Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 09:27

Өфө районы Михайловка ауылында заманса мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлә

Пандемияға ҡарамаҫтан, төҙөү-монтажлау эштәренең графиктан 3 айға алдан барыуы билдәләнгән.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Өфө районы Михайловка ауылында «Демография» милли проекты сиктәрендә 640 урынлыҡ мәктәп һәм 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлә. Апрелдә төҙөү-монтажлау эштәренең башҡарылыуы графиктан 3 айға алдан барыуы билдәләнгән.
Коронавирус пандемияһына, ваҡытлыса сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, социаль объекттар төҙөлөшө дауам итә. Бөгөн объектта төҙөлөш бригадаһы һәм махсус техника яҡшы эшләй. 13708,65 квадрат метрлы балалар баҡсаһы менән мәктәпте 2020 йылдың көҙөндә файҙаланыуға тапшырырға ниәтләйҙәр.
Объектты төҙөүҙә БР Капиталь төҙөлөш идаралығы- дәүләт заказсыһы, «1-се Төҙөлөш идаралығы» йәмғиәте иһә генераль подрядсы булып тора.
«Мәғариф» линияһы буйына йәмғеһе 27 объектты сафҡа инереү планлаштырыла- 4 мәктәп, 20 балалар баҡсаһы һәм балалар баҡсаһы менән 3 мәктәп.
Читайте нас: