Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Апрель 2020, 17:21

МАРАТ БАБАЙ КӨЛДӨРӘ

Сирияла бер ҡатын яңы тыуған балаһына “Россия” тип исем ҡушҡан.Дауамы сайтта:#Ағиҙелжурналы #Әкәмәт

* * *
Сирияла бер ҡатын яңы тыуған балаһына “Россия” тип исем ҡушҡан. Дания, Сүриә, Иран тигән исемдәр булғанда быға ғәжәпләнергә лә ярамайҙыр.
Тик уңайһыҙ яҡтары ла бар шул. Әйтәйек, “Бала йоҡлай” тип әйтәһе урынға “Россия йоҡлай” тиеү әллә нисек бит әле. Йәки ул бала ауырып китте, ти. Әсәһе “Россия ауырый” тиерме икән? Ә үлһә... Аллам һаҡлаһын, берүк үлә күрмәһен инде ул бала. Уға оҙон ғүмер теләйек.
* * *
Ҡолаҡҡа ҡаты ике ҡарт һөйләшә:
– Балыҡҡа бараһыңмы әллә?
– Юҡ, балыҡҡа барам.
– Ә-ә-ә, мин һине әллә балыҡҡа бара икән, тип торам.
Был диалогты Америка менән беҙҙең ил араһындағы нисәмә йыл буйы барған һөйләшеүҙәргә лә оҡшатырға мөмкин. Ике яҡтың да бер-береһен аңламауының төп сәбәбе шул һаңғыраулыҡ түгелме икән?
Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов мәҙәктәре .
Читайте нас: