Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Апрель 2020, 09:57

Билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың яңы китаптары донъя күрҙе

Ул китаптарҙы бүләк итергә йыйына, өлгөрөп ҡалығыҙ....

Ошо көндәрҙә билдәле йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың “Мин донъяны яратам” һәм “Ана килә бәпәй” тип аталған ике яңы китабы донъя күрҙе.
"Бына бөгөн ҡояшым ялтырап килеп сыҡты - кесе йәштәгеләр өсөн 2 йыл уҡ ниәтләп ҡуйған ике китабымды ҡулыма алыу бәхетенә ирештем! Уны сығарыуға финанс яғынан ярҙам иткән ғаиләмә, балаларыма оло рәхмәт! Шулай уҡ уны матур итеп биҙәгән Хаят Йәрмөхәмәтоваға рәхмәтемде белдерәм, - тигән бының турала Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә. - Оҙаҡҡа китеүенең сәбәбе финансҡа бәйле булды - һәр шиғыр һүрәт менән биҙәлде (ә был бик ҡиммәт), форматы ла ҙур. Ниһайәт, Ҡаҙанда сығарыу арзаныраҡҡа төшкәнен белеп ҡалып, унда нәшер итергә ебәрҙем. Бына бөгөн килтереп киттеләр. Магазинға һуңғараҡ тапшырырмын инде", – тип яҙған үҙенең ул үҙенең сәхифәһендә.
Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Рамаҙан айы уңайынан бушлай таратырға йыйына, кемдең шәп китаптарға хужа булғыһы килә, тиҙерәк әҙибәнең үҙенә яҙығыҙ.
Читайте нас: