Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 16:47

"ӘҘИПТӘР ҺӘМ МӘҘӘКТӘР" рубрикаһы

«Ағиҙел»дең сираттағы һанына яҙыусы Шакир Янбаевтың «Биләүҙәр-биләүестәр» тигән повесын әҙерләйбеҙ. Ни хикмәт менәндер, әллә инде машинистканың хатаһы менәнме, повестағы «ҡ» хәрефтәре урынына бөтә ерҙә лә «к» хәрефе киткән. Повесть төштән һуң типографияға наборға бирелергә тейеш, шуға күрә Рәшит ағай Солтангәрәев редакция хеҙмәткәрҙәренең һәр береһенә 15-20-шәр бит өләшеп, ундағы «к» – ларҙы «ҡ» – ға төҙәтеп сығырға ҡушты. Йәһәт кенә эшләп бирҙек, повесть типографиға төшөп тә китте. Төштән һуң, һәр ваҡыттағыса, хәбәрен ашыҡмай ғына һөйләп, һаулыҡ һорашып, Шакир Янбаев килеп инде. Рәшит ағай уны: – Ниңә ошо йәшеңә етеп, Шакир ағай, машинкаңа иң кәрәкле «ҡ» хәрефе лә ҡуйҙыртмағанһың. Бына, егеттәр-ҡыҙҙар күҙҙәрен бөтөрөп, төҙәтеп сыҡты. Һинән бер коньяк... – тип кәзекләп ҡаршыланы.

ШАЯРТЫП ҠЫНА
«Ағиҙел»дең сираттағы һанына яҙыусы Шакир Янбаевтың «Биләүҙәр-биләүестәр» тигән повесын әҙерләйбеҙ. Ни хикмәт менәндер, әллә инде машинистканың хатаһы менәнме, повестағы «ҡ» хәрефтәре урынына бөтә ерҙә лә «к» хәрефе киткән. Повесть төштән һуң типографияға наборға бирелергә тейеш, шуға күрә Рәшит ағай Солтангәрәев редакция хеҙмәткәрҙәренең һәр береһенә 15-20-шәр бит өләшеп, ундағы «к» – ларҙы «ҡ» – ға төҙәтеп сығырға ҡушты. Йәһәт кенә эшләп бирҙек, повесть типографиға төшөп тә китте. Төштән һуң, һәр ваҡыттағыса, хәбәрен ашыҡмай ғына һөйләп, һаулыҡ һорашып, Шакир Янбаев килеп инде. Рәшит ағай уны:
– Ниңә ошо йәшеңә етеп, Шакир ағай, машинкаңа иң кәрәкле «ҡ» хәрефе лә ҡуйҙыртмағанһың. Бына, егеттәр-ҡыҙҙар күҙҙәрен бөтөрөп, төҙәтеп сыҡты. Һинән бер коньяк... – тип кәзекләп ҡаршыланы.
– Кәнйәк үк булмаҫ, Рәшит ҡустым, кәнйәшний нәпитек булыр, – тип өндәште һыр бирергә теләмәгән Шакир ағай.
– Кәрәкмәй нәпитегең, мин шаяртып ҡына әйттем бит, – тине Рәшит ағай һаман да һүҙен шаяртыуға бороп.
– Мин дә шаяртып ҡына әйткәйнем шул, – тигән булды Шакир ағай етди төҫ менән.
Читайте нас: