Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Апрель 2020, 13:09

Милли проект: Бөрө ҡалаһын төҙөкләндереүгә – 240 миллион һум

#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан.

Парк-скверҙар, Октябрь майҙаны, яҡындағы ихаталар тиҙҙән заманса үҙгәртеп ҡороласаҡ. Реконструкция февралдә башланған. Әле ер эштәре бара, тротуар плиталары һүтеп алына, инженер селтәрҙәре яңыртыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөрө «Бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләрҙе төҙөкләндереү» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағайны. Төп финанс ярҙам ил һәм республика ҡаҙнаһынан килә. Шулай уҡ сумманың бер өлөшө «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар», «Заманса ҡала мөхитен булдырыу» программалары буйынса алынған. Төҙөлөш эштәре сентябргә тамамланырға тейеш.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан.
Читайте нас: