Үәт, шәп хәбәр! Ишембай районының Маҡар урта мәктәбе "Мәғарифты үҫтереү" дәүләт программаһының "Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар" федераль проекты грантына лайыҡ булды. Был хаҡта "Йәшлек" гәзите хәбәр итә. 125 Рәсәй мәктәбе араһында Башҡортостандан Маҡар мәктәбе генә еңеүгә лайыҡ булған! Конкурста математика, информатика һәм технология фәндәрен тәрәнәйтеп өйрәнгән һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшкән мәктәптәр ҡатнашты. 6 миллионлыҡ грант ике йылға иҫәпләнгән, ул мәктәпкә кәрәкле йыһаздар һәм ҡорамалдар алыуға, уҡытыусыларға эш хаҡы түләүгә йүнәлтеләсәк.