алғайным да, етәме һуң инде ул ай ярым ваҡыт?.. Дүрт йыл буйы ҡаралама менән булыштым. Ҡулдан яҙылғанды машинкала баҫтырыу өсөн үҙебеҙҙә кеше тапмағас, Өфөгә киттем. Байтаҡ михнәт менән йыл ярымдай ваҡытта был эш тә атҡарылды. Унан баш ҡалаға бер барғанда әҫәрҙе Яҙыусылар союзының проза секцияһына тапшырып ҡайттым. Күпмелер ваҡыттан саҡырыу ҡағыҙы алдым. Был саҡта 35 йәштә инем.
“Килендәр” исемле күләмле роман – “Килендәр”, “Әхмәт килендәре”, “Зәлифә”, “Урманда” – проза секцияһы ағзаларының, нәшриәт мөхәррирҙәренең, аҙаҡ рецензенттарының кәңәш-тәҡдимдәре буйынса ҡыҫҡарта-ҡыҫҡарта ике китапҡа ҡалды.
Заманында “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” тигән сәхнә әҫәрегеҙ М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылғайны. Бынан тыш, балалар, үҫмерҙәр өсөн яҙған пьесаларығыҙ Сибайҙағы “Сулпан”, төрлө райондарҙағы халыҡ театрҙарында, мәктәп сәхнәләрендә уңыш менән барҙы. Һуңғы ваҡытта, ниңәлер, драма әҫәрҙәрегеҙ күренмәй...
– Бер мәл “Башҡортостан ҡыҙы” журналы матур мөхәббәт тарихы хаҡындағы хикәйәләргә бәйге иғлан итте. Ул саҡтағы яуаплы секретарь Булат Өмөтбаев “Айһылыу, һине лә бәйгеселәр рәтендә күрергә теләйбеҙ” тип үҙемә инселәп хат ебәрҙе. Мин – совет кешеһе, ҡушҡанды тыңлап өйрәнгәнмен. Етмәһә, балалар өсөн яҙған әҫәрҙәр конкурстарынан бер ваҡытта ла ҡалмаған кешемен, бында ла ҡатнашырға ҡарар иттем. Нисегерәк яҙырға һуң, тип самалап йөрөйөм, әле үҙем кисермәгәнде топ-томалға яҙа алмайым бит инде. Хәҙерге ваҡытта ир ҡатынымын, ике балам бар. Һуң, әләйһә, ҡатын кешенең мөхәббәте хаҡында яҙырға кәрәк тигән ҡарарға килдем. Иренә, балаларына, тыуған төйәккә… Әллә нишләп башымда халҡыбыҙҙың “Бала ҡарға” риүәйәте өйөрөлә башланы. Хәтерегеҙҙәлер, унда ир менән ҡатын һуғышҡа китеп бара ла, юлда ҡатын бәпәй табып, иренән айырылмай, баланы ҡарға ояһына һалып китә. Дошманды еңеп, кире әйләнеп килгәнсе, улдарын ҡарғалар ашатып торған була. “Ҡатын ире менән бергә һуғышҡа китә…” Ниңә быны француздарға ҡаршы яуҙа ҡатнашҡан сая башҡорт ҡатындарына арнамаҫҡа? Ирен, балаларын, тыуған төйәген ҡайнар һөйгән ҡыпсаҡ ҡыҙы Нәзирә хаҡындағы хикәйә бара-тора повесҡа әйләнә башланы. Әле был әҫәрҙең башы ғына… Ҡурҡтым… Булған нәмәне төйнәп, бөтә уйымды баштан аҙағына еткереп күрһәтеү өсөн драма әҫәренә мөрәжәғәт иттем.
Мәскәүҙә режисерлыҡҡа уҡып йөрөгән Рөстәм Хәкимов 2001 йылда театр директорынан пьеса һорай. “Теләгәнеңде һайлап ал”, – тип уға ун ике драма әҫәре тотторалар. Етенсеһен уҡығас, ошоно алам, тип Рөстәм “Ҡыпсаҡ ҡыҙы Нәзирә”не күрһәткән. 2001 – 2003 йылдарҙа өҙөлмәй уйналды драма. Шул осорҙа “Йыл спектакле” тип танылды, ә төп ролде башҡарған Сара Буранбаева “Йыл актрисаһы” исемен алды. Режиссер – Рөстәм Хәкимов, автор – Айһылыу Йәғәфәрова, актриса – Сара Буранбаева. Өсөһө лә – Әбйәлил районынан. “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” китабы ун ике йылдан һуң ғына донъя күрҙе. Уны ла, “Килендәр”ҙе кеүек үк, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар.
“Дала ҡыҙы” китабыма “Алдар батырҙың мутлыҡтары” тигән драма ла өҫтәлде. Беҙҙе әсендергән тема – уңдырышлы башҡорт ерҙәрен алдау юлы менән үҙ яғына шылдырырға маташҡан кешеләр хаҡында ул. Балалар өсөн баҫылып сыҡҡан китаптарҙағы пьесаларҙы һанағанда, барыһы егерме сәхнә әҫәрем бар.
Ирегеҙ ижадығыҙҙы аңлай инеме?
– Уразбай ижадыма ыңғай ҡарашта булды. “Килендәр” романының баҫылған биттәрен баш ҡаланан барып алыр ине, шулай уҡ Өфөнән яҙыу машинкаһы һатып алып ҡайтты. Тик ныҡ тура һүҙле булды. Ялғанланыуҙы, ике йөҙлөлөктө күрә алманы. 2003 йылда Салауат Юлаевтың 250 йыллығына арнап балалар өсөн дә пьеса конкурсы иғлан иткәйнеләр. Әҫәремде Өфөгә үҙе алып китте. Поезда барғанда уҡыған. Ҡайтҡас: “Пьесаңа гран-при бирерҙәр тип уйлайһыңмы, көт – әҙерләп ҡуйғандар, имеш…” – тине. Ә бит әҫәр, ысынлап та, төп бүләккә түгел, ә беренсе урынға лайыҡ булды. Ул “Салауат батыр” тигән пьесам “Тирмәкәй” китабына индерелде.
Мин ҡорған тирмәкәйҙәргә балаларҙың һуҡмағы төшһә, артабан да юлдары яҙлыҡмаҫ, тим. Бөтә нәмә сабый саҡтан башлана. Ә беҙ, ниңәлер, балалар әҙәбиәтен икенсе сортлы итеп ҡарарға күнеккәнбеҙ.
Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып китһәгеҙ ине. Балаларығыҙ әҫәрҙәрегеҙҙе уҡыймы?
– Улым Иректең һөнәре – юрист. Ул әҫәрҙәремде ҡарап, корректорлап бирә. Ярҙамы ғәйәт күп. Ҡыҙым Зөлфиә музыка мәктәбендә эшләй. Минең һүҙҙәргә яҙылған йырҙарҙы урыҫсаға әйләндереп, ике телдә йырлата. Балалар бигерәк тә “Сәпәкәй”ҙе ярата. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында хәҙер беҙҙең быуын ғына үҙ-ара башҡортса һөйләшә. Мәктәптең элекке урыҫ директоры хатта үҙебеҙсә һаулыҡ та һораштыртмай торғайны. Эшкә беҙҙең халыҡ вәкилдәре килһә, бер нисә йылдан, ҡыҫыуға түҙә алмай, китергә мәжбүр булды. Бөгөн программала аҙнаһына урыҫ теле – алты, инглиз теле – өс, республикабыҙҙың дәүләт статусындағы башҡорт теле – ике генә дәрес. Мин балаларым менән башҡортса һөйләшәм, урыҫса әйтһәләр – “ишетмәйем”.
Яҙырға теләп тә, тотонорға баҙнат итмәгән әҫәрҙәрегеҙ бармы?
– Башта әйткәнемсә, “Килендәр”ҙең бишенсе китабына план төҙөп, беренсе бүлеген яҙып та ҡуйғайным. Тәүгеләре ныҡ йонсотҡас, төңөлдөм. Бик йәл, әлбиттә. Осрашыуҙарҙа: “Айһылыу апай, “Килендәр”ҙе яҙып бөтмәгәнегеҙ күренеп тора”, – тиҙәр. Ҡайһы берҙә үҙем дә үкенеп ҡуям, ләкин һәр нәмәнең – үҙ мәле.
Тәрбиәсе ваҡытта балалар менән күңелле хәлдәр күп булды. Уларҙың һөйләшкәндәрен көндәлегемә яҙғанмын, ә бына китапҡа теркәргә ҡулым етерме икән – билдәһеҙ. Ололар өсөн яҙған хикәйәләр ҙә етерлек.
Әгәр үҙәктән ситтә йәшәмәй, Өфөлә торһам, тормошом икенсерәк булыр ине тип уйлағанығыҙ юҡмы?
– Мине заманында “Совет Башҡортостаны”на, аҙаҡ “Йәншишмә”гә, “Аҡбуҙат”ҡа эшкә саҡырҙылар, Зиннур ағай Ураҡсин институтҡа ла әйҙүкләне. Ләкин балалар баҡсаһына ныҡ эҫенгәйнем, китә алманым. Райондың “Осҡон” гәзитенән тынғылыҡ булманы. Бер мәл совхоздың парторгы менән райкомдың беренсе секретары Фәйзрахман ағай Хисмәтуллин эш урыныма килеп инде. Беҙ шау-шыу килеп уйнай инек. Балалар унда-бында йүгереп йөрөй, ә тәрбиәсе юҡ. “Ҡайҙа апайығыҙ, ниңә һеҙ үҙҙәре генә?” – тип һорауға Рәйсә исемле ҡыҙыҡай шыбырлап ҡына яуаплаған: “Беҙ йәшенмәк уйнайбыҙ, ә апай акация артына боҫҡан”.
Башҡаларҙы тыңламағас, Хисмәтуллин үҙе гәзиткә эшкә саҡырырға килгән икән. Ҡапыл мине балалар һырып алды, ҡосаҡлайҙар, күҙемә ҡарап торалар... Уларҙы ташлап, башҡа урынға күсә алмаясағымды әйттем. Фәйзрахман ағай йылмайып ҡараны ла: “Һин, Айһылыу, хаҡлы ялға сыҡҡанса ошо сырылдаҡтарың менән йәшенмәк уйнап йөрөрһөң инде”, – тине. Уның әйткән һүҙе раҫ булды. Сафуан Әлибаев та: “Үҙең дә юҡ, күҙең дә юҡ, талантың ғына алда йөрөй. Урал аръяғында йәшәп, тик һәләт менән генә китаптарыңды сығара алмаҫһың. Өфөгә күсергә ине һиңә”, – ти торғайны. Әлеге лә баяғы бер яуап – кескәйҙәрҙе ташлай алмайым. Миңә яҙмыш, моғайын, ауылда йәшәргә ҡушҡандыр.
Һеҙҙең өсөн нимә ул ижад? Ҡайһы мәлдә, тәүлектең ниндәй ваҡытында һәм нисек яҙышаһығыҙ?
– Ауыл тормошон беләһегеҙ. Шаяртып әйткәндә, бер торам да бер ултырам. Ә ижад – йәшәү сығанағы. Ул юҡ икән – мин дә юҡ.
Үҙегеҙгә өлгө итеп алған әҙиптәр бармы?
– Ҡатын-ҡыҙ булғанғамы икән, Һәҙиә Дәүләтшина менән Зәйнәб Биишева апайҙар – минең өсөн иң ҙур үрнәк. Улар әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙ образдарына өҫтөнлөк бирә, үҙ осорондағы хәл-ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Мин дә “Килендәр” романында һуғыш осорондағы тылды күрһәттем.
Бер мәл “Киске Өфө” гәзитендә “Һеҙ кемгә һәйкәл ҡуйыр инегеҙ?” тигән һорау булды. Шул тема буйынса бер журналға былай тип яҙҙым: “Мин Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан ике башҡорт ҡатын-ҡыҙына һәйкәл ҡуйыр инем. Береһе – ҡыпсаҡ ҡыҙы Нәзирә, икенсеһе комсомолка Сәлимә. Таш өҫтөндә, алғы планда, уртала – боронғо башҡорт байрағы. Бер яғында – уҡ-һаҙаҡ тотҡан Нәзирә, икенсеһендә – автомат аҫҡан Сәлимә. Ә артҡы планда – итәгенә малайы йәбешкән, ураҡ аҫҡан йәш ҡатын. Ул икенсе ҡулын саҡ ҡына күтәреп, китеүселәр менән хушлаша… Атайым Таһир Кусимов полкында була. Бер мәл үҙе лә 17 йәшендә һуғышҡа киткән Мөхәррәм ағайыма һөйләгән һүҙҙәрен ишеттем. “Миңә бигерәк тә, яуҙа үлгән һалдаттар кеүек, ярһып ауған аттар менән ергә ҡолаған йәп-йәш ҡыҙҙар йәл ине”, – тип Сталинград һуғышын хәтерләне ул. Сәлимә лә шунда һәләк була.
Һеҙҙең өсөн тормошта кем иң абруйлыһы?
– Ундай кеше атайым булды. Ҡатындар ҙа иренең абруйын һаҡлай белгән. Әсәйебеҙ, уҫал булһа ла, үҙен алға ҡуйманы. “Бар, атайығыҙҙан һорағыҙ, ул ни ҡуша – шуны эшләгеҙ, атайығыҙ эргәгеҙҙә – ҡурҡмағыҙ, ул ебәрһә – барығыҙ”, – тиер ине. Ниндәй генә проза әҫәре яҙһам да, өс быуын бәйләнешен сағылдырам: олатай-өләсәй, атай-әсәй һәм бала. Ҡыпсаҡ ҡыҙы Нәзирә ире менән бергә һуғыш юлын үтергә риза, тик уның Айсыуағы – балаларының терәге – иҫән ҡалһын. Ире бар саҡта ғына сабыйҙарының, иленең киләсәге буласаҡ тип инана ул. Ә инде кескәйҙәр өсөн яҙылған “Мин кем?” тигән хикәйәмдә олатаһы ейәнен “бөркөт балаһы” тип ҡанатландырып ебәрә, атаһы “алмашсым” тип өндәшә, өләсәһе “ҡолонсағым” тип һөйә, әсәһе “ҡояшым” тип иркәләй. Тимәк, кескәй Мансур бөркөт кеүек көслө, атаһы кеүек илгә терәк, бөтәһенә лә тигеҙ, яҡты нур һибеүсе ҡояш һәм киләсәктә кәләшенә, балаларына наҙлы булып үҫергә тейеш. Минең әсәй: “Үҙең кем генә булма, тормошта ирһеҙ усаҡҡа ҡаҙан аҫып булмай”, – тиер ине. Был – башҡорт халҡында быуындан быуынға күсә килгән тәрбиә ҡануны, ул һүҙҙәргә оло мәғәнә һалынған.
Сер уртаҡлашыр, шатлыҡ бүлешер, ҡыйын саҡта терәк булыр иң яҡын дуҫығыҙ кем?
– Әхирәтем Сулпан. Уның менән күрше йәшәнек, Әхмәттә лә, Ҡырҙаста ла, Ташбулатта ла бергә уҡыныҡ. Ишембайға уҡырға барғас, Сулпан яңы асылған трикотаж фабрикаһына эшкә инде һәм шунда ҡалды. Әммә айырылманыҡ, сер уртаҡлашыр, шатлыҡ-ҡайғыны бүлешер әхирәтем ул бөгөн дә. Телефон аша гел һөйләшеп торабыҙ, тыуған яҡҡа ҡайтҡанында беҙгә һуғылмайса китмәй. Ә ижад өлкәһендәге дуҫым – бер осорҙа әҙәбиәткә килгән ҡәләмдәшем Гөлшат Әхмәтҡужина.
Ижад кешеләренең күбеһе ғүмер буйы тиерлек көнкүрештә байтаҡ нәмәгә ҡытлыҡ кисерә. Бигерәк тә хаҡлы ялда меҫкен пенсия аҡсаһына ғына йәшәү еңел түгел. Әгәр ҙә берәй мөғжизә менән ҡулығыҙға көтмәгәндә миллион һум аҡса килеп эләкһә, уны иң элек нимәгә тотонор инегеҙ?
– Әйткәндәй, улым бер мәл шундай уҡ хыялын белдергәйне. “Әсәй, – тине ул, – аҡсаның бер тинен дә ҡалдырмай, һинең китаптарыңды яңынан баҫтырыр инек. Йылдар буйы сыҡмай ятҡандарын да ҡушып, балалар өсөн урыҫсаға тәржемә яһатыр инек. Үҙең ошо өлкәлә күпме эшләнең, ә “Сәнскеле күлдәк”тән башҡа урыҫса китабың юҡ. Яңыраҡ уны кемдер тағы ла баҫтырып, һатыу өсөн компьютерҙа күрһәтә ине. Хаҡы 200 һум, тиелгән. Кемдер һинең ижадыңдан аҡса эшләп ята... Яңынан сыҡҡан китаптарыңды күпләп мәктәптәргә, китапханаларға таратып бирер инек”.
“Хыял итеү зыян түгел”, – тип йылмайып ҡуйҙым.
Улығыҙ Иректең ике ҡыҙы бар. Һеҙ уларға ниндәй өләсәй? Ейәнсәрҙәрегеҙ шиғырҙарығыҙҙы беләме?
– Әллә һуң ғына өләсәй булғанғамы икән, улар өсөн өҙөлөп торам. Ләйлә уҡыуҙан һуң тура беҙгә инә. Төшкө сәйҙән һуң дәрес әҙерләргә ултырабыҙ. Элеккесә, беҙҙең ваҡыттағы кеүек, ябай түгел дәреслектәре. Тырышып уҡый. Яңыраҡ А.С. Пушкиндың әкиәттәрен уҡып бөттөк. Күп нәмәне аңлата барам, еңел шиғырҙарымды өйрәтәм.
Яҙышыуҙан тыш ниндәй яратҡан шөғөлдәрегеҙ бар?
– Элек бәйләм менән мауыға инем, хәҙер, күҙҙәрҙең нуры ҡайтҡас, ҡуйып торорға тура килде. Ә ижад тормошонда – бәләкәстәр өсөн шиғырҙар тәржемә итеү.
Ауыл ерендә малын да, ҡош-ҡортон да аҫрарға кәрәк, баҡса үҫтермәй ҙә булмай. Нисек өлгөрәһегеҙ?
– Һеҙ һанап киткән нәмәләрҙең бөтәһе лә бар. Тик бер нәмәне үҙем дә аңламайым – нисек өлгөрәм икән?
Үҙегеҙҙең иң яратҡан, иң ҡәҙерле әҫәрегеҙ ниндәй? Улар нисек яҙылды?
– “Килендәр” романының, “Ҡыпсаҡ ҡыҙы Нәзирә” драмаһының яҙылыу тарихтарын әйттем инде. Ғөмүмән, бар әҫәрҙәремде лә яратып ижад итәм. Бөтөн күңел йылылығымды биргем килә. Элек балалар минән үҙен ҡосаҡлатырға, сәсенән һыйпатырға ярата торғайны, хатта, сауҙалашып, бер-береһе менән этешә башлар ине. Ололарға яҙғандарымда ла бәләкәстәргә биргән һабаҡ өҫтөнлөк ала: кешене данлау, хеҙмәтен хөрмәтләү, бер-береһенә ҡарата һөйөү, ышаныс, тоғролоҡ… Күңелдәрҙә ыңғай сифаттар уятҡым килә.
Ниндәй уй-хыялдар менән йәшәйһегеҙ? Йәш ижадсыларға теләк-кәңәштәрегеҙ бармы?
– “Шүлгәнташҡа сәйәхәт” әкиәт-повесының дүртенсе, һуңғы, бүлеген яҙыу өҫтөндәмен. Әле генә иртән улым инеп, Миләш исемле һыйырымдың быҙаулағанын һөйөнсөләне. Тимәк, мәшәҡәт арта, “Башҡорт-ҡала”ға үҫмер сәйәхәтселәремдең барыр юлы оҙаҡҡараҡ һуҙылыр инде. Бөтөрмөн, тип өмөтләнәм, һаулыҡ ҡына булһын.
Ошоға тиклем ҡәләм тирбәтеүселәрҙең (хәҙер инде уларҙың ҡайһы берҙәре яҙыусы исемен дә алды) өйөмә ҡулъяҙмаларын тотоп кәңәшкә килеүенә ҡыуанып ултыра торғайным. Һуңыраҡ йәштәрҙең йыйынтыҡтарын үҙебеҙҙең “Йәйғор” ойошмаһында тикшергәндә лә, һәр саҡ ҡатнашып, йылы һүҙҙәремде әйттем, ҡанатландырырға тырыштым. Әлбиттә, ипләп кенә төҙәтеүҙәр ҙә индерәм. Тора-бара йәштәр үҙ көсөн аңлай ул. Һәр аҙымын төрткөләп торорға ла ярамай. Уларға үҙаллылыҡ, шулай уҡ ярҙам кәрәк. Мин һәр ваҡыт йәштәргә ижад эшендә уңыштар, дәрт, сыҙамлыҡ, үҙ-ара татыулыҡ теләйем.
Олпат юбилейығыҙҙа үҙегеҙгә нимә теләйһегеҙ?
– Үҙемә һәм дә бөтәбеҙгә лә тормош юлыбыҙға һөйөклө Раббыбыҙ тарафынан тик бәхет нурҙары ғына һирпелеп тороуын теләйем. Иҫән-һау булайыҡ. Әйткәндәремде Мәүлит Ямалетдиновтың ҡыҫҡа һөйләме менән тамамлайым: “Беҙҙең көрәш – ижад майҙанында!”
Нияз МӘҺӘҘИЕВ һәм Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА әңгәмәләште.
Читайте нас: