Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Апрель 2020, 18:45

"ӘҘИПТӘР ҺӘМ МӘҘӘКТӘР" рубрикаһы

Йәш шағир Әнғәм Атнабаевҡа үҙенең ижадына иң ғәҙел баһаны алыу һәм тәүге китабын нәшер иттереү өсөн юл ярыуға абруйлы әҙип Рәшит Ниғмәти менән элемтәгә инергә кәңәш итәләр. Иркенләп бер һөйләшеү өсөн ул уны “Өфө” ресторанына саҡыра...Дауамы сайтта:

РЕСТОРАНДАҒЫ ҺЫЙ Йәш шағир Әнғәм Атнабаевҡа үҙенең ижадына иң ғәҙел баһаны алыу һәм тәүге китабын нәшер иттереү өсөн юл ярыуға абруйлы әҙип Рәшит Ниғмәти менән элемтәгә инергә кәңәш итәләр. Иркенләп бер һөйләшеү өсөн ул уны “Өфө” ресторанына саҡыра, табынға коньяк, тәмле ризыҡтар килтерәләр. Тәүге рюмкаларҙы эскәндән һуң Рәшит Ниғмәти үҙен хәҙерҙән үк дорфа тотҡан йәш ҡәләмдәшен бер аҙ урынына ултыртмаҡ була.
-Ҡустым, һыйың һәйбәт, әммә, тураһын әйтергә кәрәк, шиғырҙарың әлегә йомшағыраҡ. Артабан да гел шулай мөхәббәт борсағын ғына бүрттерһәң, һинән шәп шағир сыҡмай. Ысын шағир ул, белгең килһә, ватан, халыҡ мәнфәғәттәре хаҡында оран һалыусы! Ә һин ҡыҙҙар күңелен ҡытыҡлау менән мауығаһың...
Рәшит Ниғмәтиҙең утлы күҙҙәренән сәсрәгән уҫал осҡондарҙы ла, үтә лә ҡаты бәрелгән тәнҡит һүҙҙәрен дә күтәрә алмаған Әнғәм Атнабаев бер арала ипләп кенә ресторандан сыға ла һыҙа. Табындағы һыйҙар өсөн дә, аяуһыҙ тәнҡите өсөн дә Рәшит Ниғмәтиҙең үҙенә иҫәпләшергә тура килә.
Читайте нас: