Республикабыҙҙың барлыҡ мәҙәни усаҡтары онлайнға күсеп бөттө. Яратҡан спектаклдәребеҙ, артистар менән онлайн-әңгәмәләр, кескәйҙәргә әкиәттәр – барыһы ла интернет киңлектәрендә. Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәров мәҙәни саралар исемлеген тәҡдим итә.