Иртәгә Ер шарында бар башҡорттар туған телендә диктант яҙасаҡ. “Паритет-Телеком” ойошмаһы барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн бүләк әҙерләгән. Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш башҡорттары был осраҡта айырыуса иғтибарға лайыҡлы. Бының өсөн диктантты яҙыуҙа ҡатнашырға һәм уның скриншопын йәки фотоһын #bezbashkortlar яҙмаһы менән ижтимағи селтәрҙәргә һалырға кәрәк. Видеояҙмала был хаҡта ентекле аңлатыла.
Быйыл башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктантта ҡатнашыу өсөн 67 мең кеше теркәү үткән. Улар араһында Свердлов, Силәбе өлкәләре, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Мәскәү, Ноябрск ҡалалары, Яҡутстан, Краснодар крайы һәм башҡа төбәктәрҙән милләттәштәребеҙ бар. Шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Швецария, Америка Ҡушма Штаттары, Германия, Испания, Эстония, Төркиә, Берлин, Ҡытайҙа йәшәүсе башҡорттар ҙа диктант яҙырға теләк белдергән.