Республикала «Башҡортостан ризыҡтары. Һеҙҙең өсөн хәстәрлек менән» мәрхәмәтлек проекты старт алды. Уны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән. Аҙыҡ-түлек төргәктәре йән башына уртаса килемдәре йәшәү кимәленән аҙ булған, шулай уҡ балаға айлыҡ пособие алыусы күп балалы ғаиләләргә таратыла.
Проектты төбәктең эре етештереүселәре яҡлап сыҡты. Төп бағыусылар булып Интер РАО ЕЭС, Башҡортостан сода кампанияһы һәм Урал тау-металлургия компанияһы (УГМК) сығыш яһаны. Улар тарафынан бүленгән аҡсаға 100 мең аҙыҡ-түлек төргәге әҙерләнде. Төргәктәрҙә – урындағы етештереүселәрҙән сифатлы аҙыҡ- түлек. Мәҫәлән, Ҡарлыман ҡуйыртылған һөтө, «Башбакалея»нан ярмалар, Шишмә көнбағыш майы, Өфө ит комбинатынан (УМКК) бешерелгән ит һәм башҡалар. Ярҙамды аҙ тәьмин ителгән 79 мең ғаилә аласаҡ. Ҡалған аҙыҡ-түлек төргәктәре адреслы ярҙам рәүешендә таратыуға иҫәпләнгән. Заявкалар 8-800-201-89-03 номеры буйынса, шулай уҡ республика райондары һәм ҡалаларындағы «Беҙҙең хәстәрлек» проектының ирекмәндәр штабы ҡыҙыу линияһы телефондары буйынса ҡабул ителә.