Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Апрель 2020, 02:17

ЕИС илдәре башлыҡтары онлайн-саммитҡа йыйылды

Ни өсөн Белоруссия вирус барлығын инҡар итә?#ВладимирПутин

Евразия иҡтисади союзы (Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан) илдәре башлыҡтары онлайн-саммитҡа йыйылды. Төп тема – вирусҡа ҡаршы берҙәм көрәш. Рәсәй Президенты Владимир Путин коллегаларына мөрәжәғәт итеп: “Килеп сыҡҡан мәсьәләне беҙ бергәләп хәл итербеҙ тип ышанам. Вирусҡа ҡаршы көрәште көсәйтергә, киҫкен һәм ҡәтғи ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк, — тине. Ил башлыҡтары Путин менән ризалашты.
Әрмәнстандың Премьер-министры Никол Пашинян союз эсендә сикләү ҡуймаҫҡа тәҡдим итте, Ереванға союз сиктәрендә барған тауар әйләнеше бик мөһим. Әрмәнстанда 14 майға тиклем карантин иғлан ителгән. Ҡаҙағстанда 1 майға тиклем ҡурсаланасаҡтар, Ҡырғыҙстанда 15 апрелгә ҡәҙәр. Ошо урында Белоруссия бик айырылып тора. Евразия иҡтисади союзы етәксеһе Белоруссия вирус барлығын инҡар итә һәм ил эсендә бер ниндәй ҙә сикләүҙәр индермәгән. Лукошенко белорустарға йорттарҙы йышыраҡ елләтергә, мунсаға күберәк йөрөргә, араҡы менән дауаланырға, ваҡытында ашарға кәңәш иткән.
Лукошенко әйтеүенсә, Белоруссияла COVID-19 вирусынан бер кем дә үлмәгән, барыһы ла башҡа хроник ауырыуҙар арҡаһында һәләк була. Шул уҡ ваҡытта рәсми хәбәрҙәр буйынса, мәкерле сирҙән 29 кеше үлгән. Хәйер, һәр кем үҙенсә хәл итә, Александр Лукошенко пандемияның иҡтисади эҙемтәләренән ҡурҡалыр, бәлки.
Шундай шарттарҙа вирусҡа ҡаршы берҙәм көрәш алып барыу тураһында һөйләүе ауырыраҡ. Онлайн-саммитта ла аныҡ ҡарарҙар ҡабул ителмәне.
Читайте нас: