Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Апрель 2020, 09:00

Бөгөнгө һөҙөмтәләр ҡәнәғәтләнерлек түгел

Радий Хәбиров инфекция таралыуға ҡаршы көрәш буйынса Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Координация советы президиумы ултырышында ҡатнашты. #ВладимирПутин

Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш буйынса Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Координация советы президиумы ултырышында ҡатнашты. Онлайн-ултырышты Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин алып барҙы.
Ултырышта вирусҡа көрәшеүсе дауаханаларға аҡса бүлеү мәсьәләләре күтәрелде. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе төбәктәрҙең коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә әҙерлеген баһаланы. «Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле күрһәтмә бирҙе, Хөкүмәт уны үтәү мөҙҙәтен билдәләне – 28 апрель. Күрһәтмәне үтәүгә бер аҙнанан кәмерәк ваҡыт ҡалды. Бөгөнгө һөҙөмтәләрҙе ҡәнәғәтләнерлек тип әйтеп булмайҙыр, - тине Премьер-министр.
Күрһәтмәгә ярашлы, һәр төбәктә коронавирустан яфаланған пациенттар менән эшләүсе табиптар бригадалары төҙөлөргә тейеш. Ул шулай уҡ төбәк башлыҡтарына табиптарҙың һәм урта медицина персоналының етеү-етмәүен шәхсән тикшерергә ҡушты.
#ВладимирПутин
Читайте нас: