Ил башлығы Владимир Путин әйтеүенсә, льготалы ипотека дәүләт ярҙамы менән халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн булдырылды. Программа сиктәрендә төбәктәрҙә 3 миллионғаса, Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларында 8 миллионға тиклем ипотека алып буласаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн дәүләттән 6,5 миллиардҡа яҡын аҡса бүленәсәк.