Бөгөн республикала йоғошло сирҙең 26 яңы осрағы теркәлде, 28 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан. Эпидемия башланғандан алып тәүге тапҡыр сирлеләргә ҡарағанда һауығыусылар күберәк. Ни булһа ла, шулай булһын. Тәүлек эсендә бер кем дә үлмәгән.
Таиландтан Башҡортостанға ҡайтҡан һәм хәҙер обсерваторҙа ятҡан 68 туристың анализ һөҙөмтәләре раҫланмаған, әлеге ваҡытта республикала коронавирусҡа ҡаршы көрәшкән табиптарҙы шифаханаларға бушлай ял итергә ебәрәләр.