Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2020, 10:00

Вирус йоҡтороу осраҡтарының күбеһе табиптар арҡаһында

Кеше хоҡуҡтарын яҡлау советы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров....

Кеше хоҡуҡтарын яҡлау советы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе. Башлыҡ һүҙҙәренсә, табиптар сир менән көрәшкәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәй, шуға күп осраҡтар уларҙың һаҡһыҙлығы арҡаһында килеп сыға.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Коннова белдереүенсә, беҙҙең табиптар бындай шарттарҙа эшләүгә әҙер түгел, айырыуса урта һәм кесе звено. Хәйер, табип һөнәре былай ҙа еңелдән түгел. Килеп ябырылған афәт аҡ халатлыларҙан тағы ла етеҙерәк булыуҙы һәм хатаһыҙ эш итеүҙе талап итә. Бер хата йөҙ кешенең ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя бит.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәүефле шарттарҙа эшләүсе табиптарға өҫтәмә түләүҙәр билдәләргә ҡушты. Был йәһәттән республикаға ҡоронавирусҡа ҡаршы көрәшкә, дауаханаларҙы үҙгәртеп ҡороуға 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде.
Түҙемлек һеҙгә, табиптар, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Һеҙҙе өйҙә ғәзиз балаларығыҙ, яҡындарығыҙ көтә.
Читайте нас: