Вирус вирус менән, журнал һәр саҡ кәрәк! 20 апрелдән 30 апрелгә тиклем почта бүлексәләрендә республика матбуғатына яҙылыу ун көнлөгө үтәсәк. "Ағиҙел" журналына ошо арала яҙылһағыҙ, 100 һумға яҡын аҡсағыҙ кеҫәгеҙҙә ҡалыр!
Декада ваҡытында ярты йыллыҡҡа яҙылыу хаҡы — 661,86 һум (элекке хаҡ – 750,06 һум).
Редакция аша алдырыусылар 6 айға – 510 һумға һәм электрон версияны үҙ итеүселәр 534 һумға яҙыла ала. Ашығығыҙ, киләһе ярты йылда “Ағиҙел”дә донъя күрәсәк ғәләмәт мауыҡтырғыс әҫәрҙәрҙе, очерк һәм мәҡәләләрҙе уҡыу ләззәтенән үҙегеҙҙе мәхрүм итә күрмәгеҙ! Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимов тураһында роман тәү сиратта "Ағиҙел"гә донъя күрәсәк. Өлгөрөп ҡалығыҙ!
Шулай уҡ журналға өйҙән сыҡмайынса яҙылыу мөмкинлеген онотмағыҙ! Ни бары WWW. RBSMI.RU сайтына инергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 89272367300