Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 11:50

Ил башлығына рейтинг та мөһим түгел, тәү сиратта – вирус менән көрәш

#ВладимирПутин

Рәсәй Президенты Владимир Путин COVID вирусы менән шул тиклем бирелеп көрәшә, уны алдынғы етәкселәрҙең исемлегенән түбән тәгәрәү ҙә ҡурҡытмаған хатта. Хәйер, ил башлығы бер ваҡытта ла популярлыҡ яуларға атлығып торманы тип хәбәр итә Президенттың пресс-секретаре Дмитрий Песков.
Песков һүҙҙәренсә, кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу – Владимир Путин өсөн тәүге урында. Әле күпме кешеләр ауыр хәлдә ҡалды, уларға ярҙам итәһе, дауаханалар төҙөтәһе бар.
Журналистар Владимир Путинға тағы ла шундай һорау биргән, ил башлығы санкцияларҙы юҡ итеү маҡсатында Америкаға ярҙам ебәргәнме? Песковтың яуабы кире булған: АҠШ-ҡа ярҙам ебәреүҙә бер ниндәй ҙә аҫтыртын уй юҡ, Президент ни бары ауыр хәлдә ҡалған илгә ярҙам итергә теләгән.
Читайте нас: