Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 07:34

Мортаза РӘХИМОВ

– Һеҙ, бала саҡта һуғышты күргән кеше. Ул ваҡытты бөгөнгө хәлдәр менән сағыштырып буламы?– Ысынлап та, тап бөгөн шул ваҡиғалар иҫкә төшә. Бик ауыр ине. Ә ул ваҡытта кейем-һалым юҡ, аҙыҡ бөтөнләй юҡ, ҡырҙа нимә табабыҙ, шуны ашайбыҙ.

– Һеҙ - бала саҡта һуғышты күргән кеше. Ул ваҡытты бөгөнгө хәлдәр менән сағыштырып буламы?
– Ысынлап та, тап бөгөн шул ваҡиғалар иҫкә төшә. Бик ауыр ине. Ә ул ваҡытта кейем-һалым, аҙыҡ бөтөнләй юҡ, ҡырҙа нимә табабыҙ, шуны ашайбыҙ. Күптәр ағыуланды, мин үҙем дә оҙаҡ ҡына ауырып яттым. Землянкала йәшәнек. Атай фронтта яраланғандан һуң, ике көнгә ҡайтып китте. Беҙҙең көнитмешебеҙҙе күреп илағаны хәтеремдә. Ниндәй генә ауырлыҡтар килеүенә ҡарамаҫтан, бик татыу йәшәнек, үҙебеҙсә күңелде күтәрә белә инек. Етмәһә ҡартәсәйем ураҙа тота торғайны. Хәлһеҙ генә йөрөй, әммә ураҙаһын туҡтатмай. Бөгөн иһә ашарға етерлек, кейергә бар.
Ҡурсаланыу кешеләргә ҡыйын бирелә, әлбиттә, айырыуса ҡала ерендә. Ҡасанға хәтлем дауам итер? Иҡтисад менән ни булыр? Ял итәбеҙ, был һәйбәт, әммә бөгөн күптәр аҡсаһыҙ. Улай нисек йәшәргә? Һорауҙар бик күп.
Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов.
"Proufu" гәзите мәғлүмәттәре ҡулланылды.
Читайте нас: