Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Апрель 2020, 18:56

Башҡортостандың 20 меңдән ашыу эшҡыуары 1,4 миллиард һумлыҡ дәүләт ярҙамы алырға мөмкин

#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан.

2020 йылда республика һәм федераль бюджеттарҙан эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү өсөн 2,318 миллиард һум бүленде, уны 20,7 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары алыу мөмкинлегенә эйә. Уҙған йылда 8,4 мең эшҡыуар дәүләт ярҙамынан файҙалана алды. Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова ошо хаҡта белдерҙе.
Аҡса «Эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты һәм «Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү» дәүләт программаһы сиктәрендә бүленде.
106,21 миллион һум льготалы финанслауға һәм финанс баҙарҙарына инеү мөмкинлеген киңәйтеүгә йүнәлтелә.
266 миллион һумдан ашыуы — фермерҙарға һәм ауыл хужалығы кооперацияһына ярҙам системаһын булдырыуға.
32,4 миллион һум — эшҡыуарлыҡты популярлаштырыуға.
771 миллион һумдан күберәге — бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереүгә. Президент Путиндың «май указ»дарына ярашлы, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү милли проекттың төп бурыстарының береһе булып тора.
#национальныепроекты;
#нацпроекты;
#региональныепроекты;
#регпроекты;
#нацпроектыБашкортостан.
Читайте нас: