Монголиянан ике әҙип Өфөгә килә. Уларҙы баш ҡалаға яҡын районға уҡыусылар менән осрашыуға алып баралар. Ҡунаҡтарҙы билдәле шағир Сафуан Әлибай оҙатып йөрөй. Райкомда уларҙы икмәк-тоҙ менән ихлас ҡаршы алалар. Араларынан кемдер:
– Беҙгә ике монгол килә тип әйткәйнеләр, былар өсәү ҙә инде, –ти.
Драматург Сөләймән Латипов тыуған ауылы тип ике ауылды атай.
– Нисек инде улай? – тип ғәжәпләнә ҡәләмдәштәре.
–Мин беренсеһендә тыуғанмын, икенсеһендә үҫкәнмен, хәҙер икеһендә лә мине бүлешә алмай зыҡ ҡубалар. Уларҙы талаштырмайым тим инде, – ти драматург.