Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 20:21

Еҙнә-еҙнәкәй. Хикәйә

Көтмәгәндә шылтыраны телефон. Төнгө икенсе яртылар тирәһендә. Йоҡоно бүлгән шылтыратыуҙың кемдән икәнен белергә лә теләмәйенсә, һәрмәп табып ҡыҙыл төймәгә баҫтым да телефонды мендәр аҫтына тыҡтым. Инде йоҡлап киттем тигәндә, ул тағы шылтыраны.

Көтмәгәндә шылтыраны телефон. Төнгө икенсе яртылар тирәһендә. Йоҡоно бүлгән шылтыратыуҙың кемдән икәнен белергә лә теләмәйенсә, һәрмәп табып ҡыҙыл төймәгә баҫтым да телефонды мендәр аҫтына тыҡтым. Инде йоҡлап киттем тигәндә, ул тағы шылтыраны.
– Сәғәт нисә икәнен беләһегеҙме?!
Яуап биреүсе булмағас, ҡыҙа башланым:
– Алло, тим! Ниңә өндәшмәйһегеҙ ул?
Йоҡо аралаш булһа ла, теге оста мышнау ишетеп һағайып ҡалдым.
– Һы... Һы- лыу... Ней... Ней бит әле...
– Уфф! Һинме ни ул, апай? Һуң сәғәт икенсе яртыла?! Миңә иртүк эшкә икәнен уйлайһыңмы? Тапҡанһың ваҡыт!
Ул саҡ ҡына пауза яһап ала ла шул бер һүҙен ҡабатлай:
– Ней бит әле... Ней...
Төнгө шылтыратыуҙарҙың яҡшыға булмаҫы башыма саҡ барып еткәс, юрғанымды атып бәреп тороп ултырам:
– Әсәйме? Атаймы? Ҡайһыһы? Әйтә һал!
Башыма килгән иң тәүге уй шул, сөнки бөтә ҡурҡыу-борсолоуҙарым оло йәштәге әсәй менән атай өсөн.
– Еҙ... Еҙ-нәң... китте бит... – Иламһырап әйткән был һүҙенән һуң еңел һулап ҡуям, ә асыуым, киреһенсә, көсәйә генә:
– Уфф! Ап-пай! Ялҡыттың шул нәмәң менән! Китһә, ҡайтыр! – Телефонды шап итеп һүндереп, диван аҫтына уҡ быраҡтырам. “Йоҡоно бүлеп! Тәүге китеүе тиерһең?!” Һөйләнә-һуҡрана иҙәнгә атып бәргән юрғанымды һөйрәп алып ябынам да йоҡларға ятам. Иртәгә эштә ауыр көн көтә, тикшереү килергә тейеш. Ә был юҡ менән башты әйләндерә. Төн тип тормай!
Иртән телефонымды тоҡанмаған көйөнсә генә сумкама ырғытам да эшкә йүгерәм. Апайыма булған асыуым һаман үтеп бөтмәгән әле, йоҡо ла туймаған. Эш бүлмәмә инеп тә өлгөрмәҫтән бер ҡосаҡ документ килтереп тотторалар ҙа, көн аҙағынаса һуҙыласаҡ йүгереш башланып та китә...
Ҡайтырға сәғәт самаһы ҡала теге телефон иҫкә төшөп, ҡабыҙа һалам. “Йә Хоҙай! Илле алты шылтыратыу?! Нәҫелебеҙҙә нисә зат бар – һәммәһе шылтыратып сыҡҡан әллә? Хәйер, быға артыҡ аптырамайым, сөнки апайымдың ғәҙәтен белеп бөткәнмен: еҙнәнең сығып киткән сәғәте-минутында барлыҡ туғандарҙы ҡаҡшатырға тотона ул. Мыжый, илай, зарлана, үҙен йәлләтергә тырыша. Әле лә шул тотош ырыуҙан зар тыңламаған мин генә ҡалғас, күмәкләшеп тотонғандар, күрәһең.
– Зың-зың! Зың-зың!.. – Телефон тағы телгә килде. Быныһы кем тағы? Әсәй икән. Алмай булмай.
– Эйе, әсәй, тыңлайым.
Ул ҡайҙалыр ашығып китеп бара, күрәһең, хәбәрен йыш-йыш тын алып һөйләй:
– Ней бит, балам... Әй... Һаумы…Иҫәнләшергә лә онотоп торамсы...
Мин һүҙҙе ҡоро тотам:
– Эйе. Һаумы. Йә, нейләмәй генә, әсәй, яраймы? Ваҡытым юҡ. Һөйләй һал!
– Еҙнәң...
Был һүҙҙе ишетеү менән тәнемдең һәр күҙәнәге тартышырға тотона:
– Үәт аптыраттығыҙ шуның менән, ә?!
– Улай тимә, балам. Еҙ... еҙнәң китте бит...
Әсәйҙең теге остағы тауышы өҙөлөп-йолҡоноп ҡына сыға ла бөтөнләй тынып ҡала.
– Китһә һуң, әсәй! Тәүгә түгел бит инде. Йөрөр-йөрөр ҙә, нисек киткән, шулай ҡайтыр. – Мин ҡыҙғандан-ҡыҙам. Тик күрше бүлмәләге хеҙмәттәштәремде иҫкә төшөрөп, үҙемде йәһәт кенә ҡулға алам:
– Ҡайтыр, әсәй, хафаланмағыҙ.
– Ҡайтмаҫ шул. Үлгән бит...
Әсәйҙең был һүҙҙәренән һуң өҫтөмә ниҙер ишелеп төшкәндәй була, быуындарым ҡалтырауын тойоп, һәрмәп сығарып, өҫтәл янындағы ултырғысҡа сүгәм. – Ни... нисек инде... үлгән? – Һуңғы һүҙҙе төптән саҡ һөйрәп сығарам. – Әсәй, нисек?!
– Нисек тип ни... Башҡалар ҡайһылай үлә һуң... Ул да шулай үлгән дә ҡуйған инде...
Минең өсөн бөтә нәмә тотошлайы менән икенсе үлсәмгә күсә. Алдымда өйөлөп ятҡан ҡағыҙҙар, бүлмәмә инеп-сығып йөрөгән хеҙмәттәштәрем, уларҙың һөйләгән хәбәрҙәре, бер туҡтауһыҙ зыңғырлап ултырған телефон – бер ни кәрәк түгел.
Өйгә ҡайтышлай күҙгә салынған магазиндарға инеп хәйерлек, күстәнәс-маҙар йыям, аҡса ваҡлатам. Һәр ҡайһыһында, минең ҡайғымда уларҙың эше бармы-юҡмы, бер хәбәрҙе һөйләйем:
– Еҙнәм үлгән дә киткәнсе...
Быларҙы әйткәндә, үҙем дә һиҙмәҫтән, шаңғып киткәнемде тоям. Әллә нишләнем дә ҡуйҙымсы. Яратмай инем дә һуң үҙен, әле килеп йөрәгем ҡалтырап, күҙгә йәш эркелеп йонсота. Осраған бер танышыма был хәбәрҙе әйтеп уҙһам да, мәйетен күрмәйсә, еҙнәмдең юҡлығына үҙемде барыбер ышандыра алмайым. Ишеткәнем аңыма барып етһә лә, күңелдәге йәшерен өмөт сатҡыһы баш ҡалҡыта биреп ҡуя.
Өйгә ҡайтып ингәс тә, ашау-эсеү ҡайғыһы юҡ, диванға ауам. Күҙ алдымдан еҙнәмә бәйле күренештәр кинолағы шикелле үтә. Бына ул урам буйлап һыбай ҡайтып килә, ҡолас ташлап бесән саба, утын яра, таҡта йыша, мине бәләкәсерәк сағымда тубығына ултыртып һикертә, күтәреп алып күккә сөйә... Үҙемә бәйле мәлдәрҙе иҫләгәс, бөтөнләй йомшап китәм, йырылған быуаны туҡтатып алырмын тимә. Шул саҡ телефон шылтырай. Апайым икән.
– Һылыу... – Ҡурҡыңҡырап, ҡыйыуһыҙ ғына өндәшә, – ҡайтаһыңдыр ул?
– Ҡайтам. Бер сәғәттән автобус, апай. – Әй уңайһыҙ үҙемә, төндә енләнеп апайымды тыңлап та тормағаныма үкенәм. Йоҡо ҡала, тип. Йоҡламаған йоҡомо? Эш, тигән булып. Эшләрҙәр ине әле минһеҙ ҙә... Алйот! Бисура! Эстән үҙемде һүгәм.
– Әллә илайһың инде? – Апайым һиҙмәй буламы һуң…
Мин мах бирмәҫкә тырышам:
– Юҡсы, тамаҡ әсетеп тора, ауырытырға уйлай, ахыры. – Еҙнәһен яратмаһа ла, хәҙер илап ултыра әле, тимәһен.
– Эй Аллам! Нығыраҡ кейенеп ҡайт инде, быйма кей, өшөп ҡуйма. – Апай апай инде, әсәйҙәрсә ҡайғырта. – Юлдан килгәнсе байтаҡ бит әле. Ҡаршы сығып алыр ине лә... Еҙнәң булһа...
Ауыр сумкамды һөйрәп сығып барһам, подъезд ишегендә күршем тап булды. Миндәге үҙгәреште һиҙепме, төпсөнөргә кереште:
– Йөҙөң ҡасҡан. Ни булды? Былай йөкмәнеп ҡайҙа йыйындың ул?
Уға ла шул бер хәбәрҙе ҡабатлайым:
– Еҙнәм үлгән дә ҡуйғансы...
Уның был һүҙгә артыҡ иҫе китмәй. Кит, улай уҡ бөтөрөнмә, еҙнәнең туғанлығы ла, кәзәнең маллығы, тип тороп ҡала. Янынан өндәшмәй уҙам. “Миңә лә шулай һымаҡ ине лә... – Быныһын үҙем ишетерлек кенә итеп бышылдайым. – Улай түгел икән шул...”
…Ауылға илткән юлдан ауыр сумкамды һөйрәп атлағанда, еҙнәмдең ысынлап та юҡлығына ышана биреп ҡуям. Әгәр ул булһа, ошолайтып ыҙалап йөрөр инемме һуң? Санаһына күпертеп бесән түшәп, быйма-толоптарын һалып аҙ ташыманы ул мине был юлдан. Машина алғас, тимер атын туҡтауһыҙ йылытып, бер сәғәт алдан төшөп көтөп ултырыр ине бахырым... Уйҙарымдан уйылып китерҙәй булып ҡышҡы юлдан атлайым. Йәйәү бер ҙә генә ыратып булмай, туҡтап-туҡтап ял итеп алам. Шул ыңғайҙа ауыл яғына ҡайырылам: анау тауҙар артынан елдертеп кенә еҙнәм килеп сығыр төҫлө. Юҡ шул. Ысынлап та үлдеме икән ни? Тағы хәтирәләрем уға барып бәйләнә.
Яҡшылығы менән бергә этлеге лә күп булды үҙенең. Артымдан тағылып йөрөп йөҙәтте. Уйындың иң ҡыҙыу мәлендә клубтан алып ҡайтып китһенме, йәштәр менән йыйылышҡан аулаҡ өйҙән эҙләп тапһынмы, егеттәрҙән ҡамалап йонсотһонмо, йөрөгән егетемдең атын туғарып, урынына һыйыр егеп ҡуйһынмы. Күрһәтте инде ул еҙнә күрмәгәнде... Һуңынан үҙе, мин яңғыҙ оҙаҡ ҡына йөрөп ташлағас, әйләнгән һайын тыҡыны:
– Кейәүгә сығыр кәрәк, балдыҙ!
Былай ҙа енем һөймәй бит инде шуны, һәр әйткәне һарыуымды ҡайната.
– Егетемде ҡыуалап ебәрҙең дә үҙең, кемгә сығайым һуң хәҙер?
Минең һүҙҙәрҙән һуң уйға ҡалып байтаҡ ултырғас, бошоноп ҡына әйтеп ҡуя:
– Үтә шыйыҡ ине ул егет. Һиңә пар булмаҫ, тинем.
“Ысынлап үлдеме икән ни еҙнәм?..” Уйланып барып, яныма килеп туҡтаған машинаны ла абайламағанмын.
– Байрастарға бараһыңдыр, һеңлекәш? Ултыр.
Эйе, тигәнде аңлатып, баш ҡағам.
– Тик еҙнәм юҡ тей шул инде. – Эскә инеп ултырыр-ултырмаҫтан шул һүҙҙе әйтәм. Рулдәге ағай ауыр көрһөнөп ҡуя:
– Шулааай… Өс көнлөк донъя... Кеше бөгөн бар, иртәгә юҡ. Мәңгелеккә килгән кеүек донъя ҡыуа ла бер генә көн дә йәшәмәгән һымаҡ китеп тә бара. Үкенесле был донъя... Һай, үкенесле... Шуныһына аптырарһың, һеңлекәш, анауындай ыздарауай, дәртле кеше лә үлеп ятһын инде. Байрасты әйтәм...
...Ихатала аяҡ төртөр урын юҡ. Өйөлөшөп торған кешеләрҙе этә-төртә йортҡа табан атлайым. Ҡулымдағы сумканы шул ыңғайҙа кемдер һыпырып алып ҡала. Теҙелешеп торғандарҙың сәйер ҡараштарын абайлап уҙам:
– Ҡайтты бит тәки.
– Ҡайтмаҫтыр ҙа, тигәйнем мин аны!
– Еҙнәһе бит ҡалай булһа ла...
Был һүҙҙәрҙең барыһы ла үҙем тураһында икәнен самалаһам да, кемдән сыҡҡанына артыҡ иҫем китмәй. Кеҫәмдәге яулыҡты сығарып соланда уҡ ябынып алғас, төпкә үтәм.
...Еҙнәмдең мәйетен күргәс, донъя түңкәрелеп төшкәндәй була. Түрҙә һыҡтап ултырған апайымды, унан ситтәрәк баҫып торған биш ҡустымды шәйләп алам. Ҡаҙ бәпкәләре ише теҙелеп, бер-береһенә һыйынышып ҡына торған була туғанҡайҙарым. Инде ир етһәләр ҙә, ғәзиз кешеләрен юғалтыуҙан яурындары төшөп, мөһабәт кәүҙәләре бәләкәсәйеп ҡалғандай. Атайһыҙлыҡ шулай бөгәлер әҙәм балаһын…
Төн буйына еҙнәмдең баш осонда ултырып сыҡтым. Бүтәндәр сиратлап булһа ла серем итеп алды, мин иһә, ошо еҙнәйле сағымды оҙайтырға тырышыпмы, керпек тә ҡаҡмай таң аттырҙым.
Зыяратҡа алып китер алдынан мәйетте ихатаға сығарып һалғас, мулла өйөлөшөп торғандарға мөрәжәғәт итте:
– Донъялыҡта саҡта ниндәй булды был кеше?
– Яҡшы булды!
– Һәйбәт ине Байрас!
– Кешелекле булды мәрхүм!
– Ярҙамсыл ине бахырың... Ныҡ ярҙамсыл булды...
Бына бит, тип уйлайым мин, кешеләрҙең ике йөҙлөлөгөн хатта ошонда ла күрергә була икән... Еҙнәмде иҫән сағында әҙәмгә һанамағандар барыһынан да нығыраҡ ҡысҡыра түгелме? Уның артынан юҡ-бар һөйләп йөрөгәндәр ҙә, яҡшы булды, үтә һәйбәт ине, тип яр һала. Ә ни эшләп исмаһам берәүһе, йөрөмтәл ине Байрас, ай-һай, йөрөмтәл булды, тимәне? Уйлап ҡараһаң, ауылда ул барыһы өсөн дә “йөрөмтәл Байрас” ҡына булды.
Еҙнәмде оҙатып, килгән кешеләр таралышып бөткәс, өй бушап ҡалды. Апай янында берәй аҙна торорға булдым. Бығаса нур уйнап торған өйҙәре ҡараңғыланып, ҡотһоҙланып ҡалды. Бар әйбер үҙ урынында, еҙнә донъяһын күтәреп китмәне ләһә! Ә шулай ҙа бығаса уйнаған нур юғалды. Уйлай торғас, шуны аңлап ҡалам: ул үҙе ошо нигеҙҙең ҡото, йәме булған икән бит...
– Теге ҡайтҡанымда һин дә мин ине бит, – Мейес алдында өнһөҙ генә эш менән булышҡан апайыма өндәшәм. – Ни булды һуң?
– Хоҙай белә... – Ошоноң ҡоролоғо йәнемә тейә, һәр һүҙен һығып ҡына сығара инде.
– Мин ҡайтҡанда, тим, йүгереп йөрөп мунса яҡты бит әле, сирләгән кеүек тә түгел ине үҙе. – Ай самаһы элек уларҙа ҡунаҡта булғанды иҫләп һөйләйем.
– Мунса... Ана шул мунса... Әле лә өс көн рәттән яғып инде шуны. Ғүмерҙә ҡыланмағанды. Өс көн бит ул! Тота ла яға, тота ла яға... – Танауын мыш-мыш тартып, минең яҡҡа ҡарамай ғына асылып китмәксе итә апайым. – Тап-таҙа, бер гонаһһыҙ булып китте еҙнәң тегендә...
– ?..
– Яҡҡан һайын, мунса инеп алам да сығып китәм, тине. Китәм, тине лә ҡысҡырҙы. Ана, бөтөнләйгә китеп барҙы инде...
– Һаман тегеһенә китәм тинеме икән ни, бахыр?.. – Үҙ алдыма ғына әйткән был һүҙҙән апайымдың ҡулынын болғауысы төшөп китә. – Кемеһенә ул тағы?
Бығаса уны йомоҡай тип әрләһәм, әле килеп үҙемдең шаран-яранлығыма иҫһеҙ булып ултырам. Ауыҙыңды самалап асмаһаң, бәлә килерен көт тә тор икән ул!
– Белеп тә өндәшмәй йөрөнөңмө әллә һин? – Һәйкәл ише ҡатып миңә тексәйгән апайыма ни әйтергә белмәй йөҙәйем. – Йә, хәҙер әйтһәң дә була инде. Ҡурҡма. Еҙнәң юҡ.
Нисәмә йылдар буйы йәшереп тотҡан серҙе, ул юҡ тип кенә сискем дә, еҙнәм рухына хыянат иткем дә, апайымды борсоғом да килмәй. Булған – булған, төҫө уңған бит инде...
– Тегеһенә тигәс тә... Һин әйткәнгә генә әйтәмсе... Үҙең бит еҙнәне ғүмер буйы кәнтәйҙәргә йөрөнө тинең. Мин ҡайҙан беләйем?
– Белмәҫһең һин! Еҙнәңдең... Тфү-тфү, гонаһынан һаҡла, Хоҙайым... Йөрөмтәл икәнен бутты һин генә белмәй ҡалғанһың! – Бер йырылһа, йырыла икән апайым да. Шаҡ ҡатып ултырам.
– Етте, тим, апай! Ул юҡ бит инде!
Икебеҙ ҙә тынып ҡалабыҙ. Мин, һынсыл ҡарашты күтәрә алмай, урынымдан тороп уҡ китәм дә еҙнәмдең түрҙә эленеп торған хәрби кейеменә барып тексәйәм. Түше тулы миҙал булған костюмды һыйпайым. Унан еҙнәмдең еҫе, йылыһы килгәндәй. Ҡәһәрле Афған һуғышында күпме михнәт күреп, дошман пуляһынан иҫән ҡалған кеше ожмах кеүек ерҙә, ҡырҡ һигеҙ генә йәшендә үлеп ятһын инде?! Шул ыңғайҙа уның стенала торған фотоларын ҡарап уҙам. Бынауында бөтөнләй йәш кенә сағы, матайына атланып төшкән. Апайым менән сыуалған сағылыр. Фотоның артын әйләндереп ҡарайым. Әй, юҡ икән. Бында “тегеһе” менән дәртләнгән мәлелер, әрмегә тиклем төшкән дә инде. Беҙҙекенә бит хеҙмәттән ҡайтҡас та өйләнде лә ҡуйҙы. Кешесә йөрөп тә торманылар шикелле. Кәртешкәләр ҡарап йөрөгән ерҙән ҡайырылып, түрбашҡа күҙ ташлайым. Хәтирәләрем “теге”гә барып терәлгәс, уңайһыҙланып китәм, апайым стена аша уйҙарымды уҡып торалыр кеүек. Шундуҡ бер хәл иҫемә төшә.
...Эңерҙә һыйыр эҙләп туғайға сығып барһам, юл буйындағы ҡыуаҡлыҡта кемдәрҙер һөйләшә. Ҡолаҡтарымды ҡарпайтып, һағая төшәм. Яҙа-йоҙа ишетелгән хәбәрҙән таныш тауышты эләктереп алам. Бәс! Еҙнәмдең тауышы лаһа был! Ә икенсеһе кем? Танып булмай. Ипләп кенә барып муйыл артына боҫам. Тын да алырға онотоп тегеләрҙең хәбәрен тыңлайым.
– Онота алмайым һине.
– Мин дә, Байрас...
– Барыбер китәм мин Ғәлиәнән, күр ҙә тор бына! – Еҙнәнең тауышы быныһы. Кеше ишетер тип тә ҡурҡмай, айырым-асыҡ һөйләй. Мин шыпырт ҡына яҡыныраҡ ағас төбөнә сүкәйәм. Икенсеһен танымай ҡалыуҙан ҡурҡам.
– Улай тимә, Байрас. Балаларың бар бит.
Әһә, тип уйлайым мин, теге өс малайҙы әйтә был. Бар шул, өс ҡустым бар, тип маһаям. Ул саҡта игеҙәктәре юҡ ине әле, уларын апайым еҙнәнең сираттағы “йөрөп ҡайтыуы”нан һуң тыпылдатты.
– Балаларға ярҙам итеп торормон. Ташламам. Үҫерҙәр әле. Ә бына һинһеҙ йәшәй алмайым. Аңлайһыңмы, йәнем?..
“Йәнем”дән һалдырып ултырғансы, исмаһам, исемен әйтһә, тип ҡолағымды тауыш килгән яҡҡа нығыраҡ бора бирәм.
– Юҡ, Байрас, һинең ғаиләңде боҙғом килмәй. Яҙмышыбыҙ шулдыр. Күнәйек.
“Һөйләшеүенә ҡарағанда, аҡыллы ғына күренә был апай. Улай тиһәң, ни уйлап еҙнә менән бынау ҡыуаҡ төбөндә ултыра? Төн етеп килгәндә...” Бер ваҡыт былар тынып ҡала ла суп та суп үбешергә керешә. Мин күҙҙәремде сытырлатып йомоп, ҡолаҡтарымды ҡаплайым да оялышымдан ергә һеңеп үк бөтәм.
– Йә, ярай, Байрас, ҡайтайым. Юғалтҡандарҙыр...
– Яратам һине! Яратам, ишетәһеңме?.. – Еҙнәнең сөсөләнеп ултырыуына асыуым ҡабара. “Ярата, имеш... Ә апайым?”
Улар етәкләшеп ала ла йылға буйына төшөп китә. Ай яҡтыһында теге апайҙың биленән түбән төшөп торған толомон ғына шәйләп ҡалам...
– Һыйырың бер ҡайҙа ла юҡ, – тием апайыма. – Эҙләмәгән ерем ҡалманы. Эт булдым. Ә еҙнәм ҡайҙа ул?
– Ул да шул мөстәнде эҙләп сығып киткәйне. Оҙаҡланы...
Ошо ваҡиғанан һуң еҙнәмде күрә алмаҫ булдым. Етмәһә, үҙемдең ярамаған эштең шаһиты икәнлегемде белдергем килеп, телем ҡысып йонсота. Оҙаҡ ҡына түҙеп йөрөһәм дә, тамам асыуымды килтергән бер көндә теге һүҙ тәки теш араһынан сығып осто. Артымдан йөрөгән егет менән ҡапҡа тышында ҡосаҡлашып тора инек, еҙнәм, башың йәш әле, тип әрләп алып кереп китте. Ғәрлеге ни тора! Шунда тоттом да әйттем:
– Ә мин һинең үбешеп торғаныңды күрҙем! Белмәй тигәйнеңме әллә?
Еҙнәм ҙур усын ауыҙыма баҫты:
– Апайың ишетеп ҡалһын тағы!
– Ә-ә-ә! Ҡурҡаһыңмы? Ҡурҡаҡ!
Шул көндән алып еҙнәм алдымда өлтөрәп йөрөй башланы: бер алдыма, бер артыма сыға, әйләнгән һайын башымдан һыйпамаҡсы йә арҡамдан һөймәксе итә. Магазинға барған һайын бүләктәр алып ҡайта. Йоҡ! Һөйҙөртмәйем, алып ҡайтҡан бөтә нәмәһен кире үҙенә бәрәм. Кәрәкмәй!
Тора-бара был ваҡиға онотолһа ла, уның урынына яңылары өҫтәлә торҙо. Әле һуңғы ҡайтҡанымда, мунсанан сығып торһам, еҙнә кеше байтаҡ ҡыҙмасалап алған, өҫтәл башында хәбәргә батып ултыра. Үҙе һаман шул сығып китеү өҫтөндә.
– Китәм, балдыҙ, апайыңдан. Барыбер китәм. Етте. Тормайым!
Ҡаршыһында ултырған ҡустым, уртансы улдары, был спектаклдең аҙағы ни менән бөтөрөн самалап, урынынан ырғып тора:
– Әйҙә, үҙем алып барып ырғытам! Ҡайҙа барырға? Юлды күрһәт!
Апайым өҫтәл әйләнеп йүгерә:
– Ҡуй, әйтешмәгеҙ. Ыңғайына ғына тороғоҙ. Ҡаршы өндәшә күрмә!
Аҙаҡҡы һүҙҙең миңә төбәлгәнен аңғарып көләм:
-– Нисә йыл өндәшмәгәнде, хәҙер килеп әйтеп ултырмам инде, ивет, еҙнә? – Күңелемә уйылып ҡалған теге хәлдең иҫемә төшкәнен аңлатмаҡ булам.
Ул миңә тишерҙәй итеп ҡарап ала ла башын ситкә бороп мығырҙай:
– Их, балдыҙ... балдыҙ... Аңламайһың һин.
Ошоноң ише сыпраңлап, туғарылып киткән саҡтары йыш булды уның. Сығып китер ҙә кире апайыма ҡайтып йығылыр ине үҙе. Уныһы бер ҡаршы һүҙ әйтмәй, ирен һылап-һыйпап оҙатып ебәрә лә, артынан ишек ябылыу менән истерика хәленә етеп, янына беҙҙе йыйып ала:
– Еҙнәгеҙ китте бит!
Был һүҙ ошо өйҙә нисә тапҡыр ҡабатланды икән? Һәм артабан күпме әйтелер ине икән? Әгәр ҙә...
Мин был икәүҙең тормошон кино ҡараған ише күҙәтә торғайным. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ине. Үҙен яратмаған иргә бер түгел, биш ул тапҡан апайымды йәлләйем. Ҡомһоҙланып донъя көтөп, көн-төн эш тип сабып, йәмәғәтенең күңеле бөтөнләй башҡа ҡатында икәнен аңларға ваҡыты ла булманы шикелле үҙенең. Ә был этенә ни етмәне икән? Сынъяһау донъяңда шалҡандай улдарыңды тупылдатып һөйөп тик ят та бит. Ҡыуаҡ төбөн тапағансы...
Бер саҡ үҙен аулаҡта тотоп һораным шулай ҙа. “Еҙнә, – тим, – “йөрөмтәл Байрас” ҡушаматын йөрөтөү ялҡытманымы? Аҡылға ултырырға ваҡыттыр ҙа инде...”
– Ә һөйөү ҡасандан бирле аҡылһыҙлыҡ тип йөрөтөлә башланы ул? – Былай ҙа ҙур күҙҙәрен тултырып миңә баға был. – Һин дә шул юҡ-бар ғәйбәткә ышанып йөрөрһөң икән... Ҡуйсы. Ә мин һине, зиһенле ул балдыҙым, тигән булам бит әле...
Әллә нисек уңайһыҙланып китәм: үҙем тураһында әйткәндәре шулай тәьҫир итәме? Теге саҡта күрҙем бит, еҙнә, тип әйтке килһә лә, тыйылып ҡалам. Ә ул, барыбер һиҙгәндәй, дилбегәне шул яҡҡа бора:
– Берәүҙе генә һөйҙөм мин. Ғүмерем буйы. Ә былар, йөрөмтәл, тип мыҫҡыл иткән булды. Ни белһен улар? Ошонда, бына ошонда, Байрастың күңелендә ни икәнен исмаһам берәйегеҙ беләме?.. – күкрәген йоҙроғо менән дөмпөлдөгө сығарғанын күреп, шаҡ ҡатып ҡарап торам:
– Һөйгәс... ни тип апайыма йәбешеп яттың һуң? – Хәҙер үҙем дә, донъяны байтаҡ аңлап өлгөргән кеше, яуап көтөп еҙнәмә текәләм.
– Их, балдыҙ... балдыҙ... Аңламайһың һин.
Был һүҙҙәрҙе һуңынан да еҙнәмдән бик күп тапҡыр ишетәсәкмен әле мин. Тик ни әйтергә теләгәнен генә, ысынлап та, аңлай алмаясаҡмын. Кем икән һуң уның йөрәгенә ут һалған ҡатын, тигән һорауға яуап, еҙнәм был донъянан китеп, байтаҡ йылдар уҙғас ҡына киләсәк. Хатта ул апай менән аралашып йәшәйәсәкмен, тик икәүһе араһында булған мөнәсәбәттәре тураһында бер ҡасан да һүҙ ҡуҙғатмаясаҡмын. Бары ситтән генә был ҡатынды минең апайымдан яҡшыраҡ, матурыраҡ, ғөмүмән, өҫтөнөрәк иткән сифаттарҙы эҙләп йонсоясаҡмын...
Һөйөү тураһында һөйләп, хисләнеп ултырған еҙнәмә күңелемдә күптән йөрөткән һорауҙы бирәм:
– Ни етмәне һуң һиңә, еҙнә?
Ул байтаҡ ҡына бер нөктәгә ҡарап ултыра ла көрһөнөп әйтеп ҡуя:
– Нейҙер етмәне шул... Нейҙер етмәне...
... – Әй яратты ла инде Байрас һине, – апайым ҡарашын билдәһеҙлектән айырмай ғына әйтеп ҡуя. – Ныҡ яҡын күрҙе үҙеңде. Ике һүҙенең беренә һине ҡыҫтырмай ҡалмаҫ ине бисарам. Хәтәр шәп бит ул минең балдыҙ, ҡәйнештәрең ары торһон, тип кенә ебәрер ине. Теге егеттәрҙе үпкәләтермен тип тә уйламаған үҙе...
Апайымдың һөйләгәндәре күңелемә май булып яғыла бара. Яғыла бара... Шул уҡ ваҡытта уйлайым: ни эшләп ошоларҙы еҙнәм иҫән саҡта үҙенән ишетмәнем? Ҡасан ғына һуң беҙ, кешеләр, бер-беребеҙгә булған хистәребеҙҙе асыҡтан-асыҡ белдерергә өйрәнербеҙ ҙә әйтелмәй, ишетелмәй ҡалғандар өсөн үкенес кисереүҙән туҡтарбыҙ?
– Разведкаға ошо балдыҙ менән генә йөрөп була, Ғәлиә, тигән булыр ине бахырым, – апайымдың тауышы ҡалтырап ҡуя.
– Уныһын үҙемә лә әйткәне булды, – тип хуплайым. Ә үҙем тағы теге муйыллыҡтағы хәлде иҫкә төшөрөп, разведкаға яңғыҙыма ғына барырға тура килде шул, тип уйлап, күҙ йәштәре аша йылмаям.
Еҙнәм менән танышыу мәлен хәтерләп, моңһоу ғына рәхәтлек кисерәм. Апайымды әйттерергә килгәнендә, ишек ярығынан йәшертен генә ҡарап торһам, ҡулын һуҙып килә был:
– Мин һинең еҙнәйең булам.
– Булмайһың! – тим. Теге аптырауҙан тирә-яғында торғандарға, унан йәнә миңә тексәйә:
– Нишләп, балдыҙ?
– Хушбуй бирмәнең дә инде! Шулай булғас, мин һине... бабай тип йөрөтәм!
Ул күҙҙәрен сырт-сырт йомоп миңә ҡарай.
– Эйе, – тип этләшә бирәм. Беҙҙә барыһы ла шулайта ул, хушбуй алмайынса берәүҙе лә еҙнә тип йөрөтмәйҙәр. – Әпкилдеңме һуң? – Танауымды сөйөп быға тексәйәм. Үҙемдең, әй, шул хушбуйҙы борҡотоп, әхирәттәрем янына сығып әйләнгем килә. Үәт көнләшер ине теге бисуралар!
– Ай әттәгенәһе, алып килгәндәрен апайыңдарыңа таратып бөткәйнем бит әле, – тип ыуалана был. – Һиңә тигән бүләк икенсерәк ине шул, балдыҙ. Әпирермен инде, әләйһә...
Йәнде тамам көйҙөрҙө был нәмә. Йүнле бүләк тә алып килмәгән, етмәһә, хәҙер бер бөртөк кенә апайымды алып китергә йыйына, тип ҡайғыға сумдым. Ултыра торғас, бер этлек уйлап таптым. Мәжлестең ҡыҙған ғына мәлендә тышҡа сыҡтым да бының һыңар туфлийын алып солан башына ырғытайым тигәйнем, асыуымдан нығыраҡ һелтәнеп ташлағанмын, ахыры, уныһы мөрйәгә тығылды ла торҙо. Ҡурҡышымдан өй әйләнеп сабам. Исмаһам, ағайҙарым сығып әйләнмәй, менеп алырҙар ине. Ҡарышҡандай, береһе юҡ.
Шул ваҡыт ишекте киреп асып ебәрҙеләр ҙә, өй эсендәгеләр сыр-сыу килешеп тышҡа атылды. Әсәй йүгереп йөрөп таҫтамал менән төтөн ҡыуа. Минең ҡот осто! Ҡурҡыштан торҙом да йүгерҙем тыҡрыҡ аша шишмә буйына. Ултырам шундағы бүрәнә өҫтөндә һерәйеп. Әллә өшөүҙән, әллә ҡурҡыуҙан дер ҡалтырайым. Ике уйымдың береһе шул: “Хәҙер еҙнәм үлтерә!”
Ни эшләргә белмәй аңшайып ултырғанда, ҡараһам, яр башынан берәү төшөп килә. Күҙҙәремде ҙур асып тегегә тексәйә торғас, танып ҡалдым: “Еҙнәм дәһә!” Аяҡ аҫтында ятҡан елле генә күҫәкте тотоп, тегегә ҡаршы баҫам:
– Тейеп кенә ҡара!
Ул минең һүҙемдән һыны ҡатып көлә. Был асыуланмағас, йомшай төшәм. Ҡушылып көлөргә лә уйлап ҡуям, тик әлеге асыу ныҡ тота, ебәрмәй.
– Мин балдыҙымды эҙләп ауылды әйләндем, ә ул шишмә буйында ғына ултырған икән... – Өҫтөндәге кәстүмен сисеп иңемә һалғас, арҡамдан һөйөп ҡуя. Уның ҡулдарының йылыһын әле лә тойғандай булам. Етәгенә алып урам буйлап атлағанда, устарының ҡайнарлығынан иреп төшөрҙәй хәлдә йәнәшәһенән барам. Еҙнә тигән кеше ошолай йылы ғына була икән, тип уйлайым. Шунда үҙен ярата башларға ла ниәтләп ҡуям, тик һаман үсләшкем килеп, яныма “тиҫкәре кәзәм”де саҡырып ала һалам. Баҫҡан һайын ҡаптыр-ҡоптор килгән кәлүшенә ҡарап:
– Ә бындайҙы беҙҙә бабайҙар ғына кейә ул, – тип әйтеп ҡуям.
Еҙнәм эйелеңкерәй биреп ҡолағыма бышылдай:
– Матур туфлийым эшлектән сыҡҡан бит, балдыҙ...
Үҙемдең байтаҡ ҡына ҙур эш боҙғанымды аңлап, башымды һәлендереп атлайым. Ә еҙнәм артыҡ иҫе китмәй генә әйтеп ҡуя:
– Әй ярай, эшләй башлағас, балдыҙым унан да матурырағын апҡайтып бирә ул, ивет?
Ризалығымды белдереп, һәленгән башты ҡағам. Ә үҙем эстән генә: “Оһ-һо, мин эшләй башлағансы, – тип иҫем китә. – Байтаҡ йөрөйһөң икән әле ат башындай кәлүштәреңде һөйрәп...”
Аҙаҡ алып ҡайттым еҙнәмә ул туфлиҙы. Яратып, һаҡлап ҡына кейҙе. Шилма, ҡайтҡаным һайын шаяртып, күҙ ҡыҫып ултырыр ине үҙе:
– Йәшереп кенә тотам быларҙы. Балдыҙ ҡайтып солан башына атмаһын, тип ҡурҡып...
... – Еҙнәңде әйтәм, ике һүҙенең берендә, балдыҙ мине ғәфү итһен, берүк кенә ғәфү итһен, тине лә торҙосо. Аҙаҡҡы кистә, мунсаһынан сығып ятҡас та әйтте әле ул һүҙен. Шул ятыуҙан торманы бит инде бисарам. – Апайым илаулап йөрөп еҙнәнең кейем-һалымын йыя. – Нимә өсөн, тиһәм, үҙе белә ул, ти. Әйтмәй. Теге саҡ өҫтәл артында йотҡан көйөнсә боларып алғайны бит, шуға уңайһыҙланалыр һинең алда, тип уйланым. Башҡа улай ҡыйынһынырлыҡ нәмәһе булманы шикелле?
– Шуның өсөндөр, апай, шуның өсөндөр...
Еҙнәмдең әртистәргә оҡшап төшкән бер фотоһын ҡулыма алғас, бышылдап ҡына әйтеп ҡуям:
– Ғәфү иттем мин һине, тыныс ят, еҙнә. Иҫән сағыңда әйтә алманым был һүҙҙәремде. Ниндәй үкенес...
“Ғөмүмән, донъялыҡта саҡта беҙ, кешеләр, үҙебеҙҙә тереләрҙе ғәфү итер көстө таба алабыҙмы һуң инде?” Күҙгә эркелеп торған йәштәрем, ике юлаҡ яһап, битем буйлап ағып китә:
– Еҙнәйем минең... Еҙнәкәйем...
Читайте нас: