Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2020, 19:45

Республика клиник дауаханаһына уникаль ҡоролма урынлаштырылды

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында ҡабул ителгән "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы Башҡортостанға ЭКМО аппараты ҡайтарылды. Уны Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһына урынлаштырҙылар. Бындай ҡоролма Башҡортостанда хәҙер икәү – тәүгеһе Өфөнөң Дим районындағы ҡала дауаханаһына бирелгән ине.

Экстракорпораль мембрана оксигенацияһы аппараты (ЭКМО) – ул яһалма ҡан әйләнешен яйға һала, үпкә йәиһә йөрәк яфаланғанда ҡулланыла. Ҡоролма үпкә ролен үҙ өҫтөнә ала, ҡанды кислород менән туйындыра.

Табиптар һүҙҙәренсә, әлеге уникаль аппараттағы процедуралар сирлеләрҙе дауаламай, йөрәккә ял итеү һәм ауырыуҙан арыныу өсөн мөмкинлек бирә. Ҡоролма айҙар буйы эшләй ала һәм иң мөһиме, дауаланған мәлдә пациент йөрөй, аралаша ала. Өҫтәүенә, ул организмды кәрәкле витаминдар, минералдар тәьмин итә.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: