Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Апрель 2020, 11:43

Милли проект ярҙамында юлдар яҡшыра

#нацпроекты

Юлдарҙың төҙөклөгө төбәктең социаль торошон билдәләй. Яҙ айырыуса уларҙың тормошо насарая һәм көҙгә ҡәҙәр уларҙы рәткә килтереүгә республикала ҙур көс һәм сығымдар һалына.
Быйылғы яҙҙың иртә килеүе Хәйбулла районында асфальт-бетон заводы эшмәкәрлеген иртәрәк тергеҙгән. Шуға ла юлсылар район биләмәһендәге насар тороштағы юлдарҙың соҡорҙарын "эҫе асфальт ярҙамында ямауға тотонған.
Тәүгеләрҙән булып улар тәжрибәне "Хәүефһеҙ юлдар" милли проекты сиктәрендә Аҡъяр-Юлдыбай, Аҡъяр-Сибай автомобиль юлдарында һынап ҡарай. Әле эшселәр Бүребай юлы янындағы 2 саҡрым юлды ремонтлай.
#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: