Бер яҙыусының ижад кисәһе тамамланғас, урта йәштәрҙәге ҡатын уның янына килеп, ҡулын ҡыҫа:
– Ой, рәхмәт һеҙгә!.. Ҙур-ҙур рәхмәт һеҙгә!.. Мин шул тиклем ҡәнәғәтлек кисерҙем! Тик шуныһы ғына насар булды...
– Мин һуңлап килдем шул, һеҙҙең сығышты тыңлай алманым...
Бер йәш егет автограф алыу өсөн шағир Рәйес Түләккә китап һуҙа.
– Исемең нисек, ҡустым? Кемгә тип яҙайым?
Егет оялсан ғына итеп, былай ти:
– Ҡәҙерлем Таңгөлкәйгә, тип яҙығыҙ...