18 апрелдә "Культура" телеканалында Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәре буйынса төшөрөлгән “Һеңлекәш”фильмы экрандарға сыға.
Уны шәмбе киске 8 тула 15 минуттан , йәкшәмбе иртән 11-се 5 минутта ҡарарға була ҡарарға була. Александр Галибиндың был фильмы байтаҡ кинофестивалдәрҙә Гран-при һәм тамашасы һөйөүе призын яуланы.Рәсәй кинопрокатында кинокартинаның премьераһы ҙур уңыш менән барҙы.