Уҙған аҙнала ҡороновирустың үҙәгенә әйләнгән Ухань ҡалаһы элеккесә тормош менән йәшәй башланы: меңәрләгән ойошмалар эшләргә тотондо, транспорт хәрәкәте тергеҙелде. Әммә Ҡытай етәкселеге халыҡты һаҡланырға саҡыра. Бөтә ил буйынса халыҡ битлек кейә, дистанция һаҡлай, сирлеләр менән аралашҡан кешеләр табип күҙәтеүе аҫтында ҡала.
Ҡытайҙар мәкерле сирҙе нисек еңә алған?
Статистика мәғлүмәттәре буйынса, Ҡытайҙа 80 мең сирленең 78 меңе һауыҡҡан. Уларҙың тәжрибәһе шундай һабаҡ бирҙе: был сирҙе тик ҡаты карантин режимы менән еңеп була. Хәйер, Ҡытайҙа медицина көслө һәм ул бушлай, дәүләт бюджетынан финанслана. Төпкөл ауылдарҙа йәшәгән страховкаһы булмаған кешеләрҙе ҡотҡарыуға өлгәшкән улар.
Бөгөн улар Рәсәйгә ярҙамға ашыға, тәүҙә Ҡытай беҙгә ике тоннаға яҡын битлек, медицина кәрәк-яраҡтары оҙатһа, ошо көндәрҙә белгестәр ебәрҙе. Табиптар илебеҙгә сирҙе еңергә ярҙам итәсәк.