Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 13:24

Шаян яҙыусы. Мар. Сәлим

Бер саҡ Ибраһим ағай Абдуллин менән дуҫлашып киттем. Гәзит-журналда баҫылған һәр хикәйәһен, нәҫерен уҡый барам, китаптарын һыу кеүек эсәм, хатта пьесаларында ла уйнайым. Иллә шаян яҙыусы ул. Теле лә теле! Нисек шулай ҡыҙыҡ итеп яҙалыр. Дауамы сайтта:

Бер саҡ Ибраһим ағай Абдуллин менән дуҫлашып киттем. Гәзит-журналда баҫылған һәр хикәйәһен, нәҫерен уҡый барам, китаптарын һыу кеүек эсәм, хатта пьесаларында ла уйнайым. Иллә шаян яҙыусы ул. Теле лә теле! Нисек шулай ҡыҙыҡ итеп яҙалыр.
Ибраһим ағайҙан ҡыҙығып, уның кеүек яҙыусы булыу теләге тыуҙы. Шул ниәт менән яҙыусының тел байлығын өйрәнергә тотондом. Хикәйәләремде уға тикшерергә ебәрәм. Ибраһим ағай иһә һис иренмәй, уларға анализ яһап, тейешле «диагноз» ҡуя.
Шулай бер ваҡыт яҙа был миңә: «Марсель туған, һинең теге хикәйәң бешеп етмәгән. Тоҙо ла аҙ һымаҡ».
Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы һүҙ! Ҡағыҙҙы бешереп буламы икән ни? Ә, бәлки, булалыр ҙа? Шуға Ибраһим ағайҙың хикәйәләре «тәмле» килеп сығалыр...
Туҡта, мәйтәм, ул ғына шәп әҫәрҙәр әүәләп ятмаһын әле, мин дә бешереп ҡарайым.
Ут яғып ебәрҙем дә, хикәйәмде бик матур ҡағыҙға күсереп, ҡаҙанға һалдым. Ҡаҙан төбөнә тоҙ ҡойорға ла онотманым. Күп тә үтмәне, тирә-йүнгә көйөк еҫе таралды. «Бешкән» хикәйәне ҡаҙандан алдым. Ләкин ул көйгән булып сыҡты...
Эй, Ибраһим ағай, һиңә ышанып, нимә генә эшләргә тормайым тағы!
Хәйер, аҙаҡ үҙем дә Ибраһим ағай кеүек шаянлыҡҡа өйрәндем. Хикәйәләрҙе уға оҡшатып яҙырға тырышам. Үҫкәс, мин дә уның һымаҡ шаян яҙыусы булырмын әле!
Читайте нас: