Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 17:00

Бирешмә, туғаным!

— Туғанҡайым, — тиһәм, ғәжәпләнмә,Мин был һүҙҙе юҡҡа әйтмәйем:Яҡын күреп, туғанҡайым, тиеп,Гел өндәшер ине әсәйең. Шуға ла бит мин дә, апай булып,Туған күреп һине үҙ итәм.Эштәреңә фатихалар биреп,Изгелектәр теләп күҙәтәм.

— Туғанҡайым, — тиһәм, ғәжәпләнмә,
Мин был һүҙҙе юҡҡа әйтмәйем:
Яҡын күреп, туғанҡайым, тиеп,
Гел өндәшер ине әсәйең.

Шуға ла бит мин дә, апай булып,
Туған күреп һине үҙ итәм.
Эштәреңә фатихалар биреп,
Изгелектәр теләп күҙәтәм.

Һаҡлағылар килә яман күҙҙән,
Ялған һүҙҙән, ваҡсыл аһ-зарҙан.
Ҡурсалағы килә ташҡындарҙың
Өҫтәренә ҡалҡҡан сүп-сарҙан.

Аҡса,власть көҫәп дуҫ иткәндең
Илһөйәрлек юҡ ул ҡанында.
Үҙең һымаҡ:
Илем, тиеп яныр,
— Башҡортостан, алға! — тип оран һалыр,
Бергә юл күрһәтеп, әйҙәп барыр,
Шикләнмәйсә разведкаға алыр
Тоғро дуҫтар булһын яныңда.

Халыҡ күрә: һинең һәр көнөңдөң
Ил хәстәре менән тулғанын,
Ниндәй изге эштәр яуланғанын,
Ниндәй еңеүҙәрҙең булғанын.

Башҡортостаныбыҙ бәхетенә
Ваҡытында ҡайттың, туғаным.
Бына тағы ташҡындары ҡайнай
Тормош тигән ярһыу йылғаның.

Планетаның именлеген яҡлап,
Кешелектең киләсәген һаҡлап,
Кеше тигән исемдәрҙе аҡлап,
Еңеү өсөн берҙәм сафтар булып,
Беҙ баҫырбыҙ, әгәр кәрәкһә;
Алдыбыҙға килгән афәттарға
Беҙ түҙербеҙ, әгәр кәрәкһә,
Тик ялғанлыҡ вирустары ғына,
Битарафлыҡ вирустары ғына,
Бәғерһеҙлек вирустары ғына
Инмәһендәр беҙҙең йөрәккә!

Ҡараңғыны еңеп таңдар атыр,
Ташҡындар ҙа ярҙарына ҡайтыр,
Ир-уҙаман шәхес – етәксебеҙ,
Бирһен һиңә Хоҙай түҙемде,
Беҙҙең өсөн һаҡла үҙеңде!

Быуатҡа бер килер һынауҙарҙы
Бирҙе заман һинең өлөшкә.
Миллиондарса яҙмыш — ҡулдарыңда:
Туғанҡайым, берүк бирешмә!

Ташҡындан һуң быйыл ҡояшлы йәй
Килмәҫ, тип әйтһәләр, килешмә.
Яндарыңда — халҡың, йөрәгеңдә – ялҡын,
Туғанҡайым, берүк бирешмә!
Читайте нас: