Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Апрель 2020, 17:43

Ҡасандан башҡорт ҡурайҙа уйнай?

...

Ҡасандан башҡорт ҡурайҙа уйнай? “Ҡуңыр буға” эпосының Мөғәллим Мирхәйҙәров сәсәндән яҙып алынған вариантында ҡурай моңоноң тәьҫир көсө тасуирлана, ә бит эпоста беҙҙең эраның 4-се быуатындағы ваҡиғалар тураһында бәйән ителә, тимәк, ҡурайҙың кәмендә ун ете быуат тарихы бар, тип яҙғайныҡ (“Ҡобағош ҡурайсы”.”Совет Башҡортостаны”. 01.12.1988).
Парижда Луврҙа тынлы музыка ҡоралында уйнап ултырған шумер көтөүсеһенең һүрәте һаҡлана икән. Беҙҙең эраға тиклем 3000 йыл элек төшөрөлгән был һүрәттә, әйтерһең, ҡурайсы ултыра: инструментты тотоу, иренгә ҡуйыу рәүешендә бер ниндәй ҙә айырма юҡ! Тағы: Филадельфия университеты музейында шумер флейтаһы һаҡлана икән, саф көмөштән эшләнгән һәм ул ҡурайға игеҙәк кеүек оҡшаш (башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр” һәм шумерҙарҙың Гильгамеш тураһындағы эпосы араһындағы яҡынлыҡты ла иҫкә төшөрәйек!). Уйлап ҡараһаң уйылып китерлек: боронғо цивилизациялы шумер халҡы тарихта ғына, шумер музыканты һүрәттә генә һәм ул уйнаған музыка ҡоралы музейҙа ғына ҡалған, ә башҡорт халҡы йәшәй һәм меңәр йылдар элек ҡурайында нисек уйнаған – бөгөн дә тап шулай уйнауын дауам итә!
Юлай Ғәйнетдинов, "Ҡурайсы". 2020 й.
Читайте нас: