Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 11:58

Вирусҡа ҡаршы көрәшкә – ашығыс ярҙам машиналары

Рәсәйҙең төбәктәренә COVID-19 вирусына ҡаршы көрәшеү өсөн 650-нән артыҡ ашығыс ярҙам машиналары тапшыраласаҡ.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан.

Рәсәйҙең төбәктәренә COVID-19 вирусына ҡаршы көрәшеү өсөн 650-нән артыҡ ашығыс ярҙам машиналары тапшыраласаҡ.
Автомобилдәр менән тәьмин итеүсе "Ford Sollers" ойошмаһында машиналар бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә медицина учреждениеларына тапшырыласаҡ тип асыҡлыҡ индерҙеләр: беренсе партия апрелдә, ҡалған автомобилдәр май һәм июнь айҙарынла ебәреләсәк.
"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Рәсәй Хөкүмәте резерв фондынан ил төбәктәре өсөн 1200 ашығыс ярҙам машинаһы һатып алыуға 5,2 миллиард һум бүлде. Бының өсөн өс ойошма һайланған: "Ford Sollers", Ульяновск автомобиль заводы һәм Горький автомобиль заводы (ГАЗ, "Группа ГАЗ" предприятиеһы).
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан.
Читайте нас: