Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 11:41

Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрмәй

#ВладимирПутин

Был хаҡта ҡороновирус буйынса онлайн кәңәшмәлә Владимир Путин белдерҙе.
Рәсәйҙә вирус менән бәйле хәл көн һайын үҙгәрә һәм яҡшы яҡҡа түгел, яңы вирусты ауыр кисереү осраҡтары арта, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин.
Дәүләт башлығы хөкүмәткә вирусҡа бәйле хәлдәр торошон яңыртыу һәм көн һайын хәбәр итеү бурысын ҡуйҙы. Алдағы аҙналар хәл иткес буласаҡ. Шуға ла Президент төбәктәргә дауаханалар төҙөүҙө тиҙләтеүҙәрен һораны.
Рәсәйҙә вирус йоҡтороуҙың 18 328 осрағы теркәлгән, 148 кеше үлгән, 1470 һауыҡҡан.
Ә беҙ иһә һаҡланайыҡ, ҡурсаланайыҡ! Сир менән көрәшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәйек.
#ВладимирПутин
Читайте нас в