Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2020, 08:14

Рамаҙан айында сәхәр эсеү, намаҙ уҡыу ваҡыты

23 апрель – ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана.Изге айҙа сәхәр эсеү, намаҙ ваҡыты...

23 апрель – ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана.
Ураҙа тотоу ваҡытын тәҡдим итәбеҙ.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт с.ғ.с. бер хәҙисендә: "Аллаһы Тәғәләгә иман килтереп һәм уның әжеренә өмөт итеп Рамаҙан айында ураҙа тотоусыға уның бар булған әүәлге гонаһтары ғәфү ителәсәк", – тип әйтә. “Иман килтереп” тигән һүҙ ураҙа тотоусы имандың бөтә терәктәренә – Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә, фәрештәләргә, изге китаптарға, пәйғәмбәрҙәргә, Ҡиәмәт көнөнә һәм тәҡдиргә шик-шөбһәһеҙ инаныу, фарызды, хәләлде, харамды айырыу тигәнде аңлата. Тимәк, үрҙә телгә алынған шарттар үтәлгәндә, кеше Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенә өлгәшеү менән бергә үҙенең гонаһтары юйылыуына ла өмөт итә ала.
Журнал уҡыусыларына ураҙа тотоу ваҡытын тәҡдим итәбеҙ. Изге Рамаҙан айында Аллаһы Тәғәлә рәхмәтенә ирешеп, уның ризалығын алып, гонаһ-кәмселектәрҙән таҙарынырға насип итһен.
Читайте нас: