Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 08:31

Әҙип фекере. Яҙыусы Хәйҙәр Тапаҡов

Уймаҡ хикәйәләр яҙыу менән мәшғүлмен, сөнки бөгөн уҡыусыға ҡыҫҡа ғына, төйөрөм генә өмөтлө фекер кәрәк. Етеҙ технологиялар быуатында романдар, трилогиялар уҡымайҙар хәҙер. Беҙ генә ул төндәр буйы, шәм яҡтыһында китаптар уҡып сыға инек.Дауамы #Ағиҙелжурналы #ХәйҙәрТапаҡов #Башҡортостанәҙәбиәте #ЛитератураБашкортостана

Ижадсы – яңғыҙлыҡҡа, бикләнеп ултырыуға дусар ителгән зат. Ниндәй ҙә булһа әҫәрҙе өмә менән, шау-шыулы ерҙә яҙыу мөмкин түгел. Шуның өсөн бикләнеп ултырыу минең өсөн ғәҙәти хәл. Ауырлыҡ кисермәйем. Ижадҡа, яңы әҫәрҙәр яҙыуға килгәндә, яҙыусы яҙырға тейештер инде ул. Уймаҡ хикәйәләр яҙыу менән мәшғүлмен, сөнки бөгөн уҡыусыға ҡыҫҡа ғына, төйөрөм генә өмөтлө фекер кәрәк. Етеҙ технологиялар быуатында романдар, трилогиялар уҡымайҙар хәҙер. Беҙ генә ул төндәр буйы, шәм яҡтыһында китаптар уҡып сыға инек.
Коронавирус пандемияһына килгәндә, ул бөгөн диагноз түгел, ә ниндәйҙер сәйәсиләштерелгән шау-шыуға әүерелде. Ҡайҙа ысын, ҡайҙа ялған икәнлеген дә айыра алмай хәҙер халыҡ, быны мин хатта инфодемия тип тә атар инем. Билдәле, ялған мәғлүмәт, шаштырыуҙар паника, ҡурҡыу тыуҙыра, ағыулай, өмөтһөҙлөккә бирелдерә. Ана шулар иң ҡурҡынысы. Шуның өсөн ҡурҡырға кәрәкмәй, һаҡланырға кәрәк. Ҡыйынлыҡтар үтә ул. Ошо ерҙә туғыҙ йөҙ көнгә һуҙылған Ленинград блокадаһын да онотмаһаҡ ине...
Читайте нас: