Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 12:18

Өфөнөң 8 март урамы танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк

#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Урам тулыһынса төҙөкләндерелә һәм ул алты һыҙаттан торасаҡ. Урамдың бер өлөшөндә коллектор төҙөлә.
Баш ҡаланың 8 март урамында капиталь ремонт эштәре башланды, уның Минһажев һәм Әй урамдары араһындағы өлөшө тулыһынса ябылған. Капиталь ремонт буйынса юл эргәһендәге тротуарҙар, туҡталыш павильондары, светофор ҙа яңыртыласаҡ. Юл алты һыҙатлы буласаҡ.
Ремонт «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ярашлы үткәрелә.
Бынан тыш әле Өфөлә 4 объектта капиталь ремонт башҡарыла. Ул Комсомол урамында, Ағиҙел аша күпер һәм Воровский урамында, Валерий Лесунов урамы һәм Баландин бульвары, шулай уҡ Мостай Кәрим урамында. Ике объектта эш быйыл тамамлана, икеһендә киләһе йылда.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: