Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 18:40

Эрзинкә итек. Хикәйә

Бөгөн улар ауылдың барлыҡ әбейҙәрен урап сыҡты. Ҡайһыларын ҡапҡа төбөндә генә тап иттеләр, ҡайһыларын юлда осраттылар, ҡайһыларының ишек алдындағы аласығына тиклем үттеләр, инеп сәй эстеләр. Нәфисә һынағаны бар: инәйҙәрҙең өйҙәренең генә түгел, хатта шул аласыҡтарының да айырым еҫе бар. Мәрзиә инәйҙекендә йондоҙ төшөрөлгән түңәрәк бальзам еҫе сыға. Үҙе көн йылы булһа ла, йөн ойоҡ кейә, биленә дебет шәл урай. Нисек бешмәйҙер, аптырай Нәфисә.

Ҡәрсәһе менән йөрөргә ярата Нәфисә. Бөгөн дә бер алдына, бер артына сығып, һөйләнә-һөйләнә эйәрҙе. Биш ейәне араһында иң бәләкәйе, әллә дүрт малай янында бөртөк кенә ҡыҙ булғанғамы, Хәйерниса инәй ҙә һис ҡаршы түгел. Ҡайҙа барһа ла, үҙенең йылы ҙур усына Нәфисәнең кескәй бармаҡтарын һала ла, эйәртенешеп сығып китәләр.
– Ҡәрсәй, ҡәрсәй! Ҡайҙа барабыҙ?
– Бохараға...
– Әәә... Унда нимә эшләйбеҙ?
– Ҡайын башында ҡаймаҡ ялайбыҙ.
Нәфисә ҙур кәүҙәле ҡәрсәһенең ҡаймаҡ ялар өсөн ҡайын башына менеп барғанын уйлай ҙа өндәшмәй. Шулай ҙа түҙмәй, һорауын бирә:
– Муйылдан ҡолап төшһәң, мин ҡалайтып апҡайтам һине?
Ҡәрсәһе кеткелдәп көлә. Эйе, былтыр яр буйына муйылға барғанда, мурт ағасты эйелдерәм тип, йылғаға осоп төшкәйне. Тәненә йәбешкән һыу күлдәген алай-былай итеп, кәртә яғынан, кеше күҙенә күренмәҫкә тырышып, шыпырт ҡына ҡайтып ингәйнеләр. Алға йүгереп киткән ҡыҙынан ҡабатлап һораған була:
– Әү, балам, нимә тиһең?
– Иҫке күпер төбөндә ҡолаҡ һаталар, ти! – Нәфисә ҡәрсәһенән отҡан һүҙҙәр менән яуап бирә лә алға йүгерә. Ҡәрсәһе көлә-көлә, сәскәле күлдәгенең итәктәрен ялпылдатып ейәнсәренең артынан эйәрә.
Бөгөн улар ауылдың барлыҡ әбейҙәрен урап сыҡты. Ҡайһыларын ҡапҡа төбөндә генә тап иттеләр, ҡайһыларын юлда осраттылар, ҡайһыларының ишек алдындағы аласығына тиклем үттеләр, инеп сәй эстеләр. Нәфисә һынағаны бар: инәйҙәрҙең өйҙәренең генә түгел, хатта шул аласыҡтарының да айырым еҫе бар. Мәрзиә инәйҙекендә йондоҙ төшөрөлгән түңәрәк бальзам еҫе сыға. Үҙе көн йылы булһа ла, йөн ойоҡ кейә, биленә дебет шәл урай. Нисек бешмәйҙер, аптырай Нәфисә. Фатима инәйҙекендә мәтрүшкә еҫе генә сыға. Уның аласығында сәй эсеүе – үҙе бер мажара. Аяҡ аҫтында өс бесәй балаһы уйнай. Нәфисә улар менән шаярып бер булды. Хәмитйән бабай менән Зөлхизә инәйҙекендә бал еҫе аңҡый: улар умарта тота. Тегендә лә, бында ла сым тарттырылған рамдар элеүле тора. Хәмитйән бабай аласыҡты, эй, матур һүҙ менән атай: сәйхана, ти. Нәфисә ул һүҙҙе әйтергә, ниңәлер, ояла. Уларҙың өйөндә былай семәрле итеп һөйләшмәйҙәр.
Ҡәрсәһе менән бөтөн ауылды урап сығыуҙың сәбәбе лә асыҡланды: Хәйерниса инәй әбейҙәрҙе сәйгә әйтеп йөрөй. Оло ейәне, Нәфисәнең иң өлкән ағаһы Марат дипломлы белгес булды. Шул шатлыҡты нисек уртаҡлашмайһың инде?! Белгестең дә ниндәйе бит әле – нефтсе-инженер. Ер аҫтындағы “ҡара алтын” тигәндәрен эшкәртә тиме, теүәлен генә белмәй Хәйерниса инәй. Шуныһын яҡшы белә: бындай һөнәр эйәһе ауылда берәү, Марат ейәне кеүек ҡыҙыл дипломлыһы хатта районда юҡтыр әле. Шуға һынын тура тотоп, елпелдәтә баҫып, һәр бер әхирәтен үҙе саҡырып сыҡты.
Билдәләнгән ваҡытҡа Нәфисәләрҙең өйө ҡунаҡ ҡаршы алырға әҙерләнде. Ошо көн өсөн махсус һимертелгән һарыҡ менән көҙҙән ҡалдырылған ҡаҙҙы ҡушып аш һалынды. Таба-таба семәрле ләүәштәр, ҡош теле, бауырһаҡ әҙерләнде. Хәйернисаның килене Хәнифә – бәлеш оҫтаһы, әллә нисә төрлөһөн бешерә белә. Шулай ҙа икмәк һалыуҙа бейемен уҙғаны юҡ.
– Бейем, һинең икмәгең тәмлерәк, балалар ҙа яратып ашай, – ти.
Хәйернисаға ни, һала. Күпереп торған ап-аҡ ондан ҡабарып торған икмәк бешереү үҙе бер кинәнес бит. Был эште онһоҙ ҙа башҡарған саҡтары булды. Ай, ул ауыр һуғыш йылдары! Кесеркәнде аш иттеләр. Мысай орлоғо өлгөргәнен ҡарап ҡына торорҙар ине. Шунан һыпырып йыйып, киптереп тарттырылған дегәнәк тамыры онона ҡушып, көлсә итә торғайнылар. Ас килеш ул дегәнәк тамырын соҡоп алып ҡара! Эй…
Нәфисә лә ҡунаҡ ҡаршыларға әҙерләште, өй йыйыштырышты. Түр яҡ мөйөштә ултырған телевизорҙың сигеүле япмаһын төшөрөп ҡуйҙы, диванға ҡорама һуҙма түшәне, ағаһы килтереп торған ултырғыстарға түшәк һалды. Селтәрен рәтләйем тип карауатҡа өйөп ҡуйылған мендәрҙәрҙе ҡолатты. Ярай әле әсәһенең һуҡранырға ваҡыты юҡ: тиҙ генә кире йыйып ҡуйҙы ла алғы өйҙәге урындыҡҡа һуғылған балаҫ түшәргә ҡушты. Бәләкәй ҡыҙсыҡ был эште бөткәнсе, тәғәйенләнгән ҡунаҡ ваҡыты ла етте.
Иң беренсе Файза инәй килеп етте. Уның ғәҙәте шулай: теүәл йөрөй. Башҡа әбейҙәр, был ауылдың йолаһы буйынса, һуңлап, һуҙылып килә. Файза инәй өҫ-башы менән дә айырылып тора: һарыға ваҡ ҡына ҡыҙыл сәскәләр төшкән блузка өҫтөнә сейә төҫөндәге сарафан кейә, ап-аҡ сәстәрен ҡабартып тарап ҡуя, аяғында – йомшаҡ туфли. Ырыҫбайҙыҡы түгел ул, ҡайҙандыр ҡала яғындағы райондан, ти. Ҡасандыр ауыл мәктәбенә уҡытырға ебәрелгән, шунан төпләнеп ҡалған.
– Туфлийымды тупһаңа өҫкәрәк алып ултыртайым әле, килен, үпкәләмәҫһең, йәме. Алдан килгән урын өсөн, ти, йә калуш менән тапап бөтөрләр, – тип ишек төбөнән үк хәбәрен теҙеп килеп инде. – Һаулармыһығыҙ!
– Шәпбеҙ әле! Үтегеҙ, үт, Файза апай! – Нәфисәнең әсәһе Хәнифә бер ҙә үпкәләмәй ул, йылмайып ҡаршы алды ҡунаҡты.
– Ошо аяҡтан ҡуҙғалып булмай ҙа ҡуя бит. Ғүмер буйы яҙын-көҙөн ҡара һыуыҡта эрзинкә итек кейеп йөрөп, әрәм булдым. Ҡуй инде, ҡуй, Хәйерниса, беҙҙең өлөшкә төшкәнде әйтәйем. Ирҙәр – фронтта, беҙ – мында. Шул еңеүҙе яҡынайтам тип аяҡһыҙ ултырам мына. Һин нисек, һыҙланмайһыңмы?
– Әллә инде аны. Мынау йәштә һыҙланмай булмай инде. Беҙ эрзинкә итек кеймәнек бит, Файза. Шуғамы, шөкөр, аяҡҡа зарланмайым.
– Шулайҙыр. Мин йөрөнөм бит...
– Һин, Файза, төп яҡҡа инеп ултыра тор, булмаһа. Киленгә булышайым, – тип ҡәрсәһе ҡунаҡты урынлаштырып, түрбашҡа боролдо.
Нәфисә иһә ҡунаҡ әбейҙәрен ҡаршы ала торған урынына – ишек алдындағы таҡта аласыҡ янындағы эскәмйәгә йүнәлде. Ҡәрсәһе ял итә торған ошо ерҙән тупһа яҡшы күренә. Ана иң түрҙә Файза инәйҙең ялтыр туфлийы ултыра. Ҡалған әбейҙәр бөтәһе бер иш һай ғына үзбәк калуштары кейеп килә. Ингән саҡта һәр береһе: “Ошонда ғына ултыртам, һинеке менән буталып ҡуймаһын”, – тигән була. Ике-өс самауыр алмаштырып, ҡәҙимге гәп һатышып, әллә хәбәрҙәренә, әллә йөҙҙөргәнсе эскән ҡаты сәйҙәренә баштары әйләнеп килеп сығалар. Бына шул ваҡытта инде Нәфисә ярҙамға килә. Ул ҡайһы инәй калушын ҡайҙа ултыртҡанын иҫендә ҡалдыра ла, һәр береһенә әйтеп, күрһәтеп тора. Маладис, һай, отҡор бала, тип әбейҙәр маҡтай-маҡтай сығып китә. Юҡһа, ҡәрсәһе үткән бер ҡунаҡҡа Нәфисәһеҙ генә барғайны, калушын алмаштырып ҡайтҡан. Миңнисаныҡы, тип тәүҙә шунда барҙылар. Һөт еҫе сығып торған аласыҡта сәй эсеп, һөйләшеп ултырҙылар ҙа, ҡайтырға сыҡҡайнылар, калуш Миңниса инәйҙеке булмай сыҡты. Разияныҡы, тип ҡуйҙылар. Киттеләр. Миңниса инәй ҙә эйәрҙе, йәнәһе, уның калушы ла алмашынған, шунда түгелме икән? Унда барып инһәләр, шул уҡ буталған аяҡ кейеме юллап, Зөлхизә инәй ҙә килгән икән. Балан еҫе сыҡҡан аласыҡта тағы бер самауыр бушатып, калуштарын табып, алмаштырышып, кис төшкәндә саҡ ҡайтып еттеләр. Шулай ул хәйләкәр әбейҙәр. Калуш алмаштырған булып, көн дә сәйгә йөрөшәләр.
Сәскәле күлдәктәрен ялпылдатып, камзул таҫмаларын ялтыратып, биҙәкле яулыҡтарын дүртмөйөшләп бәйләп, берәмләп тә, төркөмләп тә йыйылышып бөттө әбейҙәр. Бер талай теүәлләнеп, бер-береһенә төрттөрөп, мәрәкәләшеп, берәр тәрилкә һурпа эсеп алғас, Нәфисәне кәртә артында атаһына булышып йөрөгән Марат ағаһын саҡырырға йүгерттеләр. Әллә күпме профессор алдында ҡаушамай сығыш яһап, ҡыҙыл диплом яҡлаған егет сәскәле-биҙәкле көләс әбейҙәр алдына уңайһыҙланып ҡына инеп баҫты.
– Шәп, улым, шәп!.. Шунан башҡа һүҙебеҙ юҡ, – әлеге кеше калушын кейеп бутала торған Разия инәй һүҙ башланы. – Ҡәрсәйең менән ата-әсәйеңдең генә шатлығы түгел был, балам, тотош ауылдыҡы. Кемдеке – шуныҡы. Кемдә тәүге ҡыҙыл диплом – һигеҙ йыллыҡ ҡына мәктәпле Ырыҫбайҙа. Инде һөнәрең буйынса эшләп, хөрмәт ҡаҙанырға булһын, иншаллаһ.
– Эйе, шулай, шулай. Беҙҙең балалар ҙа артыңдан эйәрер. Институтта уҡыу булдыра торған эш икән, тиерҙәр. – Инәйҙәр Маратты бергилке ебәрмәй, арҡаһынан тупылдатып һөйөп сығарҙы.
– Улыңды мин уҡытманым инде, Хәйерниса. Йәш килен-уҡытыусыға бирҙеләр уларҙың класын. Тырышып белем алды шул, – Файза инәй, ғәҙәтенсә, мәктәп тураһында һүҙ башланы. Уның шулай, ҡайҙа ғына ҡунаҡҡа барһа ла, уҡытыусы булған сағын, һуғыш йылдарында эрзинкә итек кейеп, ауылдың теге осонан быныһына йүгереп, йәмәғәтселек эше менән шөғөлләнгән осорон һөйләп ала торған холҡо бар. – Ә мына атаһын, Әхмәҙуллаңды әйтәм, уҡыттым. Бер ҙә генә лә тырышманы. Бөгөнгөләй хәтерләйем: яҙыуы ла анан-мынан ғына. Үҙе килеп тороп еңмеш: ауыҙын ҡымтый ҙа тора, һаулыҡ һорашыуҙан башҡа йүнле һүҙ белмәй. Дәрескә гел һуңлап йөрөнө. Мин ундайҙарҙы индермәй инем бит, хәҙер генә ул...
– Теттең инде! – Өндәшмәй генә ултырған Сафура әбейҙең тауышына шып туҡтаны Файза инәй. Уҡытыусы һөнәренә хөрмәт йөҙөнән уны һәр саҡ бүлдермәй тыңлайҙар ҙа артабан дөйөм һүҙгә кире ҡайталар ине. Сафура әбей һымаҡ былай ҡырҡа бүлгәндәре юҡ. Хәйер, бығаса элекке уҡытыусы менән мәктәп йыйыштырыусыһының икеһе бер табынға эләккәне лә булманы шикелле.
– Теттең инде, – Сафура әбей тағы ҡабатланы. – Ул балалар ауылдың теге осонан мәктәпкә килә, аяҡтарында силғау урынына уралған сепрәк тә туҙып бөткән сабата. Һуғыш бара, атайҙар фронтта, тип тормайҙар, белем алабыҙ, уҡыйбыҙ, тип өшөп-туңып килеп етәләр. Һин бында дәрескә индермәйһең. Торалар бахырҙар мәктәптең һыуыҡ коридорында шаҡылдап. Аптырап, өйөмә ҡайтарып ебәрәм, ҡыңғырау шылтыратыр алдынан үҙем ҡайтып алырмын, тип. Теттең инде! Нисә йыл эшләнем мәктәптә йыйыштырыусы булып, һинең һымаҡ уҡытыусыны күрмәнем. Күпме баланы мәктәптән биҙҙерҙең! Улар һинең һымаҡ эрзинкә итек менән йөрөнөмө ни?! Һин йөрөнөң эрзинкә итек кейеп, упалнамуш эйәртеп, кеше башын төрмәлә серетеп. Үҙебеҙҙең ауыл кешеһе әйтмәһә, ситтән килгән ҡайҙан белһен сәсеүгә нисә ус бойҙай етмәгәнен? Келәттә эшләп, һинең ошаҡ менән төрмәлә ятып ҡалған Ниғәмәтулла ағайым инмәйҙер төшөңә, эрзинкә итек кейеп аяғым һыҙлай, тимәҫ инең. Сабата ғына ине шул беҙҙең аяҡта. Күптән ҡыҙыл дипломлы була ине ауыл. Шул Хәйернисаның Әхмәҙуллаһы кеүек еңмеш балалар ғына, мәктәптән кире боролоп ҡайтмай, етене бөттө. Әле лә мынамын тигән ир. Колхоздың алдынғы механизаторы, белмәгәне юҡ. Һаумы тигәндән башҡа йүнле һүҙе юҡ, тип ултырырға әле. Хәйерниса уны яңғыҙы үҫтерҙе, таяныр кешеһе һуғышта ҡалғас, семәрләп, матурлап хәбәр һөйләргә өйрәтергә ваҡыты булмағандыр.
Сафура инәй нисек ҡыҙып китһә, шулай кинәт туҡтаны. Табын да шымып ҡалды. Түрбашта йөрөгән Хәнифә ҡулына алған сәйле батмусын бер алды, бер кире ҡуйҙы. Ниндәйҙер ым-ишара көтөп, бейеменең яғына ҡарап-ҡарап алды. Хәйерниса әбей иһә күлдәк итәгенең ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ сирыштарын һыпырған ҡулдарынан ҡарашын күтәрә алмай тик ултыра. Файза инәйҙең сағыу кейемдәре ҡапыл төҫһөҙләнеп ҡалғандай булды, хатта ҡабартып тарап ҡуйған аҡ сәстәре лә һыпырылып төшкәндәй итте. Ул табындағы бер уң күршеһенә, бер һулына ҡараны, тамаҡ ҡырып ҡуйҙы, тик берәү ҙә өндәшмәне, яҡлап һүҙ ҡатманы. Сафура инәйгә лә, кеше өйөндә ҡунаҡтың йөҙөнән алаһың, тип ризаһыҙлыҡ белдермәнеләр. Табында ултырған күптәрҙең балалары ишек төбөндә аяҡтары боҙ иҙәнгә йәбешеп туңып торған, үҙҙәре урам буйлап “упалнамуш” эйәрткән эрзинкә итекле уҡытыусыны күреүгә, беҙгә инеп ҡуймаһын, тип ҡурҡып ултырған. Яҡлар кешеләре – фронтта, ә район үҙәге вәкиле менән ауылдың парторгы вазифаһын үтәгән, ситтән килгән уҡытыусы берҙән-бер власть булған. Ауылдың хөрмәтле ҡарты, келәт мөдире вазифаһын үтәп, күптәрҙе астан ҡотҡарған сырхау бабай, төрмәнән ҡайтмай ҡалған. Тол ҡатындар үҙ балаларының ауыҙынан өҙөп план үтәгән, штраф түләгән...
Йүг(е)реп йөрөп баҡса сәстем,
Үҫтеләр һуғандарым.
Бергә-бергә татыу ғына
Йәшәйек туғандарым,
табындағы уңайһыҙ тынлыҡты боҙоп, Зөлхизә инәйҙең моңло көйләүе яңғыраны.
– Һәй, бар ине шул заманалар... – тип һуҙҙы икенсеһе, көрһөнөп.
– Туҙмай ине сабаталар, – тип ҡушылды өсөнсөһө. Шым ғына көлөшөп алдылар, шунан тағы берәүһе һөйләп алып китте:
– Бер эштән һуң ғына ҡайттым. Балалар йоҡлай, ойоғомдо мейес башындағы утынға киптерергә элеп, йоҡларға яттым. Иртә менән тағы эшкә. Уянһам, мейес башынан бер күҙле, ике мөгөҙлө нәмә ҡарап тора. Ҡотом осто. Ҡулыма иң беренсе йәмкә эләкте, шуның менән елгәрҙем. Теге нәмә даһыр-доһор килеп төштө, ҡараһам, үҙемдең ҡырҡ ямаулы тишек ойоғом. Ултырып, көлә-көлә иланым да, кибеп өлгөрмәгән ойоғомдо кейеп, эшкә киттем...
Табынға йыйылған инәйҙәр булмышы менән зарланып ултырыусылар түгел ине. Һуғыш ауырлыҡтары уларҙың йәшлеге менән бәйле, шуға үткәндәрҙе моңһоу һағыш менән иҫкә алдылар ҙа күңелле хәтирәләргә бирелделәр. Бер-береһен бүлдерә-бүлдерә иҫтәлектәре менән бүлештеләр, хатта берәүһе шаяртып, ҡулын күтәрҙе, йәнәһе, миңә лә һүҙ бирегеҙ әле. Файза инәй генә башҡаса һыҙлаған аяҡтары һәм был ауылдың эшкинмәгән уҡыусылары тураһында ауыҙ асып һүҙ әйтмәне...
Ҡунаҡтар таралышып бөткәс, иң аҙаҡтан Сафура инәй ҡуҙғалды.
– Хәйерниса килен, һин үпкәләмә инде, ҡунағыңдың йәмен боҙҙом. Телем дошманым булды инде ғүмер буйы. Күпме кешене рисуай итеп, хәҙер әҙәм булып ултырыуына енем ҡотора ла китә, – тип уңайһыҙланып ҡына табын хужабикәһенә өндәште.
– Эй, Сафура еңгә. Күптәребеҙҙең ауыҙынан алып әйттең дә һуң! Хоҙай беләлер ҙә, үҙе беләлер. Башҡа булышма, еңгә, рәнйеш алма. Эс бушатыр кешеһе юҡтыр, күрәһең, зарығып та китәлер яңғыҙы. Яҡшымы, яманмы, уҡытты бит. Үҙенән бигерәк һөнәренә хөрмәт бар. Башҡа өндәшмәйек, еңгә...
Нәфисә был ҡунаҡта инәйҙәргә калуштарын кейергә булышып торманы, шкафтан йылы ойоҡ алып, кәртә артында тимер-томорҙан ниҙер эшләгән атаһына йүгерҙе.
...Шау сәскәле биҙәк төшкән күлдәк итәктәрен ялпылдатып, урам-урам булып әбейҙәр ҡунаҡтан ҡайта. Сейә төҫөндәге сарафан кейгәне генә яңғыҙ. Ялтыр туфлийы менән шаҡылдата баҫып йөрөгән әбей йылдар үткән һайын сүгә барыр. Бәпембәләй ап-аҡ сәстәрен дә тора-бара яулыҡ аҫтына йәшерер. Хәйерниса инәйҙән һуң ауыл әбейҙәре тағы әллә күпме сәйгә йыйылышыр. Диплом алыу шатлығын да уртаҡлашырҙар, бәпес туйына ла, килен-кейәү сәйенә лә килерҙәр. Файза инәй ҙә йөрөр, уны ла ҡалдырмаҫтар. Тик үҙе береһен дә сәйгә алмаҫ. Элекке ауыл парторгы һәм уҡытыусыһы, һуғыш йылдарында берҙән-бер эрзинкә итекле кешенең институт тамамлар, килен-кейәүле, ейән-ейәнсәрле итер балалары юҡ...
Фото: Тәнзилә Ғәйфуллина һүрәте.
Читайте нас: