Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 18:03

Кредит каникулын нисек юлларға?

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, беҙҙең республика – иң күп кредит алынған төбәктәрҙең береһе.

Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, беҙҙең республика – иң күп кредит алынған төбәктәрҙең береһе. Бер яҡтан, был яҡшы – кешеләр фатир, автомобилдәр ала, ә икенсе яҡтан ҡарағанда, көрсөк тыуған осраҡта, бурыстарҙың күп булыуы насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.
Әгәр килеп тыуған хәл арҡаһында һеҙ кредитығыҙҙы артабан түләй алмауығыҙҙы аңлаһағыҙ, кисекмәҫтән банкка реструктуризация яһауҙы һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Әлеге хәл-торошта банктар ҙа граждандарҙың бындай үтенес-һорауҙарын хәл итеүгә ыңғай ҡарай. Банк ҡуйған шарттар ҡәнәғәтләндермәһә, һеҙ кредит каникулына ғариза яҙыу хоҡуғына эйәһегеҙ. Уның ике шарты бар:
- уртаса айлыҡ килемегеҙ 2019 йыл менән сағыштырғанда 30 проценттан күберәккә кәмене;
- ипотека өсөн алынған кредит күләме 1,5 миллион һумдан, автокредит – 600 мең һумдан, шәхси эшҡыуарлыҡ өсөн ҡулланыусылар кредиты – 300 меңдән, физик шәхестәр өсөн ҡулланыусылар кредиты – 250 меңдән, кредит карталарының суммаһы 100 мең һумдан артмаҫҡа тейеш.
Был һорау менән 2020 йылдың 30 сентябренә тиклем мөрәжәғәт итергә мөмкин. Банк биш көн эсендә ғаризағыҙҙы ҡарап, яуап бирергә тейеш. Финанс хәл-торошоғоҙҙо раҫлау өсөн һалым инспекцияһынан йәки эш урынындағы бухгалтериянан белешмә (2-НДФЛ формаһы), мәшғүллек үҙәгендә тороуҙы раҫлаған белешмә йәки рәсми тултырылған ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы тапшырыу шарт. Уларҙы шунда уҡ бирә алмаһағыҙ, ғариза яҙғандан һуң 90 көн эсендә тапшырырға ла мөмкин.
Ғаризала кредит каникулын ҡасандан алырға теләүегеҙҙе аныҡ күрһәтегеҙ. Дата ғәҙәти кредиттар буйынса 14 көн, ипотека кредиты буйынса бер ай алдан күрһәтелә ала. Әгәр аныҡ көндө күрһәтмәһәгеҙ, ипотека каникулының башланыу датаһы банкка мөрәжәғәт иткән көндән һанала.
Һеҙгә бирелгән льготалы осорҙа:
- Алты айға тиклем кредиттарҙы түләмәй торорға мөмкин.
- Банк пеня, штраф һалмай, бурысты алдан түләүҙе талап итә алмай, кредит тарихы боҙолмай.
- Кредит картаһынан аҡса алырға ярамай.
- Проценттар һалыныу дауам итә: кредит буйынса уртаса баҙар ставкаһының өстән ике өлөшө (уның күләме һеҙ алған кредиттың төрөнән һәм суммаһынан сығып билдәләнә, был исемлекте Үҙәк банк раҫлай. Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте банкта алырға мөмкин), ә ипотека кредиты өсөн – тулы ставка.
Иҫәпләнгән проценттарҙы төп бурысты ҡаплағандан һуң түләргә тура киләсәк.
- Кредит картаһы буйынса – ай һайын бер үк күләмдә ике йыл дауамында.
- Ҡулланыусылар һәм ипотека кредиты – шулай уҡ бер үк күләмдә, әммә ул һеҙҙең бығаса түләгән айлыҡ суммағыҙҙан артыҡ булмаҫҡа тейеш.
Был мөмкинлек менән бер тапҡыр ғына ҡулланып була, каникул тамамланыу менән һеҙгә банк тарафынан төҙөлгән яңы график буйынса түләй башларға тура киләсәк. Шуға күрә әле кредитығыҙҙы түләй алырлыҡ хәлдә булһағыҙ, каникулға хоҡуғығыҙ менән файҙаланырға ашыҡмағыҙ. Бәлки, ул ҡасан да булһа, ысынлап кәрәк булыр.
Читайте нас: