– Бына кис тә етте, һөйләшер өсөн уңай, аулаҡ мәл. Ултыр әле ҡаршыма, улым, ултыр. Күрәһең, мин олоғайҙым. Атайыңдың вафаты, ағас аҫтында ҡалыуы, оло-ҡара ҡайғы иртәрәк ҡартайтты, буғай. Иҫән сағымда өйләнеп, көйләнеп ҡал, бәлки, ейән-ейәнсәрҙәремде лә арҡаларынан һөйөргә насип булыр. Кәләш әйттерәйек һиңә. Аллаға шөкөр, ауылыбыҙҙа бынамын тигән ҡыҙҙар бар. Тәслимәне ҡарап, һынап йөрөйөм. Кәүҙәһе, төҫ-ҡиәфәте арыу. Эшкә лә уңған, бәйләргә, тегенергә оҫта. Артынан килер мал-мөлкәте, бирнәһе лә мул. Беләһең, атаһы бай, йомарт. Үҙең дә тырыш. Етеш, бәхетле йәшәрһегеҙ.
– Инәй, Тәслимәне алырға ашҡынып тормайым, байлығы ла ҡыҙыҡһындырмай. Беҙҙең дә мөлкәт етерлек. Әлегә өйләнмәйем. Бөлөнөп ултырма, аш-һыуға, ҡашығаяҡҡа йәштәрҙән шәберәкһең. Йот-ҡураны үҙем ҡарайым, һиңә ауырлыҡ төшөрмәйем.
– Тәслимә оҡшамаһа, кейәүгә сығырға әҙер, һиңә тиң башҡа еткән ҡыҙҙар ҙа бар. Мәғәфүрҙең Мәҙинәһе. Ҡара күҙле, оҙон сәсле, бал ҡорто һымаҡ тилбер, таңдан тороп шишмәгә йүгерә. Йырлай ҙа, бейей ҙә. Һау-сәләмәт ҡатын ғына сәләмәт бала таба, түл бәхете иһә – ҡот, ырыҫ.
Шәфҡәте ҡымшанмағас, Шаһиҙә ҡарсыҡ, үрнәккә лә, күрмәккә лә бар күрше ауыл ҡыҙҙарын барлап сыҡты. Тик береһенә лә иҫе китмәй тегенең. Эйе, тимәй, ризамын, тимәй.
– Бәлки, күҙең төшкәне барҙыр?
– Бар шул. Ҡарағолдан Яманғол ағайҙың ҡыҙы Мәхтүмә.
– Һин, балаҡайым, аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә?.. Тәүбә, тәүбә!.. Уларҙың нәҫел-нәсәбе яман бит, тәкәббер, үҙһүҙле, кешеләрҙе ишһенмәй, тиңһенмәй. Затына оҡшап, Мәхтүмәһе лә кирегә бөткән, тиҙәр. Шундайҙы ҡатынлыҡҡа алалармы ни? Нәҫелебеҙ боҙолор.
– Минең өсөн бер тигән. Өйләнһәм, Мәхтүмәгә генә өйләнәм.
– Уны алһаң, ғүмер баҡый ыҙаларһың, улым. Сәскәһенә алданып, сәнскеһенә ҡаҙалырһың. Имен донъя ҡороу, татыу ғүмер итеү, тиң йәшәп, тиң ҡартайыу өсөн ышаныслы йәнәш кәрәк. Һынап алған йәр менән генә тормош күркәм, ҡотло, ҡыуаныслы. Ә боҙоҡ ҡатын ен-пәрейҙән яман, шайтан ҡамсыһы! Шул хаҡта ир-егеткә һабаҡ булыр ҡарһүҙ ҡалған.
– Итәғәт итеп, һөйләгәнемде тыңла.
“Әүәл ғәжәп итәғәтле бер кеше ғәләмәт яуыз ҡатын менән ғүмер иткән. Ул туҡтауһыҙ мыжып, ирен тызыҡлап, әрләп торған. Ни генә эшләмәһен, уның уйына, теләгенә ҡаршы төшкән, йәнен ҡыйып, киреһен ҡылған. Ир бөтә көс-ғәйрәтен, тырышлығын һалып, етеш, татыу йәшәргә ынтылһа ла маҡсаты бойомға ашмаған. Хәләл ефетен ыңғайлатыр, әҙәпкә күндерер өсөн бар әмәлде ҡулланып ҡараған, әммә файҙаһы теймәгән. Яҡшылыҡҡа – яуызлыҡ, тигәндәй, ҡатынының яманлығы артҡандан-арта ғына барған. Ауылдан сығып ҡасһам да ҡотолоп булмаҫ, барыбер ҡуймаҫ, табыр, тип уйлаған. Ипкә һалырлыҡ юл, өмөт-ышаныс ҡалмағас, һуңғы сараны самалап ҡарарға ниәтләгән. Әҙәм белмәгән, аяҡ баҫмаған урын табырға кәрәк...
Ауылдан әллә ни йыраҡ та түгел ҡара урман ҡосағында, тауҙар араһындағы ҡаялыҡта баш әйләнерлек тәрән соҡор, упҡын булған. Унда ҡотто алырлыҡ ен-пәрей, бапаҡ, өрәк бар тип, кешеләр ул урынды урап уҙған. Ир, шөрләүен еңеп, шунда йәшеренергә ҡарар ҡылған. Бик һаҡ ҡына әҙерләнһә лә ҡатыны ҡайҙалыр юлланғанын һиҙеп, тауыш күтәргән, енләнеп төпсөнә башлаған:
– Боҫоп-нитеп ҡайҙа йыйынаһың, ир шәрәмәте?
– Эш, имеш. Бирермен мин һиңә эште! Күрһәтермен күрмәгәнеңде, быш-быш. Шым ғына арҡан үреп, һатып, кәсеп итмәксеһеңме, йолҡош! Һаттырырмын мин һиңә, һаттырмай ни!.. Боло – минеке, ҡарун! Киттек бергә, һағалап торормон.
Ҡотолор хәл юҡ, китәләр икәүләп урманға. Упҡын янына еткәс, ир арҡанын аҫҡа төшөрә башлаған. Ҡатыны сәйер ҡыланышын аңламай, екергән:
– Соҡор төбөндә хазина ята. Шуны алмаҡсымын.
– Хазина!.. Ҡана үҙем төшөп алайым. Һин өҫтә көтөп тор.
– Юҡ, юҡ, һин ҡатын кеше, упҡын тәрән, көсөң етмәҫ, – тигән ире йәлләгән булып. – Мин алып менәйем.
– Хазинаның бер өлөшөн соҡорҙа йәшереп ҡалдырмаҡсыһыңмы, әүермән!? Тот ҡапсығыңды!
Үҙһүҙле, шар күҙле бисәһе бәхәстә ал бирмәҫен белгән ир ахырҙа сигенгән, уға юл ҡуйған. Ул, зәһәрләнеп, арҡанға сат йәбешеп, аҫҡа төшә башлағас, ирҙең башына ҡәһәр уй килгән: “Был баш бирмәҫте шунда ҡалдырайым да ҡуяйым. Бәлки, тора-бара ыҡҡа килер”. Имгәнмәһен тип, арҡанын осона сыҡҡансы төшөргән дә аҫҡа ташлаған. Шунан шатлығы эсенә һыймай, ҡанатланып, оса-ҡуна өйөнә ҡайтып киткән.
Йәне тынысланып, бер талай һиллектә ирәүәнләнеп, үҙ иркенә йәшәгән ир, хатта йәшәреп киткән. Арҡанын, балтаһын алып, урманда йөрөгәнендә, упҡын яғынан үтешләй, бисәһенең хәлен белмәксе булған. Соҡорға яҡын килгәс, аҫтан йән өҙгөс тауыштар ишеткән. Был ни ғиллә?.. Ҡатыны бәләгә тарығандыр, интегәлер. Ир, меҫкенкәйен йәлләп, упҡындан сығармаҡсы иткән. Ни тиһәң дә, әҙәм балаһы бит. Моғайын, ыңғайға, уңайға килгәндер. Шулай уйлап, упҡынға арҡан төшөргән. Осон кемдер эләктергәндәй тойолғас, бар көсөнә өҫкә табан тарта башлаған. Аһылдап-ухылдап һөйрәй торғас, ҡараһа, бисәһе урынына бауға йәбешеп, маңлайының ҡап уртаһында һыңар күҙе быҙлап торған пәрей сығып килә. Ир, йәһәт кенә биленән балтаһын алып, бауҙы ҡырҡайым тиһә, теге телгә килгән:
– Эй, мәрхәмәтле бәндәм, мин бығаса ошондағы өңөмдә тыныс ҡына ғүмер кисерҙем. Яңыраҡ аждаһанан яман бер әҙәми бисә килеп төшөү менән көн бөттө миңә. Ыҙа сигеүҙәремдең сиге юҡ. Ҡотҡарһаңсы мине шул бисәнән? Һинең тоғро таянысың булырмын, рәхәтләнеп йәшәрлек байлыҡ, хазина бүләк итермен. Зинһар, харап итмә инде!..
Ныҡ ялбарғас, мәхлүккә ҡалған пәрейҙе йәлләп, ир өҫкә сығарған. Теге ҡыуанысынан ни алып, ни бирергә белмәгән, рәхмәттәр яуҙырған, вәғәҙәләр биргән”...
Ҡарттарҙың ҡарһүҙен тыңлап бөтөрөргә түҙеме етмәй, Шәфҡәт ошо урында инәһен бүлде:
– Ысын һымаҡ күреп, ир ҡорона ингән улыңа әкиәт һөйләп ултыраһың. Аңланым мин, Мәхтүмәне ен-пәрей менән сағыштыраһың.
– Әкиәттең дә кинәйәһе, ғибрәте бар аңлаған кешегә. Асыуланма, балам! Фәһем өсөн һөйләнем. Әүәл әкиәт, ололар аҡылын, өгөт-нәсихәтен тыңлап үҫкәндәр ғәмәлдә бәхетле булды. Беҙҙе әлми саҡтан көн-төн өйрәттеләр иманға, һис эйәрмә, тип, яманға. Изге өгөткә ҡолаҡ һалмағандар йөрөйҙәр әйләнеп ҡамғаҡҡа.
– Ни тиһәң дә мин Мәхтүмәне генә хуш күрәм.
– Инәйең булараҡ, әйттем дә бөттөм. Йәне теләгән йылан ите ашаған.
– Яратҡас, нишләйем? Ашармын.
– Улай ғына түгел шул, улым. Яманырағы, интектергәне – ололар һүҙен тотмай ғүмер буйы оролорһоң да бәрелерһең. Аҙаҡтан үкенһәң дә һуң булыр. Ғүмер бер генә...
Ҡыҙ йәшереү, ҡушыу, бирнә һалыу, бүләк бирешеү, килен төшөрөү, һыу башлау кеүек йолалар туйҙы йәнләндереп, йәмләндереп ебәрҙе. Күпереп торған мамыҡ мендәрҙәр, һарыҡ йөнөнән һырылған йылы юрған, үҙе һуҡҡан күҙҙең яуын алырлыҡ сағыу балаҫтар бүләк итеп, Шаһиҙә ҡарсыҡ улы менән килененә бер ауыҙ ғына теләк әйтте:
– Бәхет башы – тәүфиҡ, тәүфиҡлы булығыҙ, балалар!
Бына шулай алмалай бешкән саҡтарында ҡушылып, донъя көтә башланы кәләш менән ғашиҡ йән. Айырыуса Шәфҡәт ҡыуанды, Мәхтүмәһен һөйөп туйманы, өрмәгән ергә ултыртманы. Йомош-фәлән менән ҡырға китһә лә уны үлеп һағынды. Ҡураға сыҡҡан арала ла түҙмәйенсә ышыҡ урында һөйөклөһөн ҡосто, үпте.
– Пар күгәрсендәр кеүек гөрләшеп йәшәп алып киттеләр, Мәхтүмә зат- ботона тартмаған икән дә, – тип, тәүҙә күрше-күлән дә ғәжәпләнде.
Кискә табан ҡапҡа алдына, айғырын кешнәтеп, бригадир килеп туҡтаны. Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан. Ғаилә ҡороуҙары менән ҡотланы ла хәбәрен теҙҙе:
– Бер һауынсым күрше ауылға кейәүгә сыҡты, икенсеһе ҡалаға уҡырға китте. Ике һауынсы кәрәк. Ферма мөдире кеше таба алмай. Һеҙгә күҙ төбәп килдем. Һөттө мул һауһаң, боло һәйбәт. Ундай эш хаҡын хатта уҡытыусылар ҙа алмай. Автолавка магазинда юҡ тауар, балалар әйберен килтереп тора.
– Мин ир кеше һыйыр һауайыммы?
– Эштең ояты юҡ, Шәфҡәт. Илдә әллә күпме ир-егет һауынсы. Үҙегеҙҙең һыйырҙы һауаһың бит. Ҡатындары бушамағанда, башҡалар ҙа һауа.
Үтә лә ныҡ өгөтләгәс, икеһе лә һауынсы булып, фермаға эшкә сыҡты. Ауылда йәшәгәс, күмәк хужалыҡҡа бәйлеһең, бесәне лә, аты, тракторы ла кәрәк. Баш тартыу – үҙеңә кәртә ҡуйыу.
Шаһиҙә ҡарсыҡ киленен әллә ни йомошаманы, әлегә үҙе лә эшкә арыу. Ҡылтымбый яғы килеп сыҡмаһын тип, сабырлыҡ күрһәтте. Апай-һеңлеләре ҡапыл-ҡара үсегеп бара. Кире нәҫел! Шәфҡәте абайламай, уңдан һулды айырмай, кәләштең шәфҡәтлерәген, холҡо менән килешлерәген алманы. Йөҙөнең һылыулығына, кәүҙәһенең һомғоллоғона нығыраҡ ҡыҙыҡты. Ни тиһәң дә, Мәхтүмә, нәҫеле яғынан күрекһеҙ, тиҫкәре зат балаһы, сит бауыр. Иртәгәһен, киләсәген уйлағандар бындай нәсәпкә, быуынға яҡынлап бармай. Яҡынлағандар, ике-өс ай эсендә һушына килеп, айырылыша. Шәфҡәт, сабыр кеше, әлбиттә, түҙер. Тормошта күп ғибрәтле хәлдәрҙе күргән Шаһиҙә ҡарсыҡ ил инәләренең “киленде йылһыҙ маҡтама”, “килен үпкәләп, таш алыр” тигән аҡылдарын да яҡшы белә.
Әлегә тыныс ҡына таң атты ла кис булды, көн артынан көн үтте. Шул арала ғаилә ишләнде, тәүҙә малай, шунан ҡыҙ бала тыуҙы. Шаһиҙә ҡарсыҡ ейән-ейәнсәрен йәнен бүлеп бирерҙәй булып һөйөп бәпләне. Бер мәл ейәнсәрен йыуатып, арбап, албырғатып, уйынлы-ысынлы һамаҡлағанын килене йәшеренеп тыңлап торған:
– Минме күмер силәге? Минме? – Мәхтүмә зеркәнләп, ишекте шарт ябып, урамға сығып юғалды. Туғандарына китте, күрәһең.
Шаһиҙә ҡарсыҡ был һамаҡты иҫенә төшөргәненә, әйткәненә үкенде. Башына ла килмәне берәүҙең боҫоп ҡына тыңлап тороро. Килененең ҡылт-мылты, тырт-мырты уйламағанда тишеп сыҡты. Инде күрһәтә башлар кирле-мирле холҡон. Мәхтүмә кисләтеп дөп-дөп итеп, әйбер-ҡараны дөһөр-даһыр килтереп, ҡыҙмаса ҡайтып инде лә иренә ғауғалап өндәште:
– Инәйеңә һин – дегет силәге, мин күмер силәге икәнмен! Үҙ ҡолағым менән ишеттем. Үәт әй, беҙҙе ҡараға буяп ултыра. Ғүмер буйы уның итәгенә йәбешеп ятырға итәһеңме? Ана, үлгән әбейеңдең өйө буш тора, шунда күсәйек! Хәҙер килендәр ҡәйнә менән йәшәмәй.
– Мәхтүмә, инәйемдең әйткәне бала йыуатҡыс һүҙ генә бит ул, зерәгә бартанлайһың. – Шәфҡәт ҡатынын тынысландырырға маташып ҡараны. Әммә тегенеһе оторо зыуланы:
– Ҡәйнә менән ғүмеремде уҙҙырырғамы? Туйым уҙған, туным туҙған. Миңә күҙәтке кәрәмәй. Үҙ яйыма йәшәргә теләйем. Әйттем – бөттөм!
Иртәгәһен әйберҙәрен төйнәп, сығып та китте. Иргенәһе ҡатынынан ҡалманы. Әбеһенең бәләкәй генә иҫке йортонда толҡа тапмай, эшкә талымһыҙ Шәфҡәт, өмә итеп, бура буратты, ҡара көҙгә өй һалып та керҙе. Эш артынан – эш. Мал-тыуарға ҡура ҡорҙолар, утын, бесән ташынылар... Аны-быны ҡыбырлатҡан һайын ярҙамсылар, тракторсылар хәмер көҫәне. Өҫтәлдән әсе бал, араҡы өҙөлмәне. Табындаштары ай-вайына ҡуймай Шәфҡәтте өгөтләне:
– Хужабикәгә лә ҡой, хужабикә мәхрүм ҡалмаһын!
– Йәлме ни, ҡоябыҙ уны. Мин былай ҙа Мәхтүмәмдән башҡа бер тәғәм ризыҡ ҡапмайым. Унһыҙ тамағыма аш бармай.
Хужабикә иһә “ҡуй”, “юҡ” тимәне, ирҙәр ыңғайына төп күтәрҙе. Шәфҡәте тыймағас, тора-бара Мәхтүмә ҡатын-ҡыҙ затынан икәнен онотто, көндән-көн эскегә нығыраҡ бирелде. Ҡыҙмаса булып алһа, теле әселәнә, балалар алдында йән ҡыйғыс һүҙҙәр ысҡындыра:
– Эй инәң ние, ҡайҙа шешә?..
– Тағы ниндәй шешә? Төбөнә төшкәнһең бит инде.
– Етмәй ҡалды. Килтер, аҡсаңды йәлләмә!..
Бер көн төш мәлендә ихаталарына Шаһиҙә ҡарсыҡ килеп инде. Шәфҡәт малына бесән һалып йөрөй ине.
– Мин үтеп барышлай ғына, улым. Шуны әйтәм, Мәхтүмәң боҙолғандан-боҙола бара лаһа. Ана, иҫерек килеш алкаштар менән магазинда араҡы алып тора. Кешенән оят! Тағы бер тапҡыр әйтәм, ҡатыныңды хөрмәтләһәң дә, теҙгенен ҡулыңа көрмәклә! Әтү бөтөнләй шашыр, юлдан яҙыр.
Инәһе өйҙәренә лә инмәй ҡапҡанан сығып киткәс, Шәфҡәт уйланды. Нишләргә инде, нишләргә?.. Буталды донъя. Аҡса алып, ауыҙҙарына хәмер тейһә, малсылар көн һайын аңҡы-тиңке йөрөй, ҡайһы берәүҙәре, һуңғы тиненә тиклем араҡыға тотона, бер телем икмәк теләнселәй. Мал-тыуарҙы йүнләп ҡарамайҙар, эшкә лә килмәй ҡуялар. Бәғзеләре силос соҡоронда, бесәнлектә аунап, бәғзеләре утлыҡта ҡоҫоп ята. Һыйырҙар мөңрәшеп, ас тора, яҡшылап һауылмай. Ҡысҡырыш та баҡырыш, һүгеш, әрләш, бөтмәҫ ығы-зығы. Ата-инәләренән отоп, хатта ярҙамға килгән балалары һүгенә.
Шәфҡәт бәләкәй генә сағынан мал бағышып үҫкәс, йәл һәүкәштәр. Атаһы мәрхүм әйтә торғайны: “Мал көткән ашҡа туйыр, улым. Малы барҙың ғына һыйы бар, малы юҡтың һыйы ла юҡ”. Ысынлап та шулай! Өҫтәлдәрендә гелән һөт, ҡаймаҡ, май, ҡатыҡ, ҡорот, әжегәй булды. Йыл һайын һуғым һуйҙылар. Инәһе лә балаларына: “Һыйырҙы яҡшы ҡарағыҙ! Һыйырҙың һөтө елендә, елендән алда телендә, – тип, гелән туҡып торҙо. Уның һүҙен иҫенән сығармай эшләп, Шәфҡәт алдынғы һауынсы булып китте. Дөрөҫ, һәр һыйырҙың һауымын күтәреүгә булышлыҡ иткән таналар ҙа һауа. Улар башҡаларҙа ла бар. Кемдә – өсәү, кемдә – дүртәү-бишәү. Таналар йүнләп һөт бирәмәгән, йәнә лә ҡартайған һыйырҙарҙы алмаштырыу өсөн кәрәк. Алдынғы булғас, Шәфҡәтте маҡтап телгә ала башланылар, фотоһын ҡуйып, район гәзитендә лә яҙып сыҡтылар. Ниңәлер был кәләшенә оҡшаманы.
Ҡапҡа шығырланы. Аңҡы-тиңке булып, Мәхтүмәһе инеп килә. Йөҙө шешенгән, сәсе туҙған. Үҙе мыңғырҙап йырлай:
– Ни хәлгә төштөң, кәләш? Аяғыңда көскә баҫып тораһың бит. Киске һауын да етеп килә. Һыйырҙарыңды кем һауыр?
– Һин һау! Һин бит алдынғы. Көн-төн һеперелеп эшләйем, ниңә мине алдынғы итмәйҙәр?
– Сөнки күңел һалып эшләмәйһең, эскенән бушамайһың.
– Кем араҡы ҡойҙо миңә? Һин ҡойҙоң! Минһеҙ ашамай ҙа, эсмәй ҙә, имеш. Ярата, имеш. Түрәләргә ярамһаҡланып, ошаҡлашып ярайһың, улар алдында башҡаларҙы эсмәҫкә өгөтләйһең. Алдынғы, имеш...
– Ауыҙың ни һөйләгәнде ҡолағың ишетмәй, Мәхтүмә. Юҡҡа, нахаҡҡа игәйһең. Сүбәк сәйнәмә! Яманмы-яҡшымы, мин һиңә – ир!
– Һинме ир? – Араҡы шауҡымынан һармаҡһыған ҡатын бармаҡ төртөп ихахайлап көлдө. – Ир түгел, бисә һин! Бисә булмаһаң, сүкәйеп һыйыр һауыр инеңме...
Бындай мыҫҡыллауҙы көтмәгән Шәфҡәт бер ағарҙы, бер күгәрҙе, йән асыуынан бәйһеҙләнгән ҡатынын осора һуғыр хәлгә етте. Әммә күтәргән ҡулын кире төшөрҙө. Ирлек намыҫына беҙҙәй ҡаҙалған һүҙҙәрҙән әрнеп-ғәрләнеп, нишләргә белмәй шешәгә үрелде...
Аҙна буйы йәне көйөп, үртәлеп йөрөнө-йөрөнө лә, ниһайәт, бригадир менән ферма мөдирен бергә тап итеп, ҡыйыуһыҙ ғына өндәште:
– Ағайҙар, әүәл һүҙегеҙҙе йыҡмай һыйыр һауырға ризалаштым. Артабан һауа алмайым.
– Юҡ. Һаулыҡҡа зарланмайым. Арыумын.
– Шулай булғас, әүәлгесә эшләйһең. Һин – беҙҙең ферманың йөҙө!
– Йөҙө түгел, һерәйеп торған ипһеҙ мөгөҙө! Миңә ир эше бирегеҙ! Бирмәһәгеҙ ситкә сығып китәм.
Тегеләр бер-береһенә ҡарап аптырап ҡалды. Шәфҡәттең хәлен төшөнгән ферма мөдире ыҡҡа килде:
– Ғәйшәнең ситтән ҡайтҡан туғаны эшһеҙ ята. Моғайын, ризалашыр.
– Ярай, – тине бригадир. – Күршең менән алмашлап Уралда тибендә йөрөгән йылҡыны ҡарарһың. Бер үҙенә генә ауыр. Ике аяҡлы бүреләр күренгеләй. Өс атты атып алып киттеләр. Ял итергә будкаһы, йылытырға тимер мейесе бар. Мылтыҡ бирерҙәр.
Ил ауыҙын иләк менән ҡаплап булмай. Һүҙ сыҡты. Мәхтүмә Шәфҡәте менән талашҡан икән. Һин ниндәй ир, бисәләр һымаҡ сүгәләп һыйыр һауаһың, тигән икән. Әйтәм ошо арала төҫө бөтөп йөрөй ине бахырҡайҙың. Эскән бисә ирен дә, балаларын да бәхетһеҙ итә шул...
Шәфҡәт ҡатынын дауалап ҡарарға теләне. Айыҡ ауылдаштары уны: “Һин бит, инәй!” тип тә шелтәләләй, “Иреңде, балаларыңды хур итәһең” тип тә ғәйепләй. “Тәнең дә, йәнең дә ыҙалай. Туҡта, туҡта!” – тип тә ҡарай. Әйткәндәрен бар тип тә белмәгәс, тора-бара яҡындары ла уға ышанысын юғалтты, хатта уны инҡар итә башланы. Бәғзе ҡәрҙәштәре, белемсе һымаҡ, ҡатын-ҡыҙҙы эскенән даулау мөмкин түгел, арыуланһа, йөҙҙән береһе генә арыулана икән, тигән һығымта яһаны. Шәфҡәт Мәхтүмәһенең араҡы упҡынынан, был шайтан ҡуласаһынан, үҙе генә сыға алмаясағын ныҡлы төшөнгәйне. Шуға ла район үҙәгенә барғанында дауаханаға инеп, белгес менән кәңәшләште.
– Алкоголизм – бик етди ауырыу, дауалау – ауыр процесс, – тине табип. – Айығыу, яңы тормош башлау, һикһән процент уңыш дауаланыусының теләгенә, ихтыяр көсөнә бәйле.
– Ә ниңә ҡатын-ҡыҙ ирҙәргә ҡарағанда эскегә тиҙерәк бирешә һуң? Мин үҙем дә ныҡ ҡына эсәм, әммә ҡаҡшамайым.
– Ирҙәрҙекенә ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙың тәне еңеләрәк, организмында шыйыҡлыҡ аҙыраҡ. Алкоголь ҡанға эләккәнсе, нескә затта бүлеүсе, айырыусы фермент һүлпәнерәк. Бер үк дозала эскәндә лә ҡандарына иҫерткес күберәк эләгә. Бының тәьҫирендә психик юҫыҡта үҙгәреү, норманан сығыу байтаҡҡа тиҙерәк. Ғөмүмән, спиртлы эсемлектәр йоғонтоһонда эскесе ҡатын-ҡыҙ психологик яҡтан да, тышҡы яҡтан да танымаҫлыҡ булып үҙгәрә.
– Был ҡайһылайыраҡ була инде?
– Уның билдәләре, сағылыштары байтаҡ. Тотанаҡһыҙлыҡ, тыйнаҡһыҙлыҡ, әҙәпһеҙлек, йыуынмау, үҙен ҡарамау, осраҡлы енси мөнәсәбәттәргә инеү, өйәнәк сығыу, кәйеф ҡырылыу, үҙ-үҙеңә бикләнеү. Нервылар ҡуҙғып, ҡысҡырып-баҡырып һөйләшеү, ҡулдарҙы болғау, ҡаршы әйтеүсене мыҫҡыллау... Эскесе ҡатындарҙың тәне иртәрәк ҡартая, бәлтерәй, тиреһе сирыша, сәстәре ағара, ҡойола. Ҡалҡан биҙе насар эшләү һимереүгә, йә ныҡ ябығыуға килтерә. Бөйөр туҡымаһы үлә, цистит, пиелонефрит кеүек ҡатын-ҡыҙ ауырыуҙары ыҙалата...
– Шулай! Ҡатыныңды алып кил! Дауалап ҡарарбыҙ.
Ҡайтҡас, күпме генә өгөтләһә лә Мәхтүмәһе дауаланыуҙан ҡырҡа баш тартты. Хатта: “Мин түгел, һин алкашһың, үҙең дауалан!” – тип екерҙе. Нишләйһең, тиҫкәре лә тиҫкәре инде. Теләге юҡҡа – өмөт тә юҡ!
Шәфҡәт аҙна буйы ҡайтып кермәй ҡырҙа йылҡы баға ла, шунан ял итә, өйҙә ята. Мәхтүмәһенең мөнәсәбәтенә йәне әрнеп, ғәрләнеп, үҙе лә ныҡ ҡына һуҡҡылай. Донъяларының тамам рәте китте. Тапҡан-ниткәнде араҡы йотоп тора. Өйҙә йүнле йыһаз, әйбер, өҫтә һәйбәт кейем-һалым юҡ. Эске кергән йортҡа ҡот ҡунмай икән шул. Икәүләп эсеп, боламыҡ-һаламыҡҡа, фәҡирлеккә ҡалдылар. Иптәштәре балаларын «алкаш өйөрө, алкаш малайы» тип йөҙәтә. Ҡыҙҙары урамға сығырға ла ояла.
Мәхтүмә юҡта йәнә инәһе пәйҙә булды. Йөҙө һурылып, тағы ла нығыраҡ йыйырсыҡланып киткән. Шешенгән, бүртенгән Шәфҡәтенә аптырап ҡарап торҙо ла, асыу ҡатыш рәнйеш һүҙҙәрен ҡойҙо:
– Мин һине олоғайған көнөмдә бөтә ҡәрҙәштәр алдында хурлыҡ кисерер өсөн үҫтерҙемме ни? Сәскәһенә алданып, сәнскеһенә ҡаҙалырһың тимәнемме? Имен донъя ҡороу, татыу ғүмер итеү, тиң йәшәп, тиң ҡартайыу өсөн ышаныслы йәнәш кәрәк, тип кәңәш бирмәнемме? Боҙоҡ ҡатын ен-пәрейҙән яман, тип иҫкәртмәнемме? Эй улым, улым... Етер, туҡта, бисәң ыңғайына йөрөмә, ҡотол араҡынан — ғазраилдан!..
Шаһиҙә ҡарсыҡ илап сығып китте. Балалары ла уның артынан эйәрҙе. Шунан һуң байтаҡ ваҡыт эскенән тыйылып торҙо Шәфҡәт.
Мәхтүмә иһә айыға алманы, бөтөнләй бәйһеҙләнде, әллә ҡайҙа юғалып, олағып йөрөй, өйҙә лә ҡунмай ҡуя. Кемдәр йәрен кем һөймәй... Шәфҡәтте шик-шөбһә ялманы, күңелен көнсөллөк ҡорто мөнйөнө.
Мал-тыуарын ҡарап ҡуранан сыҡһа, “мөхәббәт”е, күтәрмәлә шар-мар килеп, әлеге лә баяғы, шул уҡ шайтан нәмәһе, хәмер һемереп ултыра. Ҡойондай ҡалҡып, асыуы ҡабарҙы Шәфҡәттең. Шешәһен нигеҙ ташына бәреп ваттты. Иренең бындай ҡыланышын көтмәгән ҡатын тәүҙә ҡаушап ҡалды, шунан әүәлге хәленә ҡайтып, мыҫҡылларға кереште:
– Диуана! Тиле!.. Тилебәрән йоттоңмо әллә?
– Йоттом, йоттом. Инде көн-төн йотам.
– Ир шәрәмәте, йолҡош, шәпләнеп киткән дәһә...
Уның йән өшөткөс һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн Шәфҡәт аты янына ыңғайланы. Бына һиңә әкәмәт! Күп эсеүҙән мейеһе ағыуланып, аҡылы зәғифләнә башлаған бит ҡатынының. Нимә тиҙәр әле табиптар был ауырыуҙы?.. Иҫләне. Шизофрения! Шизофреник! Был һығымтаһынан тәне сымырғаны. Ҡалтыранып өйгә инде. Мәхтүмәһе иһә уны шәйләп, тағы ла яманыраҡ ҡоторҙо:
— Ашты ағыулағанһың, яуыз! Мөртәт… Мине үлтереп, ҡәбергә тығып, инәйең димләгән түбән ос кәнтәйеңде алырға уйлайһыңмы? Оятһыҙ… Битһеҙ… Күрһәтермен мин һиңә күрмәгәнеңде!..
Өйләнмәҫ әүәл инәһенә “Уны ғына хуш күрәм” тигәне тамам иҫәрләнеп, енләнеп, йылан һымаҡ ыҫылдап сығып китте. Ҡунырға ҡайтманы. Шәфҡәт төн йоҡламай йөрөп сыҡты, төрлө уйҙарҙан башы ҡатты. Дөрөҫ әйтәләр, донъяның төҙөклөгө лә, боҙоҡлоғо ла ҡатындарҙан. Ирҙе әҙәм иткән дә, әрәм иткән дә, көлдөргән дә, бөлдөргән дә ҡатын икән. Инде ни ҡылырға, әҙәмсә йәшәргә ниндәй әмәл табырға?..
... Мәхтүмә, мыштырлап, иң аҙаҡҡа ҡалып, ҡуралар ихатаһындағы япмаға көрпәле он алырға килгәйне. Туҡлыҡлыраҡ булһын тип, ярмалы ондо уҫтыҡтағы һаламға һибәләр. Ҡарауылсы, фуражсы Миңлебай әшәге яғылған аласыҡта йылынып, ҡапҡылап ултыра ине. Мыштым ғына тойолһа ла, кәгеп алһа, теле асыла, мәрәкәләргә керешә. Әле лә уйынсалап ҡаршы алды:
– Ҡоҙасам ҡасан ғына килер инде тип көтөп, көтөк булып ултырам.
– Улай тимә... Ҡосорлоҡ, ҡуйынға алырлыҡ ҡоҙаса!
Төшөргәнендә Мәхтүмәне күрһә, ”Мыштым” йомшарып, яғымлыланып, күҙҙәре майланып, эс-бауырына инерҙәй була.
– И-и-и, бигерәк ҡупшы инде түштәрең, ниҙәрең. Тәмле күмәс һымаҡ! Ҡабарып, бүлтәйеп, күҙҙе ҡамаштырып, ымһындырып торалар. Шәфҡәттән алдараҡ шәйләмәгәнмен...
– Шәйләр инең. Инде һуң...
Мәхтүмә иреп китеп тыңлағас, Миңлебайҙың теле тағы ла оҙонайҙы:
– Ниңә һуң булһын ти. Һөйөшөргә һис ҡасан һуң түгел. Бер мут ҡоҙасам гел дә йырлай:
Мәхтүмә иһаһайлап көлөп ебәрҙе:
– Вәт ҡоҙаса, вәт бисә!.. Ярай, таҫма тел, оҙаҡҡа китте, инде фуражымды бир. Мөдир юғалтып, тағы әрләр.
Миңлебай, әүәҫләнеп китеп, ярарға тырышып, ондо үҙе һоҫто, Мәхтүмә тоҡ ауыҙын тотоп торҙо.
– Күберәк һал тим, күберәк.
– Һалам, һалам. Иртәгә лә һалырмын, күңелем асһаң. Һауынсылар ҡайтыу менән аласығыма кил. Яртым да бар.
Юҡ тимәне, килде Мәхтүмә. Башы ла зеңкеп ауыртып тора. Сыбыҡ осо ҡоҙасаһы инеү менән Миңлебай ишектең элгесен элә һалды, кес кенә тәҙрәне томаланы. Өҫтәлгә аҡбашын сығарып ултыртты, гәзит йәйеп, әпәй, ит, һуған һалды, көрөшкәләргә араҡы ҡойҙо.
– Әйҙә, тәүҙә беҙҙең аулаҡта осрашыу өсөн тотайыҡ!
Икеһе лә төп күтәрә эсеп ҡуйҙы. Ҡоҙасаның бит остары алһыуланып китте, ҡоҙаның йәнә теле сиселде:
– Тәү күреҙән үк күңелемде елкендерҙең, Мәхтүмә. Ҡыйылып киткән ҡыйғас ҡашлы, ҡоралайҙай һомғол инең.
– Әле лә матурһың. Сөм ҡара күҙлеһең, күпереп торған оҙон сәслеһең, һаман да тертәйеп торған түшлеһең. Йәйен күлдә шәрә һыу ингәнеңде күреп, таң ҡалдым. Шунан бирле һине төштәремдә күреп, бер һөйөргә ине тип хыялланам.
– Ҡиәфәтем матур булһа ла, холоҡ-ҡылығым алама минең, пәрейҙәр затынан, араһынанмын. Дыуамалмын, уҫалмын, еңмешмен, киремен...
– Ҡуй-ҡуй, үҙеңде хурлама. Мине сихырлаған, ғашиҡ иткән пәрейһең. Һинең һылыулығың өсөн икәү итәйек!..
Пәрей ҡыҙының күл буйындағы шәрә тәне, һыны күҙ алдына килеп, Миңлебай дәртләнде, дарманланды. Ниһайәт, хәҙер, бына хәҙер, уның күңеленә тынғы бирмәгән күптәнге хыялы бойомға ашасаҡ. Ажарланып, Мәхтүмәне һикегә йыҡты. Ҡулдары ҡалтырап, төймәләрен ысҡындырҙы, томбойоҡтай күкрәген һыйпаны. Ҡапыл ғына үҫмер сағында күргән сәхнәләге мөхәббәт тамашаһы төш кеүек һынланды. Егет ҡаушапмы, баҙапмы, һөйгән ҡыҙы ҡаршыһында нишләргә белмәй. Шул саҡ, онотолоп китеп, бер бабай урынынан торҙо ла: “Бөйөрөнән тот, улым, бөйөрөнән!” – тип яр һалды. Миңлебай ҙа Мәхтүмәнең бөйөрөнә ҡағылды, шул тәңгәлен шашып үбергә кереште. Тегеһе ҡытығы килеп, борғаланды, һырғаланды, шырҡылдап көлөп, ситкәрәк тайпылды. Бынан оторо ярһып, ир ымһындырғыс һынды ҡымтып тотоп алды...
– Был минме, түгелме?.. Мин, мин! Пәрей ҡатын, сибәр ҡатын минең ҡуйынымда! Теләгемә ирештем, Шәфҡәтте һемәйттем. Һимергән, йыуанайған, мискәгә әйләнгән бисәм ялҡытҡайны, ытырғандырғайны. Эсһә лә, Мәхтүмә әле бешкән еләк кеүек, танһыҡ ҡанмаҫлыҡ...
Торғас, ҡыуанысынан Миңлебай тыпырҙап бейеп алды. Нисек ҡыуанмайһың?.. Бынамын тигән ир-егеттең, ауылдашының ҡатынын алғыһатыу, албырғатыу һәм һөйөү бәхетенә иреште бит. Мәхтүмәне йәнә ҡомһоҙланып ҡосоп, араҡы ҡойҙо. Арыу уҡ башына сыҡҡан ҡәнәғәт ир, көрөшкәһен тотоп, һамаҡланы:
Бер һөйөш, уйнаш ҡылғас, гелән һөйөш-уйнашҡа тарталыр, ахырыһы. Миңлебай, сөсө теллеләнеп, саҡырып торғас, Мәхтүмә аласыҡҡа йышланы. Хатта төндәрен өйөнән сығып китеп, бында ҡуна ҡалды. Һөйәре ҡулына асҡыс тотторғайны. Эте лаулап өргәңгә тышҡа сыҡҡайны, бағанан төшкән шәм яҡтыһында алыҫта бер шәүлә шәйләне. Бәй, ҡатынының һын-килбәте лә! Мәхтүмә менән сыуалғанын кемдер тишкән... Үҙ күҙҙәре менән күрһә, ҡара ҡойон һымаҡ ғауға ҡуптарыр, һөйәркәһенең битен тырнар, сәсен йолҡор, бар ғәләмгә яр һалыр, туған-тумасаһына фаш ҡылыр. Миңлебай, ҡобараһы осоп, аласығына инде лә Мәхтүмәне тартҡыслап-һуҡҡыслап торғоҙҙо:
– Шыл, йәһәт кенә шыл! Минең “шайтан” килә ята...
Аҙна буйы йылҡы менән ҡыр-урман гиҙеп, Шәфҡәт өйгә төндә генә ҡайтып керҙе. Балалары ла, Мәхтүмә лә мышнап йоҡлап ята. Байтаҡтан ҡатыны менән бер түшәктә ятҡандары юҡ, ыҙғыш-талаш, үпкәләш бер береһенән ныҡ ситләштерҙе. Эт менән бесәй һымаҡ гелән һырт ҡабартып йөрөп булмай. Күңеле йомшап, хис-тойғоһо уйнап, ир ҡатынына һырышты һәм ут-ялҡынға бешкәндәй, ситкә тартылды:
– Миңлебай, ыҙалатма мине, йоҡларға ирек бир, – тип бышылданы Мәхтүмәһе ирен икенсе ир менән бутап. Ул бөгөн дә иҫерек ине. Шәфҡәт ытырғанып, нәфрәтләнеп, әүәлге урынына барып йығылды. Иртәгәһен әйтмәй түҙмәне:
– Ниңә кеше тормошон боҙаһың, Мәхтүмә? Мине хур тиеп, хыянат ҡылырһың тип һис кенә лә уйламағайным. Миңлебайҙың бит ғаиләһе бар.
– Миңлебайҙы миңә ҡушаңсы, әҙәм ыстырамы! Төшөңдә күргәнһеңдер. Тағы кемде тағырһың икән миңә? Үәт хәшәрәт!..
Шәфҡәт тамағына ла ҡапмай тышҡа сығып китте. Әүәлге иптәштәрен күрәйем, һөйләшәйем тип, ферма бесәнлегенә ыңғайланы. Барҙы ла, башын тотоп, ҡутарылған эҫкерт һаламына туңҡайҙы. Тәүбә итә белмәгән бисә менән ғибрәткә ҡалдым да баһа! Хет ярылып кит! Айырылышырғамы? Уҙғандың көлө туҙған тип ҡул һелтәргәме? Ошолай ҡаңғырған ҡатай һымаҡ аптырап, йөҙәп ултырғанда, ирҙәр утҡа кәрәсин һипте:
– Һин, Шәфҡәт, шәфҡәтләнеп, бисәңә баш була алмай, кабы Хәҙис хәленә ҡалып ҡуйма.
Хәҙис хәле һәммәһенә билдәле. Ферма бесәнлегендә уйнаш ҡылып, инәнән тыума лаяҡыл иҫерек ятҡан Хәҙис бисәһе Хәбибәне, туңып үлеп ҡуймаһын тип йәлләп, мал ҡараусы ир ат санаһына һалып килтергән дә иренә тотторған. Инде һөйөш-уйнаш тураһында хәбәр сыҡһа, Хәҙис хәленә ҡалып ҡуйма, тиҙәр. Хәле һис тә Хәҙистекенән арыу түгеллеге күп тә үтмәй асыҡланды. Һуңғы мәлдәрҙә бойоҡ йөрөгән ҡатынының ҡорһағы беленә башлауын шәйләне Шәфҡәт. Ул шыпыртын ғына абортҡа барырға йыйынғас, ҡырт киҫте:
– Төшөрмәйһең, баланы тап! Бәпес үлтереп, тағы бер гонаһ алма! Ауырлы икәнеңде инде бөтә ауыл белә.
Мәхтүмә Шәфҡәтен ишетергә лә теләмәне. Үҙ һүҙен һүҙ итергә була ирен силсәүит Сәғирәгә башырҙы. Ул икеһен дә саҡыртып алды. Ҡатыны ауыҙына һыу ҡапҡан һымаҡ ултырғас, Шәфҡәт ғаилә хәлдәрен һөйләп бирҙе.
– Был бит яратыу, – тине силсәүит Сәғирә. – Мәхтүмә Миңлебайҙы һөйә икән, бында ни ғәйеп? Хәҙер элекке заман түгел, ҡатын-ҡыҙ айырыла, оҡшатҡан кешеһенә кейәүгә сыға ала. Баланы ла теләй икән – таба, теләмәй икән – юҡ.
– Хөрриәт икән, улай булғас! – Шәфҡәт мыҫҡыллы йылмайҙы һәм эстән генә уйланы: “Силсәүит башы менән ирҙән-иргә йөрөүҙе хуплап ултыра. Эх, салышҡа ҡыйыш килеп сыҡты. Сепрәк баштан аҡыл көткән мин сүбәк баш”. Сәғирә ҡыйышыраҡ һөйләгәнен абайлапмы, һүҙҙе икенсегә борҙо:
– Ғөмүмән әйткәндә, мин бер ни ҡыла алмайым, был һеҙҙең шәхси эшегеҙ. Ғаилә мөнәсәбәттәрегеҙ менән башҡаса беҙҙең башты ҡатырмағыҙ, үҙ проблемағыҙҙы үҙегеҙ хәл итегеҙ.
Ошондай яуап ишетеп, башына еҫ тейеүҙән тәне ҡамырға әйләнгән кешеләй, аңҡы-тиңке баҫып ҡайтты Шәфҡәт ауыл советынан. Тағы уйға батты. Былай ҡайғырып, яфаланып йөрөүҙән файҙа сыҡмаҫ, үҙемде генә бөтөрәм. Мәхтүмә лә, моғайын, ғүмер баҡый яман ҡыланмаҫ, хатаһын төшөнөр, ипкә килер. Ныҡ олоғаймаҫ борон йортто яңыртайым.
Ауылдаштары һоҡланырлыҡ ҙур өй һалып керҙе Шәфҡәт. Шаулатып туй яһаны, улын өйләндерҙе. Мәгәр ниндәйҙер мөғжизәгә инанып уйлағанса, ҡатыны ипкә килмәне. Күпме ваҡыт үтте, Мәхтүмә эсеүенән туҡтаманы, ирен һаман һанға һуҡманы. Тәҡәте ҡороп, аптыраған өйрәк арты менән һыуға сума тигәндәй, зарын силсәүит депутатына һөйләне. Сәғирәне төшөрөп, Рәфисте рәйес итеп ҡуйғайнылар. Рәфис бригадирҙы эйәртеп, өйөнә килде. Былар, ниһайәт, бисәмә аҙыраҡ өгөт-нәсихәт уҡырҙар, уны закон менән ҡурҡытырҙар, тип көттө нишләргә белмәгән, һаман да тормошо үҙгәреренә өмөтләнгән ир. Ләкин өмөтө селпәрәмә килде. Ауыл хужалары ҡарап-ҡарап торҙолар ҙа үҙен бешергә керештеләр. Ахыр рәйес екеренеп, ҡаты киҫәтте:
– Яр аҫтынан яу сығарып, шау күтәреп йөрөмә! Аңламаһаң, ун биш суткаға ултырттырып ҡуйырмын…
Улар сығып киткәс, Мәхтүмә иһаһайлап көлдө:
– Күрҙеңме, улар һинең күҙеңә лә һеймәй. Закон – беҙҙеке, бисәләрҙеке. Нисек теләйбеҙ, шулай йәшәйбеҙ, төкөрөп тә бирмәйбеҙ...
Шунан һуң ҡатыным тигәне бөтөнләй шашты. Башҡа түҙер хәле ҡалмағас, йортон уға ҡалдырып, буш торған өйгә күсеп сыҡты Шәфҡәт. Шулай хәйерлерәк тойолдо уға. Ләкин, аҙна-ун көн үтеүгә, ҡатыны ҡыҙын эйәртеп, бригадир менән бергә тып итеп алдына баҫты. Инәлесле тауыш менән ялбара:
– Юҡ инде, – тине Шәфҡәт, – теңкәмә аяуһыҙ ныҡ тейҙең, яңғыҙ башым, тыныс ҡолағым.
– Анау ҡәҙәре донъяны бер үҙем ҡалай көтәйем? Насарҡыланмам бүтән, үҙ ҡулым менән силсәүиткә аңлатма яҙып бирәм…
Мәхтүмә яңылышыуҙарын аңлағандай, үкенгәндәй кеүек.
– Ҡайт инде, атай, – тип бәләкәй ҡыҙы ла ҡулына йәбеште.
Ауыл советы рәйесе менән бригадир ҡатынынан яҙыу яҙҙыртып, ҡул ҡуйҙыртҡас ҡына ҡайтырға ризалашты Шәфҡәт. Элгәре ун биш тәүлеккә ултыртыу менән янанылар бит.
Шул көндән алып йәнә йорт-ҡураһын йүнәтеүгә кереште. Тик ҡыуанысы оҙаҡҡа барманы, ике ай ҙа үтмәй ҡатыны әүәлге хәленә ҡайтты. Өҫтәүенә, эскенән һуң үлә яҙып ауырый, баш күтәрмәй ята. Хәле үтә мөшкөлләнһә, аптырағандан фельдшер саҡыралар. Ул: “Ҡыҙыл араҡыны күп эскән, башҡа эсмәһен”, – ти ҙә, ҡайһы берҙә укол ҡаҙай ҙа китә. Ә Мәхтүмә тыйыла алмай.
– Ниңә мин уның ҡылйыуғыс теленә ышандым?! Эх, мин – алйот!
– Шартлар сиккә еткерә бит, еткерә, – алйыған ҡарт кешеләй Шәфҡәт үҙ-үҙе менән һөйләшә башланы.
Бер кис арып-талып, йәне сыға яҙып эштән ҡайтһа, ҡатынытағы иҫерек. Ашарға бешермәгән, әшәкте яҡмаған, утын индермәгән, өйҙө йыйыштырмаған, һыу ташымаған, икмәк юҡ. Һөт булһа ла эсәйем тиһә, һыйырҙы һаумаған. Гелән шундай ҡотһоҙ күренеш! Ҡыҙы, инәһенән йөҙәп, ҡәртнәһенә киткән, күрәһең. “Етер инде, етер! Зинһар, һыҙырма, туҡмама, зинһар, туҡта! Башҡаса алай булмам!” тип ялбарғансы ҡамсыһы менән ярырға, ауыл ирҙәре әйтмешләй, жарырға, тетмәһен тетергә ине лә ен бисәһен. Әммә ебек шул, ебегән... Әле лә ризаһыҙ ғына әйтте ебегән ауыҙ:
– Исмаһам, тамағыма ла әҙерләп ҡуймағанһың, Мәхтүмә?
– Мин ялсы түгел һиңә, ас булһаң, бешер ҙә аша! Өшөһәң, утын керет тә мейескә яҡ!.. – Ыҙғышты-ыҙғышты ла, ишекте шарт ябып, тағы өйҙән сығып китте. Тәки һанламай, ир итмәй бит был бисә. Һанламай!.. Әллә ғибрәт алмай, тәүбә итмәй, тағы гонаһҡылмаҡсымы? Яҙыҡ күренеш күҙ алдына баҫып, ирлек намыҫы Шәфҡәттең алҡымына килеп тығылды. Йылҡы көтөүсеһенәбирелгән мылтығын йәһәт кенә эләктереп, Мәхтүмәне ҡыуыпетте. Ҡарлы- буранлы март төнөндә ауыл урамында көтөлмәгән шартлау кешеләрҙе һиҫкәндерҙе.
Бынан өс көн элек кенә Шаһиҙә ҡарсыҡ төнөн бер-бер артлы йәмһеҙ төштәр күреп, һаташып сыҡты. Шәфҡәте, баҡсалағы муйыл ағасын һындырып, таянырға таяҡ итеп алды ла алам-һалам кейемдә бысраҡ һыуға барып керҙе, ҡара ташҡындан сыға алмай эй сәбәләнә, эй сәбәләнә. Бер төркөм кешеләр, ауылдаштар, буғай, ярҙам ҡулы һуҙмай ҡарап тик тора, шунан урман һымаҡ шаулай. Шаһиҙә ҡарсыҡ йөрәге әрнеп улын ҡара даръянан йолорға теләй, ләкин буйы етмәй. Өҙгөләнә, өҙәләнә торғас, аҡ тауарға төрөнөп, тәҙрә аша осоп сыҡты ла китте...
Хафаланып, тәне ҡалтырап, уянды ҡарсыҡ. Иҫ-һуш алып, йөрәге сәнсеп, уйланды, әбейҙәрҙең әйткәне, үҙенең һынамыштары буйынса төшөн юраны. Муйыл ағасы – ҡайғылы ғүмер; алам-һалам кейем – эс бошоу, эс яныу; бысраҡ һыу – ҡайғырыу; ҡара ташҡын – зыян килеү; һыуҙан сыға алмау – бәләгә тарыу... Был бит Шәфҡәтенең яҙмышы... Өйләнмәҫ борон иҫкәртте бит улын, иҫкәртте! Иң интектергәне – ололар һүҙен тотмай ғүмер буйы оролорһоң да бәрелерһең, тине. Аҙаҡтан үкенһәң дә һуң булыр, тине. Тыңламаны! Бына хәҙер күңеле бәхетһеҙлек яҡынлағанын тоя, һиҙә... Һулҡылдаған йөрәге бер ғибрәтле хәлде күңеленән үткәрҙе:
“... Һунарсы бөркөткә атҡан икән, уғы ҡанатына ҡаҙалған. Ҡыйғыр ҡош бейеккә талпынған. Егет уны күҙҙән яҙҙырмай хозур ҡая-тауға барып менгән. Башында ғәжәп донъя күргән. Унда ошо тауҙың батшаһы йәшәгән. Бөркөт уныҡы икән. Егет батшаның бер бите ай, бер бите йондоҙ кеүек янып торған һылыу ҡыҙын күргән дә шундуҡ ғашиҡ булған. Ҡыҙға ла мәргән аусы оҡшаған. Ул йөрьәт итеп, атаһынан мираҫ ҡалған уғын биреүҙәрен һораған. Бөркөтөн атҡанға асыу итеп, батша баш тартҡан. Бөркөт уның ҡот-ырыҫ килтереүсе изге ҡошо икән. Аусы һалған яранан бөркөт ауырый башлаған. Имсе батшаға дауалауҙың имен әйткән:
– Йөрәк ите ашатырға кәрәк! Һунарсының инәһенең йөрәге генә бөркөттө үлемдән алып ҡотҡарыр.
Егет иһә иҫ киткес һылыу ҡыҙға һөйөүен белдергән:
– Мин һине үлеп яратам. Минең йәрем бул!
– Булырмын! Әммә бер шартым бар. Инәйеңдең йөрәген килтереп бөркөтөмә ашат!
Батыр егет ҡаушап ҡалған. Теләген үтәмәһә, ҡыҙҙан ҡолаҡ ҡағасаҡ. Бөркөт үлеп ҡуймаһын өсөн уға төн уртаһына тиклем килеп етергә фарман бирелгән. Килеп өлгөрмәһә, башын сабып өҙәсәктәр. Улы оҙаҡ ҡайтмағас, инәһе бик ныҡ ҡайғырған. Уны зарығып көткән. Ниһайәт, ғәзиз балаһы ҡайтып кергән. Инәй ҡояштай балҡып киткән. Тик улының ғына йөҙө болоҡһоу, ҡараңғы икән. Ул мейеһен зеңкеткән илерткес хис-тойғоһонан иләҫ-миләҫ булып, инәһен ҡорбан ҡылған да, йөрәген алып, батшаға юл тотҡан. Оса-төшә текә тауға менгәндә эләгеп йығылып, ташҡа бәрелгән. Ҡулынан ысҡынып киткән инәй йөрәге, телгә килеп, улын ашыҡтырып:
– Тәнең ауыртманымы , балам? Тора һал, тиҙерәк барып ет, юҡһа, әжәлгә бирерҙәр. Һин үлергә тейеш түгел. Йәшә, улым!.. – тип бәхилләшкән.
Ҡылған яман ҡылығына бик үкенеп, башын ташҡа ороп илаған, үкһегән егет... Йөрәкте ашатҡас, бөркөт, ҡанаттарын ҡаға-ҡаға болоттарға кереп юғалған, егеттең ялтырап торған осло уғы алдына килеп төшкән. Инәй йөрәгенең һулымаҫ, һүнмәҫ рухы иһә киләсәктә лә егеттең күңеленә нур сәсеп, йәшәргә дәрт-дарман биреп торған...”
Инәй улым тип үлһә, улы һөйгәне өсөн йәнен фиҙа ҡыла. Был – тормоштоң әсе хәҡиҡәте. Шаһиҙә ҡарсыҡ йәндәй күргән Шәфҡәтенең яҙмышын барлап, ошондай һығымта яһап ҡуйҙы:
– Шәфҡәтле булһын тип, атаһы менән улыбыҙға Шәфҡәт исемен ҡуштыҡ, йәшәргә көс-ҡөҙрәт бирҙек, бәхет хеҙмәттән тыуа тип, уны эшкә күндерҙек. Шуға ҡыуандыҡ. Ә ғаилә ҡороп, ҡыуаныслы тормош көтөр өсөн ҡатын-ҡыҙҙың тышҡы яҡтан ғына түгел, ә эске яҡтан да да матур, күңеле нурлы, яҡшы булырға тейешлеген зиһененә һеңдерә алмағанбыҙ...
Тынғыһыҙланып, йөрәкһеп, таң беленеү менән тороп, иртәнге сәйгә ултырғайны, тыны ҡурылып, күрше ҡатын килеп инде:
– Шаһиҙә апай! Шаһиҙә апай! Нисек кенә әйтәйем...
– Ни... Улың киленеңде атҡан...
– Атҡан?.. Нишләнең һин, Шәфҡәт?! Нишләнең?..
Шаһиҙә ҡарсыҡ, аһылдап ҡысҡырып, күҙ алдары ҡараңғыланып, тышҡа сығып йүгерҙе. Абынды, һөрөндө, тайып йығылды. Уһылдап, тағы торҙо. Төрмәгә тығалар инде баламды, төрмәгә! Тыны ҡурылды, тамағы ҡатты, ҡапыл, йөрәге ҡыҫылып, ҡарға ауҙы. Үтә лә ауыр хәбәрҙән ҡарсыҡтың йөрәге ярылғайны. Инәһен тыңламаған улы арҡаһында, пәрейҙән яман килене арҡаһында!.. Әллә ни арала кеше йыйылып китте. Шәфҡәтте килтерҙеләр. Инәһе улының ҡотһоҙ йорто яғына табан ҡулдарын һоноп ята. Эй яҙмыш, яҙмыш! Ҡуй инде, шулай инде... Былай булырын уйламаған Шәфҡәт таш һын һымаҡ ҡатҡан да ҡалған. Иртәгәһен мәрхүмәне һуңғы юлға оҙатҡас, уны ҡулға алдылар.
Яһауҙағы ваҡ ҡына йәҙрә Мәхтүмәне еңелсә генә йәрәхәтләгәйне. Дауаханала ятып, бәпесен дә алдырып, ул бер ай эсендә дауаланып, һауығып сыҡты. Бәғзеләр: “Ул бәрейгә ни булһын, Шаһиҙә апай менән Шәфҡәт кенә йәл,” – тип һөйләнде-һөйләнде лә тымды. Тәфтишсе Шәфҡәттән аңлатма ла яҙҙырманы, балаларынан да бер нәмә лә һораманы. Мылтыҡтан атҡан, һис шикһеҙ, енәйәт ҡылған. Суд әһелдәре бер һорауҙы ғына төпсөнө:
– Эт тормошона түҙмәнем...
Биш йылға хөкөм иттеләр. Төрмәлә ултырғанда, Мәхтүмә йөҙ саҡырымдан ашыу ергә ҡыҫҡа ваҡытлы осрашыуҙарға килеп-китеп йөрөнө. Тәү килгәнендә Шәфҡәт уны күрергә лә теләмәне. Икенсегә ҡыҙын эйәртеп килгәс кенә, күңеле йомшап, күрешергә сыҡты. Тотҡонға эләгеүенә ғәрләнеүҙән, һыҡрауҙан, инәһенең үлеменә ғазап сигеүҙән, көйөүҙән Шәфҡәт ҡара янғайны, ябыҡҡайны, бөтөрөнгәйне. Ирен аяныс хәлдә күреп, бисәкәйе уны йәлләгән булды, терһәген тешләрҙәй булып үкенде.
Йорт эштәрен башҡарырға күнекмәгәйне Мәхтүмә. Ире лә ҡул тейҙертмәне. Бығаса фәҡәт Шәфҡәт донъя көттө: кәртә-ҡураны бөтәйтте, утын килтерҙе, ярҙы, өйҙө, әшәген, мейесен яҡты; бәрәңге ултыртты, түтәл ҡаҙыны, һыу һибеп, һуған, ҡыяр, кишер үҫтерҙе; мал-тыуарҙы ҡараны, ишәйтте, көтөүгә ҡыуҙы... Бөтә нәмәне Шәфҡәт йүнләне, Шәфҡәт булдырҙы. Ҡатыны көнкүреште, барлыҡ-юҡлыҡты бар тип тә белмәне.
Бесән мәле лә етеп килә. Кем сабыр, кем эҫкерт һалыр, кем утын әҙерләр? Ҡыҙ бала бындай эшкә әллә ни эшкинмәй. Ҡалала көн күргән улын, төҙөлөштәге эшен ташлап, мал-тыуарҙы ҡарашырға, донъя көтөшөргә күндерҙе. Ныҡ эскәс, һуғышҡас, ҡатыны унан айырылғайны. Бигүк теләмәй генә ризалашты Мирхәт. Инәһенең кирле-мырлы холҡон, аҡылы ел өргәнсе ете төрлөгә әйләнеүен, утлы киҫәү теле менән атаһын йәберләүен күреп, белеп үҫте. Бындай боҙоҡтан аждаһа ла ҡурҡыр, әшәкелегенә шайтан да түҙмәҫ, ундай тиҫкәрегә эләкһәң, әжәлең етмәй үлерһең тигән һүҙ-хәбәрҙе лә йыш ҡына ишеткеләне. Был инәһе хаҡында икәнен төшөндө ул. Әммә тағы ла бер гөнаһ шомлоғо, бәхетһеҙлек – холоҡ-фиғеле менән Мирхәт тә инәһенә тартҡан. Нәҫелдән нәҫелгә күсер ғәләмәттер, күрәһең. Тиҫтерҙәрен туҡмаһа, насар һүҙ әйтеп рәнйетһә, үҙен дә: “Быныһы ла бер бәрей, бәрейҙән тыуған нәҫтә!” – тип тиргәйҙәр, орошалар ине. Әммә ыңғай яғы ла күҙгә салына, атаһы кеүек эшкә әрһеҙ, талымһыҙ. Ҡайтыу менән ҡойма бағаналарын яңыртты, рәшәткәләрен күккә буяны, урамын сүп-сарҙан, мал ҡураларының эсен тиреҫтән таҙартты. Минең хужам, эйәм шәп тигәндәй, йорттары балҡып китте.
Салғыһын тапап, яный-яный көн оҙоно яңғыҙы түбәлектәрҙәге ҡаты шыйғаҡ үләнде сапты Мирхәт. Былтырғы һымаҡ тубыҡтан оҙон үҫмәгән. Ҡырып сабырға тырышып, устарының тиреһе өйкәлеп бөттө. Эш ырамай. Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйған юлына тигәндәй, йәнәштәге сабынлыҡҡа сапҡысын тағып, бар ауыл “Быт-быт” тип йөрөткән трактор килеп төштө һәм әллә ни арала йәйрәп ятҡан болондо әйҙәп тә сыҡты. Мирхәт балалай ҡыуанып, “Быт-быт” янына йүгерҙе. Тракторсы бергә гөрҙәмеш, атыш уйнап үҫкән һабаҡташы икән.
– Нисек тип ни, ашау-эсеүгә ҡарап инде.
Беҙҙең сабынды ла ҡырып бир инде. Һелтәй-һелтәй усым сейләнеп бөттө.
– Ҡырырмын. Хаҡы бер ҡыуыҡ та бер тауыҡ инде.
Мирхәт “кәзә”һен тырылдатып, ауылға елде. Йомартланып, бер түгел, ике “ҡыуыҡ” алды. Хәмер көҫәүселәр яртыны үҙҙәренәсә“ҡыуыҡ”, “пузырь” тиҙәр. Кем әйтмешләй, бөтә донъя тәгәрәп бара ярты менән. Ошо ҡөҙрәтле “ҡыуыҡ” менән бесән дә йыйыла, кәбән, эҫкерттәр ҙә һалына, һалам, утын да ташыла. Унһыҙ – донъяң һанһыҙ. Ауылда хәл-әхүәл белешеп, яҙын бер ҡарттан һорайҙар икән: “Мал-тыуарың нисек ҡыш сыҡты? – Ярты менән инде, ярты менән!” – тигән бабай... Тегеләй-былай иткәнсе, урап-һарап килгәнсе, ярты булышлығында Мирхәттең дә сабынлығы түшәлгәйне.
Бала сағында уҡ шайтан һыуын татып ҡараны Мирхәт. “Атайым-инәйем туҡтауһыҙ һемерә. Бик тәмле нәмәлер?” – тип уйланы. Кеше күрмәгәндә, йә өҫтәл аҫтына инеп ултырып, иҙәндә тәгәрәгән, ятҡан шешәләрҙе күтәреп, төптәрендә ҡалғанын йотҡолай башланы. Тәүҙә сирҡанды. Онотоп, тағы йотто, бәлйерәне, бәлшәйҙе. Үҫә төшкәс, шешә төбө генә етмәй башланы, стакандарҙа ҡалғанды бергә ҡойоп, ауыҙына түңкәрҙе. Аҡ халатлы апайҙың быяла ҡыуыҡтан шыйыҡса һурҙырғанын һәм инәһенең тәненә ебәргәнен күреп, башына шәп уй килде. Инәһе көпкәгә, йә ҡашығаяҡ араһына йәшергән башланмаған шешәләрҙе табып, апай онотоп ҡалдырған шприцты ҡаҙап, иҫерткес-тилерткесте һурҙырҙы, һиҙмәһендәр өсөн урынына һыу ебәрҙе. Ата-инәһен шулай һемәйткәненә ҡыуанды. Егет ҡорона ингәс иһә, һис тартынмай ғолтолдатты. Шунан бирле барын-юғын белмәйенсә, инәһенеке кеүек, улының да тамағы ҡолҡолдап тора.
Атай йортонда эштәре аҙайғас, Мирхәтте ауылдаштары тегеһен-быныһын ҡыбырлатырға саҡырҙы. Тәүҙә бәрәңге алышты, утын ташышты, ярышты, өйөштө. Шунан умарта кертешергә, бесән ташышырға, япма, ҡыйыҡ аҫтына өйөшөргә булышты. Ҡар ятҡас, һыуыҡ төшкәс, һуғым һуйыу, һуғым ашы башланды. Көн дә байрам, көн дә туй! Шешәләштәр ишәйҙе. Кистәрен берәй яңғыҙ ирҙең өйөнә йыйылалар, туңҡайғансы һуғалар.
Эске аҡса таптыра. Уны эҙләп, Мирхәт һандыҡты, шүрлекте, тартмаларҙы, кеҫәләрҙе бутаны, бар ерҙе аҡтарҙы. Бер йылтыр һауытты табып, башын йүнәтеп ултыра ине, инәһе ҡайтып керҙе:
– Тағы минекен һурып ултыра, ҡапталғыр!
Мәхтүмә, ажғырып, шешәне тартып алды ла, ҡалғанын морононан ауыҙына ҡойҙо.
– Бөтә йорт-ҡураны рәтләгәс, инде мин ҡапталғырмы?! Дөмөккөрмө?! Атайымды ҡапталдырҙың! – Мирхәт енләнеп, өҫтәлдәге һауыт-һабаны һыпырып төшөрҙө. Туҫтаҡтарын, барлы-юҡлы сынаяҡтарын иҙәнгә бәреп онтай башланы. Шул саҡ һеңлеһе килеп инеп, шар ҡысҡырып, ағаһының ҡулына йәбеште. Мәхтүмә күкле-йәшелле тауыш менән аҡырҙы:
– Өйөмдән сығып кит, диуана! Алдыңдан артың йәмле! Малды бөтөрәм! Ни бысағыма миңә мал!..
Мирхәт, ҡул һелтәп, ишекте шартлата япты.
Төрмәлә дүрт йыл ултырҙы Шәфҡәт. Бер йылға алдараҡ иреккә сығарҙылар. Һуңғы осрашыуға килгәндә ҡатыны: “Тура өйгә ҡайт, онот үткәндәрҙе”, – тигәйне. Ошондай ҙур аяныстан һуң да Мәхтүмәнең әйткәне ялтырауыҡ булыр тип башына ла килтермәне Шәфҡәт.
Атаһының ҡайтыуын түҙемһеҙләнеп көткән бәләкәй ҡыҙы йәп-йәш кенә көйө кейәүгә сыҡты. Күренеп тора, инәһенән ныҡ ялҡҡан, биҙрәгән. Әлми сағынан йонсотто, йөҙәтте, теңкәһен ҡоротто шул.
Туйға мул итеп әҙерләнергә, затлы бүләктәр алырға хәлдәре юҡ ине. Бар әйберҙең ҡәҙерен белмәгәс, ҡатынының бәрәшән ҡулынан бәрәкәт киткән. Мал-тыуарҙы һатып бөткән. Ырыҡтыҡы – шырыҡҡа! Тормош тора белһәң генә – тормош, тора белмәһәң – ҡормош шул! Инәһе әйтмешләй, йыртыҡты ямаһаң да беленә, ҡаплаһаң да күренә. Өйҙөң, өй эсенең дә йәме юғыраҡ. Аш-һыуға, һый-хөрмәткә лә бигүк мулланып булманы. Араҡынан арзаныраҡ тип, бал ҡойҙолар. Йола буйынса кейәү менән киленгә теләктәр әйтеп, бүләктәр бирҙеләр. Донъяһы теләгәненсә ырыҫлы, байман түгеллегенә оялып, эсе бошоп, ҡоҙалары һорағас, Шәфҡәт уңайһыҙланып ҡына кемдәндер отҡан йырын йырлаған булды:
Тошоҡ булһа ла быймалар –
Йырлағаны хуш килде. Һай, ҡоҙаһы, тиеп, ҡул саптылар.
– Эйе, шулай, донъялар бөтөн, күркәм булһын! Үҙебеҙ имен-аман торайыҡ! Баш һау булһа, мал табылыр.
Туй матур ғына барған кеүек ине. Мәхтүмә генә ныҡ иҫереп, нимә ҡыланғанын белмәй, мәжлестең ҡотон алды. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарын самаһыҙ ирекһеҙләп, эсергә ҡыҫтаны ла ҡыҫтаны. Сәнске менән стаканын этәреп, ҡоҙаның алдына түкте. Аптырап ултырған ҡоҙасаны, ай-вайына ҡарамай, ҡат-ҡат эсергә көсләне. Ыҡҡа килмәгәс, шайылдап йырлап ебәрҙе:
Йә, төп күтәр инде, төп күтәр! Эсеп күрһәт! Йырлап бирәм бит.
Һаман да эсмәгәс, бер стакан балды башына ҡойҙо.
– Һанламаған кешене беҙҙә шулай итәләр. Бик таман һиңә.
Ҡоҙаса бындай ғәләмәткә һушы китеп, кәмһетеүгә сыҙамай, урынынан тороп сығып китте.
Иҫ киткес ҡылыҡһыҙлығына башҡа түҙмәйенсә, Шәфҡәт ҡатынын ҡаты ғына тыйҙы:
– Туҡта, Мәхтүмә, туҡта! Шым!
– Үҙең мыш, мыш! – тине лә тағы ла зәһәрләнеп, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары алдында ирен йыландай саҡты:
– Мығырҙап ултырма, төрмә ҡорто, донъяһыҙ ҡарт ҡарға!
Ғәрлегенән ер тишегенә инерҙәй булды Шәфҡәт. Туйҙың йәме китте. Субырлап йәше ағып, ҡыҙы ғауғасыны тышҡа әйҙәне лә, бар көсөнә битенә сәпәне:
– Мәғәнәһеҙ! Аҡыл кермәгәс, кермәй икән. Бөкөрөнө ҡәбер генә төҙәтер тип, дөрөҫ әйткән ҡәртнәйем. Ошо йәшемә тиклем алкаш ҡыҙы булдым, күпме хурлыҡ кисерҙем. Һинең кеүек булмаҫҡа күккә , ҡояшҡа бағып ант иттем. Һәммәбеҙҙе игәнең, эт иттең! Инде килеп, туйымды боҙҙоң. Ниһайәт, һинән, йәһәннәмдән ҡотолам! Ҡотолам!..
Туйҙан һуң талаша-тартыша, тағы йыл самаһы йәшәнеләр. Бисәһенән тамам биҙрәп, ялҡып, Шәфҡәт инәһенең емерелергә торғаниҫке өйөнә күсеп сыҡты, Мәхтүмә бер әйбер ҙә бирмәне. Бүтәнйорт ҡора алмаҫ инде, олоғайҙы, аяҡ-ҡулдары һыҙлай, йөрәгесәнсә. Инде кемдеңдер ярҙам ҡулы һуҙырына ышанмай, өмөттә итмәй.
Аҡыллы кәңәштәр биргән инәһен генә юҡһына. Түрҙә эленеп торған ҙур фотоһына баға ла, күҙҙәре йәшләнә, өгөт-нәсихәтен тергеҙә. Ҡарһүҙ тигәне нәҡ Мәхтүмә менән уның хаҡында булған бит! Уны онота биргән. Яйлап-яйлап хәтер ебен һүтеп, ойоп, гипноз хәленә талып ултырғанда, ниндәйҙер тылсым инәһенең хикәйәтен иҫләтте:
– Әүәл ғәжәп итәғәтле бер кеше ғәләмәт яуыз ҡатын менән ғүмер иткән. Ул туҡтауһыҙ мыжып, ирен тызыҡлап, әрләп торған. Ни генә эшләмәһен, уның уйына, теләгенә ҡаршы төшкән, йәнен ҡыйып, киреһен ҡылған. Ир бөтә көс-ғәйрәтен, тырышлығын һалып, етеш, татыу йәшәргә ынтылһа ла маҡсаты бойомға ашмаған. Хәләл ефетен ыңғайлатыр, әҙәпкә күндерер өсөн бар әмәлде ҡулланып ҡараған, әммә файҙаһы теймәгән. Яҡшылыҡҡа – яуызлыҡ, тигәндәй, ҡатынының яманлығы артҡандан-арта ғына барған. Ауылдан сығып ҡасһам да ҡотолоп булмаҫ, барыбер ҡуймаҫ, табыр, тип уйлаған... Үҙһүҙле, шар күҙле бисәһе бәхәстә ал бирмәҫен белгән ир ахырҙа сигенгән, уға юл ҡуйған...
Ҡанбабалаҙан ҡалған ҡарһүҙҙе һөйләгәнендә, инәһен бүлдереп: “Аңланым мин, Мәхтүмәне ен-пәрей менән сағыштыраһың”, – тигәйне. Һуңынан ауылдаштары ла ыуын-ағыуын сәскән бисәһен ен-пәрейгә тиңләне. Инде, ысынлап та, бапаҡҡа, өрәккә оҡшап ҡалды. Инәһенә үпкәләй алмай, үҙе атлығып, уға өйләнде, йәне теләп, йылан итен ашаны.
Нәҡ шулай... Улының яҙмышын әүлиәләй тоҫмаллаған, алдан күргән икән инәһе. Ир ҡорона ингән улыңа әкиәт һөйләп ултыраһың тигәнен, әкиәт хәҡиҡәтен үҙе бар әселегендә татыны Шәфҡәт. Тормошо – ғибрәтле әкиәт. Аһылдаһа-ухылдаһа ла, моғайын, ыңғайға, уңайға килер тип, аждаһанан яман бисәһенә, көн күрһәтмәгән яһилына өмөт бағланы. Ул иһә уны ғүмере буйы ыҙа сиктерҙе, харап итте...
Инәһенең: “Атаһы – дегет силәге, инәһе – күмер силәге” тигән һамағы ла ысынбарлыҡтың үҙе булған икән дә. Дегет силәге – дегет һалып, арбаға тағып йөрөй торған күнәк кенә түгел, ә гел башҡаларға эйәргән ихтыярһыҙ кеше лә. Мин дә үтә лә ныҡ йомшаҡлыҡ күрһәткән, ҡатыным ихтыярына буйһонған, нимә эшләһә лә уға ирек ҡуйған, тормош дилбегәһен ҡулымдан ысҡындырған мәмәймен. Эйе, эйе, дегет силәгемен!.. Мәхтүмә – күмер силәге! Тәүҙә тере күмер, баҙлаған ҡуҙ! Шунан уны үртәгән, яндырған-көйҙөргән, ҡатҡан көлсәгә әйләндергән ҡуҙ. Артабан ирен дә, үҙен дә, тормоштарын да томалап һүндергән, көлгә ҡалдырған үле күмер...
Шәфҡәт өйләнмәҫ әүәл инәһе димләгән кәүҙәһе, төҫ-ҡиәфәте арыу, эшкә уңған, бәйләргә, тегенергә оҫта Тәслимә, йәнә ҡара күҙле, оҙон сәсле, бал ҡорто һымаҡ тилбер, йырлаған да, бейгән дә Мәҙинә гөрләтеп, ирҙәрен хуп күреп, етеш, бәхетле йәшәп ята. Нишләп уларҙы иш күрмәгән?.. Инде уның араҡы зәхмәтенән күпкә иртә бирешкән, төҫ ташлаған Мәхтүмәһенән нурлыраҡтар, сағыуыраҡтар. Егет сағында маңлай күҙе генә күргән, күңел күҙе күрмәгән. Эй Шәфҡәт, Шәфҡәт... Эй мәжнүн, эй ебегән, йөҙөнә ҡара мөһөр баҫыр Мәхтүмәгә һуҡыр мөхәббәтенән алйыған диуана, шыр тиле...
Кискә ҡарай Шәфҡәт йөрөп килергә, яҙылырға тышҡа сыҡты. Көн аяҙ, йылы. Йәненә тынғы бирмәгән уйҙарҙан арына алмай урамдан китеп барғанда, яғымлы тауышҡа боролдо. Ауылдарының иң оло уҙаманы, һикһәндән уҙған аҡһаҡалы, иман әһеле өндәшә икән.
– Бауырҙашым, янымда бер аҙ булырға ниәт ҡыл, һиңә күптән әйтергә теләгән һүҙем, алғышым бар.
Ҡәрҙәштәре менән аралашыуға, әңгәмәлешергә һыуһаған Шәфҡәт бик ихлас эргәһенә барып ултырҙы.
– Инәйең дә, атайың да бик әҙәпле, ипле кешеләр ине. Ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы булһын!
– Аттан ала ла, ҡола ла тыуа тигәндәй, мин генә уларҙың өмөтөн аҡламаным, мин-минләнеп, һуҡыр рәүештә арҡыры ҡатын артынан эйәрҙем, уның ҡолона әйләндем.
– Дөрөҫлөгө тормош тәжрибәһендә күп һыналған ҡараштар, мәңгелек ҡиммәттәр бар, Шәфҡәт. Ғаилә ҡиммәттәре лә мәңге дауам иткән хәҡиҡәт. Ир хаҡы – Тәңре хаҡы! Халыҡ фекеренсә, ҡатын алһаң, белеп ал, алдын-артын ҡарап ал! Аҡыллы ҡатын – хазина! Йолабыҙ буйынса, ир ҡайҙа – ҡатын шунда. Һинең киреһенсә килеп сыҡты. Әлбиттә, ысынбарлыҡ шулай: ир-егет атаһын, инәһен ҡалдырып, үҙенең ҡатынына һыйына һәм бер тән була. Бәхетлеләр уртаҡ тел табып, күңелдәре, имандары менән бер йәнгә әйләнеп көн итә. Ире ниндәй иманда – ҡатыны ла ошондай иманда. Мәхтүмә һеҙҙең иманға килмәне. Боронғолар күп һынағанса, ире – ҡолаҡ икән, ҡатыны – уның алҡаһы, ире – күҙ икән, ҡатыны – уның керпеге, ире – ҡояш икән, ҡатыны – уның айы. Ҡатын балҡыһа, өй ҙә балҡый. Яҡшы ҡатын – күңелгә, йөрәккә хуш!
– Ҡайһылай мәғәнәле, фәһемле әйтелгән. Ауылдаштар атағанса, минең ҡатын ғына – бәрей!
– Фәрештә кеүек ен-пәрей яҡтынан түгел, ә уттан, ялҡындан яратылған. Хәйләкәр, яуыз, мәкерле! Яман рух, дошман! Әҙәм рухының ҡараңғы яғы. Пәрей, шайтан саф йәндәрҙе яҙыҡҡа әйҙәй, гөнаһҡа батыра ауырыуға һабыштыра. Аҙғындарҙы, юлдан яҙғандарҙы яҡын күрә, эсергә яратҡандарҙы тағы ла күберәк эсергә мәжбүр итә, ыҙғыш-талашҡа, ғауғаға , һуғышырға, урлашырға, хатта ки үҙ-үҙенә ҡул һалыуға этәрә. Бәндәләрҙе аҙҙырып, яһилға әүерелдерә, рухи һәләкәткә дусар итә.
– Ә ниңә һуң кеше бирешә?
– Сөнки ен-пәрей тылсым көсөнә эйә. Әҙәм затының уйын, теләген тоя, бөтә серҙәрен белә. Ҡыҙыҡтырыу, әүрәтеү өсөн фәрештә ҡиәфәтенә керә, бәндәнең эсенә инә.
– Бынан һис кенә лә һаҡланыу әмәлдәре юҡмы ни?
– Нишләп булмаһын ти, бар. Ен-пәрейҙән, шайтандан һаҡланыу әмәле – доға! Улар изге һүҙҙәрҙән ҡурҡа һәм ҡаса. Артыш еҫен, ҡурай моңон да үҙ итмәйҙәр.
– Эйе, доға!.. Берәй нәмәне, теләкте насип ҡыл, һаулыҡ-именлек бир, тип, ҡанбабабалар әүәл-әүәлдән Раббыһынан һораған, үтенгән. Төрлө сирҙәрҙән, сихырҙарҙан, күҙегеүҙәрҙән арынғандар. Имләнеү – Илаһтан! Әгәр һиңә Ул берәй бәлә-ҡаза менән ҡағылһа, унан Алланан башҡа һис бер ҡотҡарыусы булмаҫ. Әгәр хәйерле нәмә менән тейһә, аҡ юл асылыр, яҡшылыҡ килер – Алла һәр нәмәгә ҡөҙрәтле! Ҡөрьәнде уҡыу, тыңлау кешегә бик ыңғай тәьҫир итә. Илаһ һүҙе тынысланыу һәм ҡыуаныс бирә, тәнде үә рухты һауыҡтыра, айырыуса йән сирҙәрен дауалай: күңел төшөнкөлөгөн, нервы ҡуҙғыуын, ен-шайтан, зәхмәт ҡағылыуын... Бының өсөн көн һайын ике мәртәбә кәмендә бер сәғәт Ҡөрьән уҡыу йә тыңлау фарыз. Тәүҙә “Әл-Фатиха”, шунан һуң “Әл-Бәҡара” сүрәләрен. Бына шулай ауырыған бәндәһен Хоҙай Тәғәлә үҙе дауалай. Ул әйтә: “Эй һеҙ, кешеләр! Һеҙгә Раббығыҙҙан өгөт һәм күңелдәрегеҙгә булған нәмәнән шифа килде. Иман килтергән кешеләргә тура юл һәм рәхмәт килде”.
– Иман клтергән кешеләргә генә шифа килә тип аңланым.
– Тап шулай! Илаһыбыҙ Ҡөрьәндән иман килтергән кешеләргә генә шифа һәм рәхмәт ғилләһен индерә. Залимдарға иһә зыянды, ҡазаны арттыра ғына. Ул әйтә: “Мине саҡырғанда, Мин саҡырыусыларға яуап бирәм. Улар ҙа Миңә яуап бирһен һәм иман килтерһен, моғайын, улар тура юлдан китер”. Ә төп әйтергә теләгән һүҙем, Шәфҡәт, – намаҙға баҫ! Илаһыбыҙ ҡөҙрәте менән сафланырһың, ауыр уйҙарҙан арынырһың, тынысланырһың, үҙеңде донъяны яңынан күргәндәй тойорһоң. Йәшәгең килер. Сәйҙе, һыуҙы ла доға уҡып эс! Килешә, им бирә...
Ҡояш байыр алдынан, ауыл өҫтөнән күккә ашып, “Мәғрип” намаҙы яңғыраны, тирә-йүн йәнләнеп, йәмләнеп киткәндәй тойолдо.
– Аллаға шөкөр, заманалар үҙгәрҙе, ауылыбыҙҙа мәсет һалынды. Ҡәрҙәштәребеҙ яйлап тәүбәгә килер, иманға ҡайтыр. Иртәгә һин дә йома намҙына ҡил, Шәфҡәт! Намаҙ ҡылыу тәртибен өйрәтермен. Күнегерһең. Йән тәрбиәһе – Ҡөрьән ул!
Бала сағында инәһе бер-нисә доға ятлатҡайны. Ҡайтҡас, уның әфтиәктәренә күҙ һалды. Иң өҫтә ятҡан ҡағыҙҙы ҡулына алды. Йәшел ҡәләм менән эре итеп: “Асылыңа ҡайт, улым!” – тип яҙылған. Инәһе уға бына шулай изге аманатын ҡалдырған бит... Һуңғы һулышына тиклем улынан, ғәзизенән ваз кисмәгән. Кисмәгән!..
Шәфҡәт сүрәләр, доғалар, хәҙистәр, вәғәздәр йыйынтығын табып, өҫтәлгә һалды. “Әл-Фатиха”ны яңынан күңеленә һеңдергәнсе ҡат-ҡат уҡыны ла уҡыны. Тышҡа сығып, төнгө намаҙҙы тыңланы. Иртәгәһен иртүк тороп, йыуынып, ғөсөлләнеп, таҙа кейемен кейҙе. Мәсеткә инер алдынан фатиха өсөн тип, “Әл-Фатиха”ны уҡыны. Тере һыу йотҡандай, тәне ирәйеп, һулышы иркенәйеп китте.