Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Апрель 2020, 11:01

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе республика халҡын матбуғат баҫмаларына яҙылырға саҡырҙы

«Пандемия мәлендә гәзит-журналдарға икеләтә ярҙам кәрәк»

Республика гәзит-журналдары подписка башланыу менән төрлө акция-флешмобтар башлап ебәрҙе. Сибай ҡалаһында "Атайсал" гәзитен бүләк итәм!" хәйриә акцияһы иғлан ителде. Ул Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап ойошторола. Уға ярашлы, һуғыш һәм тыл ветерандарына гәзиткә яҙылыу бүләк ителә. Тәүгеләрҙән хәйриә акцияһына Дәүләт Йыйышылы – Ҡоролтай депутаты Денис Назаров ҡушылған.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, Денис Назаров бындай акцияла тәүге тапҡыр ҡатнашмай. Республика етәкселәренә бик яҡшы өлгө күрһәткән. Интернет селтәрҙәрендә вирусҡа бәйле бик күп мәғлүмәт таратыла, ҡайһыһы ялған, ҡайһыһы дөрөҫ, белеп тә булмай. Ә бына ошондай осраҡта матбуғат саралары ярҙамға килә ала. Етмәһә, оло быуын өсөн гәзит-журнал берҙән-бер мәғлүмәт сығанағы. Шундай һүҙҙәр менән Константин Толкачев республика халҡын матбуғат баҫмаларына яҙылырға саҡырҙы.
Читайте нас: