Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2020, 13:27

Рауил Бикбаев

Бөгөн, теүәл бер йыл элек, күркәм, наҙлы апрель беҙҙән халыҡ шағиры Рауил Бикбаевты мәңгелек донъяһына алып китте. "Ағиҙел" журналының 4-се һанында халыҡ шағиры менән һуңғы интервью тәҡдим ителә. Арҙаҡлы бөйөк шәхесебеҙҙе иҫкә алып, шунан бер өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Тулы килеш журналда уҡырһығыҙ.

  • Бөгөн, теүәл бер йыл элек, күркәм, наҙлы апрель беҙҙән халыҡ шағиры Рауил Бикбаевты мәңгелек донъяһына алып китте. "Ағиҙел" журналының 4-се һанында халыҡ шағиры менән һуңғы интервью тәҡдим ителә. Арҙаҡлы бөйөк шәхесебеҙҙе иҫкә алып, шунан бер өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Тулы килеш журналда уҡырһығыҙ.

    ...- Үҙегеҙҙең яратҡан шағирҙарығыҙ, яҙыусыларығыҙ булдымы? Кемдең ижады һеҙгә шағир булып китеүҙә ныҡ йоғонто яһаны?
    – Беҙҙең быуын “Урал батыр”һыҙ, Бабичһыҙ, Аҡмуллаһыҙ үҫте. Мәктәптә беҙ уларҙы уҡыманыҡ. Программаға индерелмәгән, тыйылған. “Урал батыр” 1968 йылда ғына “Ағиҙел”дә баҫылып сыҡты. Шунан һуң ғына уның тураһында һөйләй башланылар. Беҙ шиғриәттең иң риторикалы, иң декларатив, яңғырап, шалтырап торған сағында үҫтек. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа ниндәй поэмалар яҙылғанын үҙең беләһең. Колхоз, ауыл поэмаларын. Шул ҡалыптан барыбер сығырға кәрәк ине беҙгә. Рәми ағайҙар беҙҙе алып сыҡтылар ҙа.
    – Күптәр ҡалды ла.
    – Эйе, күптәр ҡалды ла. Мәктәптә шул туҙға яҙмаҫ шиғриәт уҡытыла, шалтырауыҡтар һеңә, һуңынан арыныуы, ай-һай... Туҡай бар ине, ярай. Бабич юҡ, яҡташтарым Дауыт Юлтый, Мөхәмәтша Буранғоловтарҙы белмәйем, хатта ауылдашым Ғабдулла Амантайҙы ла өйрәнмәйбеҙ. Район үҙәге булған күрше немец ауылы китапханаһынан латинса баҫылған иҫке китаптарҙы сығарып ташлағандар. Шунда “Ала ҡарға” әкиәтен, Амантайҙың бер китабын табып уҡып ултырғаныбыҙ хәтерҙә. Уныһы ла осраҡлы ғына килеп табылған. Ә былай тыйылған әҫәрҙәр. Ауылдашымды, нәҫелдәшемде белмәй үҫ әле. Республика хөкүмәтен ойоштороусы тәүгеләрҙең береһе булған Сәғит Мерәҫов өләсәйем яғынан миңә бик яҡын ғына олатай, Ҡобайыр ауылынан. Уның хаҡында ла белмәнек. Ҡасып ҡайтып йөрөүе тураһында ғына һөйләй торғайнылар.
    – Мәғлүмәти тотҡонда йәшәгәнһегеҙ.
    – Уйлаһаң, ысын мәғәнәһендә шулай. Ярай әле Ниғмәтиҙең һәйбәтерәк поэмаларын, Баязит Бикбайҙың "Ер", Ғ. Сәләмдең "Республикам иртәһе"н өйрәнгәнбеҙ.
    – Рәмиҙәр Мәскәүҙә уҡымаһа, был шалтырауыҡ ҡоршауҙы емерә алмаҫ инеме икән?
    – Юҡ, емерерҙәр ине. Рафаэль Сафин, Марат Кәримов, Әнғәм Атнабаевтар икенсе төрлө фекер йөрөтә башлағайны инде. Беҙ Мостайҙы ла йүнләп белмәй инек. Өфөгә килгәс кенә Мостайҙы, Назар Нәжмиҙе астыҡ. Улар үҙенсә ҙур мәктәп булды.
    Университетта уҡығанда шәрек әҙәбиәтен бөтөнләй өйрәнмәй торғайныҡ. Китапханала эҙләтеп, төрлө сығанаҡтарҙы өйрәнеп, шәрек шағирҙарын уҡый башланым. Был минең өсөн шулай уҡ ҙур асыш, мәктәп булды. Ул йылдарҙа Есенинды яңынан аса башлағайныҡ. Күптәр, шулай уҡ мин дә уға эйәреп, оҡшарға тырышып яҙҙым. Шуныһы ҡыҙыҡ – хәҙер Есенинды уҡый алмайым. Заманында ныҡ тәьҫир итте, ләкин хәҙер күп нәмәһе еңел күренә. Таҡташты хәҙер уҡыуы ҡыйын. Күп әйберҙәре иҫкерҙеме? Туфанды уҡыуҙы дауам итәм, ҡыҙыҡһыныуым кәмемәгән.
    – Өҫтәл китаптарығыҙ бармы? Кемде йыш ҡулығыҙға алаһығыҙ?
    – Юҡтыр ул. Һуңғы йылдарҙа Мостай ағайҙың публицистикаһын, яҙмаларын йыш ҡына киренән уҡыйым. Ул күп нәмәгә өйрәтә. Иҫтәлектәре, хаттары, портреттары, мәҡәләләре бик ҡыҙыҡлы.
    – Сираттағы һорауым былайыраҡ. Минең күҙәтеүҙәремсә, күп яҙыусыларыбыҙ алтмыш-етмеште уҙһа, ижадтарының кимәлдәрен үҫтерә алмай ыҙалай. Йә соцреализмда ҡала, йә был заманда әҙип булараҡ һүҙе һуңлай, йөрәккә етмәй. Ә һеҙҙең йәшегеҙ барһа ла, ижадығыҙҙың бәҫе, кимәле юғалмай. Һаман заманса яңғырай, милләтем һеҙҙең һүҙгә ышана, эйәрә. Сәбәбе нимәлә икән?
    – Ижад... Аңлатыуы ла ҡыйын уны. Ижад – яҙмыш ул. Тәбиғәттән бирелгән, рухыңа яҙылған, Хоҙайҙан шулай хәл ителгән был йөк тә, бүләк тә. Уны бер нисек тә үҙгәртеп булмай.
    Һис тә заманға яраҡлашайым тип яҙманым. Күп уҡыйым. Замандың йөрәк тибешен тойорға ынтылам.
    Фекер үҫеше шиғырҙан ғына килмәй. Фәлсәфәнән, публицистиканан төйнәлә. Уйланыуҙарҙан килә. Һәр ваҡыт уйланып йәшәйем. Ижад кешеһенә шунһыҙ булмай ҙа. Бик әҙ йоҡлайым. Бер тәүлек эсендә бер нисә тәүлек йәшәйем. Кеше ял иткәндә мин өҫтәл артында эшләп ултырырға мөмкин, һәм киреһенсә, улар эшләгәндә бер аҙ ялға ирек бирергә була – шулай буталған. Мин уны нисектер маҡсатҡа ынтылып ҡына йәшәүҙә лә күрмәйем. Аллаһы Тәғәләнән шулай бирелгән, яҙмыш ул – ижад. Юғары көскә ышанамын. Аллаһ рәүешендәме, башҡа сүрәттәме – ышанам.
    – Уйланыуҙарҙы системаға
  • ла һалырға була. Хоҙай биргән һәләт бар, тибеҙ.
    – Хәҙер былай итәм, тип хәл итеп булмай, Хоҙай нисек биргән, шулай була. Тәбиғәт тарафынан һиңә шундай йөк бирелгән, бурыс ҡуйылған – лайыҡлы алып барырға кәрәк.
    Читайте нас: